

Бындай һөйләшеү беренсе тапҡыр уҙғарылды һәм унда "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, "Республика мәғлүмәт үҙәге" директоры Айнур Дәүләтбәков, нәшриәт йортоноң медиадиректоры Марсель Байдәүләтов, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов ҡатнашты.
"Матур" сығышы менән Ульяновск ҡалаһынан. Ул тыныс тормошта "Газпром газ бүлеү" акционерҙар йәмғиәтендә участка начальнигы булып эшләгән. Әйткәндәй, Ватан һаҡсыһы ҡаты яраланып госпиталдә ятҡанда уның янына улы килеп, шулай уҡ Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөйәсәге хаҡында хәбәр иткән. Шулай итеп, бөгөн аталы-уллы махсус хәрби операцияла илебеҙҙе дошмандан һаҡлай. Ә ҡыҙы Мәскәүҙә эшләй, бәләкәс улы мәктәптә уҡый. Кәләше "Матур"ҙы өйҙә түҙемһеҙлек менән көтә. Ил һаҡсыһы рядовойҙан алып лейтенантҡа тиклем үрләгән.
Яугаирҙәр Башҡортостан халҡына даими ебәрелгән гуманитар ярҙам өсөн оло рәхмәтен еткерҙе. "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто" ебәреп торған гәзит-журналдарҙы көтөп алабыҙ, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, һөйөнөп ҡарайбыҙ, уҡыйбыҙ тине.
Осрашыу аҙағында ҡатнашыусылар яугирҙәрҙең Еңеүгә ышанысы ныҡ булыуын аңланы: “Беҙгә еңеүселәр гены һалынған. Еңеү һис шикһеҙ беҙҙең яҡта буласаҡ”, - тине “Журналист” менән “Матур”. Ошондай йәнле аралашыуҙар киләсәктә лә дауам итәсәк.
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының идара итеү пунктында бындай телекүпер мәктәп, колледждар менән дә үткәрелеп тора икән: Кушнаренконан Даян Мурзин исемендәге колледж, Әбйәлил районы Асҡар ауылынан Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары, Өфө студенттары, шулай уҡ Һарытау өлкәһе балалары менән видеоосрашыуҙар үткән.
«Матур» Миәкә районының Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылы уҡыусылары менән бәйләнешкә сыҡҡан. Иғтибарға лайыҡ: балалар 1944 йылда Херсон өлкәһен азат иткәндә һәләк булған Советтар Союзы Геройы исемен йөрөткән мәктәптә белем ала.
Уҡытыусылар һәм телекүперҙе ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай дәрестәр үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.