+23 °С
Ясно
Һәләтле йәштәр
20 Июля , 07:06

Йөрәк һүҙен ҡыйыу әйтер актер

Быуаттарҙы быуат алыштырған 2000 йылда тыуған ул. Ер йөҙөнә килгән ошо илаһи мәлдең юҡҡа түгеллеген тоя, аңлай, бар күҙәнәге менән төшөнә йәш актер. Шуға күрә лә, тормошоноң һәр сәғәтен, минутын Аллаһы Тәғәлә тарафынан үҙенә бирелгән бүләккә – кешеләргә йөрәк һүҙен еткерергә тейеш булыу миссияһына бағышлай хискә, моңға, дарманға бай егет – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Байегет Айрат улы Мөхәрләмов. Уның менән һөйләшкән саҡта ла, ихласлығы, кешеләрҙе шар асыҡ йөрәк менән ҡабул итеүе, сабыйҙарса бер ҡатлылыҡ менән аралашыуы ирекһеҙҙән йылмайырға мәжбүр итә, йөрәктәге ауыр, шикле уйҙарҙан арындыра. Бәхетле йондоҙлоҡ аҫтында, мөхәббәтле ғаиләлә, көтөп, теләп алынған бала булып тыуыуына ҡыуаныуын белдереүҙән башланды Байегет менән беҙҙең әңгәмә.

Йөрәк һүҙен ҡыйыу әйтер актерЙөрәк һүҙен ҡыйыу әйтер актер
Йөрәк һүҙен ҡыйыу әйтер актер

 үҙенә саҡырып торор бер яҡты, йылы, матур хәтирәләр мәле инде ул. Әсәйем бар эшкә күңел йылыһы һалырға кәрәклекте өйрәтһә, атай инде хужалыҡта ир кешегә кәрәк булған бөтә эштәрҙе, етмеш төрлө һөнәрҙе өйрәтте. Ул үҙе лә алтын ҡуллы йорт хужаһы булараҡ, беҙгә кескәй генә саҡтан уҡ балта һаплауҙан башлап, мейес сығарыу, өй бураһы күтәреү, кәрниз-фронтон ябыуға тиклем, барыһын да өйрәтте. Ир-егеткә иң кәрәкле шөғөлдәрҙе – ағас эштәрен, үҫеп ултырған ағасты һыйпап ҡарап, тәғәйенләнешен төшөнөүҙе, уны утын йә таҡта итеү, бысыу-ярыу, семәрләү – барыһын да үҙ ҡулдарыбыҙ менән тотоп, үҙ иңебеҙҙә татып үҫтек. Машина йөрөтөүгә һөйөүҙе инде, руль артынан башыбыҙ ҙа күренмәгән саҡта уҡ уятты ул беҙҙә.

Мәҡәләнән өҙөк.

"Тамаша" журналы, №6-2024 й.

Милли йәштәр театры актерҙары Нәркәс Ҡалмырҙина менән Байегет Мөхәрләмов ғаилә ҡорған!
Фотола йәштәр Сәлимә һәм Салауат Юлдашбаевтар менән.
Яңы ғаилә ырыҫлы, бәхетле булһын!

Йөрәк һүҙен ҡыйыу әйтер актер
Йөрәк һүҙен ҡыйыу әйтер актер
Автор:
Читайте нас