+26 °С
Ясно

Радий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалын тапшырҙы

7 майҙа, Еңеү көнө алдынан, Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беренсе тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалын тапшырҙы. Яңы дәүләт наградаһы махсус хәрби операция үткәреүгә бәйле ирекле, хәйриә эшмәкәрлеге, гуманитар һәм башҡа төр ярҙам, гуманитар ылау туплауға һәм ташыуға булышлыҡ күрһәтеү, шулай уҡ МХО биләмәһендә бурыстарҙы уңышлы үтәү өсөн тапшырыла.

Радий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалын тапшырҙыРадий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалын тапшырҙы
Радий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалын тапшырҙы

Миҙал 2026 йылдың 6 апрелендә республика етәксеһе указы менән булдырылды.

Наградаға тәүгеләрҙән булып дәүләт власы органдары, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь өлкәһе вәкилдәре, медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәр, хәрбиҙәр, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға һөҙөмтәле ярҙам күрһәткән предприятие һәм ойошма етәкселәре лайыҡ булды.

Радий Хәбиров сығышының стенограммаһы:

Ҡәҙерле дуҫтар!

Ҡатмарлы һынауҙар осоронда республикабыҙ халҡы тырышлыҡ, илһөйәрлек, бурысҡа тоғролоҡ күрһәтә.

Беҙ яңы дәүләт наградаһын – «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» – миҙалын булдырырға ҡарар иттек. Бөгөн уны беренсе тапҡыр тапшырабыҙ. Ул махсус хәрби операцияға ярҙам итеүгә лайыҡлы өлөш индереүселәргә дөйөм һәм ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерә.

Водителдәр, табиптар, төҙөүселәр, ирекмәндәр, дин әһелдәре, чиновниктар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары – бына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ышаныслы терәге.

Беҙ яугирҙарыбыҙ менән ысынлап та ғорурланабыҙ. Улар үҙҙәренең хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Егеттәребеҙ һәм уларҙың ғаиләләре өсөн һәр ваҡыт ышаныслы терәк буласаҡбыҙ. Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәмдә эшебеҙҙең төп йүнәлешен билдәләнем – БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН!

Бөгөн бөтә республика – предприятиелар, йәмәғәтселәр, йәшенә һәм һөнәренә ҡарамай барыһы ла – фронтҡа ярҙам итеүгә, азат ителгән биләмәләрҙә тыныс тормошто тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индерә. Меңләгән халҡыбыҙ – мәктәп уҡыусыларынан алып пенсионерҙарға тиклем – посылкалар йыя, маскировка селтәрҙәре бәйләй, блиндаж шәмдәре эшләй һәм башҡаса ярҙам күрһәтә.

Алғы һыҙыҡта, фронт яны госпиталдәрендә яугирҙарыбыҙға ярҙам иткән табиптар һәм фельдшерҙар алдында баш эйәбеҙ. Көстәрен йәлләмәйенсә, яралы яугирҙарҙы тәрбиәләгән шәфҡәт туташтарына һәм ирекмәндәргә айырым рәхмәт.

Тотош республика менән беҙ яугирҙарыбыҙға дөйөм ауырлығы 21 мең тоннанан ашыу булған 177 гуманитар ылау оҙаттыҡ, 2 мең автомобиль, 12 меңдән ашыу пилотһыҙ осоу аппараты тапшырҙыҡ. Һәм был эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ!

Еңеү көнөн һайын яҡынайтҡан һәр кемгә рәхмәт.

Тағы бер тапҡыр һеҙгә тәрән ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, ҡәҙерле дуҫтар!

Наградаға лайыҡ булыусылар исемлеге: https://glavarb.ru/ba/news/event/radiy-hbirov-tge-tapyr-bashortostandy-rhmtle-halynan-mialyn-tapshyry/

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Радий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалын тапшырҙы
Радий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалын тапшырҙы
Радий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалын тапшырҙы
Автор:
Читайте нас