+34 °С
Ясно
Һәләтле йәштәр
27 Июля , 07:20

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы

Өфөнөң «Айтуған» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Истанбулда Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы. Был хаҡта БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланыӨфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы
Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы

Халыҡ-ара конкурста донъяның 37 иленән 45 бейеү ансамбле ҡатнашты. Рәсәй исеменән дүрт коллектив, шул иҫәптән Өфө университетының «Айтуған» ансамбле сығыш яһаны. Жюриҙа Европа, Азия, Африка һәм Латин Америкаһынан хореография өлкәһендә танылған эксперттар эшләне. Судьялар оҫта башҡарыуҙан тыш, костюмдарҙы, музыкаль биҙәлеште лә баһаланы.

Конкурс шарттары буйынса һәр ҡатнашыусыға 15 минутлыҡ программа тәҡдим итергә кәрәк ине. Коллектив етәксеһе Әлфиә Сәйфуллина әйтеүенсә, башҡорт бейеүҙәренең тиҙ темпы, бейек һикереүҙәрҙең күплеге һәм һүрәттәрҙең динамик алмашыныуы артистарҙан айырыуса сыҙамлыҡ талап итә. «Айтуған» дүрт постановканы берҙәм композицияға берләштерә, был коллективҡа тамашасыларҙың һөйөүен яуларға һәм профессиональ берләшмәнең юғары баһаһына лайыҡ булырға мөмкинлек бирҙе. Еңеүсе Кубогы менән бергә бейеүселәр 5 000 доллар күләмендә аҡсалата бүләк алды.

 

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы
Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы
Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы
Автор:
Читайте нас