Бер нисә сәғәт эсендә уңған ҡатын-ҡыҙҙар баллы бауырһаҡ һәм сәк-сәк әҙерләп, ҡаптарға тултырҙы. Әйткәндәй, тиҙҙән Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының гуманитар конвойы юлға сыға һәм ошо тәм-томдар ҙа, башҡа кәрәкле әйберҙәр менән бергә, тап ошо ылау менән яугирҙәргә барып етәсәк.
Сараны ойоштороусы – журналист Зөһрә Арсаева һәм уның хөрмәтле әсәһе Менәүәрә Нуретдин ҡыҙы. Мәғлүм булыуынса, Зөһрә Фәнил ҡыҙының һөйөклө тормош иптәше, журналист Рафиҡ Әхмәтшин - махсус хәрби операция биләмәһендә.
Ғөмүмән, был тарихи осорҙоң ипкене ҡағылмаған кешеләр һирәк: махсус хәрби операцияла күптәрҙең ире, атаһы, ағаһы- ҡустыһы, еҙнәһе, класташы, күршеһе, хеҙмәттәше, яҡташы йә иһә башҡа яҡыны, танышы ил именлеген яҡлай.
Беҙҙең теләк бер – һәммәһе һау - сәләмәт тыуған яҡҡа тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын!
Тыуған илдән татлы сәләм килде,
Алдыҡ полкка баллы бауырһаҡ.
Һәр кем күстәнәстән ауыҙ итә,
Һалдат өсөн милли ризыҡ үтә танһыҡ.
Иген ҡырҙарының сағылышы унда,
Сәскәләрҙең гүзәллеге һәм хуш еҫе.
Ил һаҡлаған батырҙарға был бауырһаҡ,
Бирһен шифа, тыуған яҡтың көсөн.
Рафиҡ Әхмәтшин.