+28 °С
Облачно

Башҡортостан Башлығы «Патриот» паркын үҙенсәлекле майҙансыҡ тип атаны

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе Шишмә районындағы «Патриот» паркына саҡырҙы.

Башҡортостан Башлығы «Патриот» паркын үҙенсәлекле майҙансыҡ тип атаныБашҡортостан Башлығы «Патриот» паркын үҙенсәлекле майҙансыҡ тип атаны
Башҡортостан Башлығы «Патриот» паркын үҙенсәлекле майҙансыҡ тип атаны

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, «Патриот» паркы ғорурлыҡ һәм илһөйәрлек урынына әүерелде. Бында мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары хәрби әҙерлек нигеҙҙәрен генә түгел, ә тормош тураһында дөрөҫ төшөнсә алырға мөмкин. Парк асылғандан алып майҙансыҡтарҙа республиканың әүҙем йәштәре, ирекмәндәре өсөн төрлө йыйылыштар үткәрелә.

Патриот паркында «Геройҙар ярышы» өсөн трасса эшләй, ул асылғандан алып бында тотош илдең спорт командалары үҙ көсөн һынап ҡараны.

«Мин үҙем дә бында йәштәр менән осрашырға, уларҙың һорауҙарына яуап бирергә һәм ҡыҙыҡһыныусан, янып торған күҙҙәргә ҡарарға яратам», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе барыһын да хәрби һәм трофей техникаһы экспозицияһын ҡарарға саҡырҙы. Бынан тыш, паркта «Партизан ауылы» музей-күргәҙмә комплексы эшләй.

«Был витриналы ябай музей түгел, ә интерактив майҙансыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы урман лагерҙарының йыйылма образы. Бөтә объекттар блиндаж рәүешендә төҙөлгән. Штаб, медпункт, мунса һәм кухня бар, бында фронт көнкүреше мөхитен тойорға мөмкин. Ҡорал һәм боеприпастар келәтендә шул йылдарҙағы ҡоралдарҙы тотоп ҡарарға була – легендар «Максим» пулеметынан алып Ф-1 гранатаһына тиклем. «Партизан ауылы»нда, асылда, тарихҡа ҡағылырға, Еңеүҙең ниндәй хаҡ менән яуланғанын аңларға мөмкин. Һәммәгеҙҙе лә «Патриот» паркына саҡырам. Яҡшы ялдар теләйем!» — тине Хәбиров.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-07-24/bash-ortostan-bashly-y-patriot-parkyn-ens-lekle-may-ansy-tip-atany-4659834
Автор:
Читайте нас