+12 °С
Ясно
Һәләтле йәштәр
26 Июня , 17:00

Өфөлә III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһы тамамланды

Өфөнөң Совет майҙанында III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһын тантаналы ябыу церемонияһы үтте. Өс көн дауамында Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһының 78 төбәгенән меңдән ашыу йәш халыҡ традицияларын һаҡлаусыны ҡабул итте. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына бағышланған масштаблы фестиваль төрлө милләт, мәҙәниәт һәм традиция балаларын берләштергән халыҡ ижадының ысын байрамына әүерелде. 

Өфөлә III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһы тамамландыӨфөлә III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһы тамамланды
Өфөлә III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһы тамамланды

Ябыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика Башлығы Фольклориадала ҡатнашыусыларға һәм уны ойоштороусыларға, балаларҙа халыҡ мәҙәниәтенә ысын яратыу тәрбиәләгән ата-әсәләргә һәм педагогтарға рәхмәт белдерҙе.

– Һеҙ беҙгә гүзәл байрам бүләк иттегеҙ һәм традицияларыбыҙҙың ни тиклем сағыу, күп ҡырлы булыуын, илебеҙҙең ни тиклем матур икәнен тағы бер тапҡыр күрһәттегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Фольклориаданы Өфөлә үткәреү тураһындағы ҡарары өсөн Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путинға ихлас рәхмәтемде еткерәм. Был беҙҙең өсөн ҙур намыҫ. Һәм, әлбиттә, фестивалде әҙерләүҙә булышлыҡ иткәне өсөн Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йортона ҙур рәхмәт. Бөтә Рәсәйҙән килгән балалар үҙ талантын күрһәтә алһын, яңы дуҫтар тапһын һәм Башҡортостан тураһында йылы хәтирәләр һаҡлаһын өсөн беҙ бергәләп иң яҡшы шарттар тыуҙурҙыҡ. 

Ҡатнашыусыларҙы В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова сәләмләне: 

– Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлағанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт, етәкселәрегеҙгә һәм педагогтарығыҙға уларҙың сыҙамлығы һәм хеҙмәте өсөн рәхмәт, ата-әсәләрегеҙгә һеҙҙе бөйөк Рәсәйебеҙҙең патриоттары итеп тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт!

Радий Хәбиров менән Тамара Пуртова ҡатнашыусыларҙы Фольклориаданың уңышлы тамамланыуы менән ҡотланы һәм барлыҡ 80 төбәк вәкилдәренә Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаттарын, шулай уҡ В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йортоноң лауреат дипломдарын тапшырҙы.

Кистең иң тантаналы мәлдәренең береһе булып дәүләт наградаһын тапшырыу торҙо. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы Айрат Әхмәтшин «Мәҙәниәттә һәм сәнғәттәге ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнде. Шулай уҡ В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова халыҡ ижадын үҫтереүгә индергән өлөшө һәм республика менән күп йыллыҡ хеҙмәттәшлеге өсөн Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән билдәләнде. 

Фестивалдең йомғаҡлау көнө илебеҙҙең иң яҡшы балалар фольклор коллективтары ҡатнашлығындағы масштаблы концерт программаһы менән башланды. Сәхнәнән халыҡ йырҙары яңғыраны, Рәсәй халыҡтарының милли бейеүҙәре, инструменттарҙа башҡарылған музыка һәм йола композициялары күрһәтелде. Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академик халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сығышы тамашасыларға айырим бүләк булһа, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Заһир Зәйнетдиновтың һәм «Zainetdin» этно-проектының концерты сағыу финал аккордына әүерелде.

III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһында Башҡортостан Республикаһы исеменән Әҙһәм Иҫҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле, Өфө районының «Дарман» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Күмертау ҡалаһынан «Зоренька» өлгөлө рус йыры ансамбле, шулай уҡ Күгәрсен районунан солист Әнүәр Вәхитов һәм Баҡалы районунан Азамат Ханнанов лайыҡлы сығыш яһаны. Уларҙың сығыштары фестивалдең сағыу өлөшөнә әүерелде һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың бай мәҙәни мираҫы менән таныштырҙы. 

Фестивалде ойоштороуға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән коллектив етәкселәре юғары баһа бирҙе. «Дарман» ансамбле етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Роберт Хәмиҙуллин, коллектив өсөн тыуған ерҙә республика исеменән сығыш яһау ҙур намыҫ булыуын, ә Фольклориаданың үҙенең масштабы менән таң ҡалдырыуын һәм балаларҙы мәҙәниәт аша берләштереүен билдәләне. Дағстан Республикаһының халыҡ артисы Әхмәт Зөбәйеров, һәр ваҡыт йылы ҡабул итеүҙәре арҡаһында Башҡортостандың уның өсөн өйө кеүек булып китеүен һызыҡ өҫтөнә алды, ә Луганск Халыҡ Республикаһынан «Рапсодия» коллективы етәксеһе Сергей Самсонов балаларҙың Өфөгә ҡасан тағы килә алыуҙары тураһында һорай башлауҙарын еткерҙе. Магадан өлкәһе коллективы етәксеһе Елена Журавлева фестивалдең юғары кимәлдә ойошторолоуын, республика халҡының ихлас ҡунаҡсыллығын һәм ҡатнашыусылар араһындағы үҙ-ара ярҙамлашыуҙың айырым атмосфераһын билдәләне. Йәш артистарҙың үҙҙәренегон тәьҫораттары ла һис кәм булманы. Волгоград өлкәһе, Адыгея Республикаһы, Камчатка һәм Байкал аръяғы крайҙарынан килгән ҡатнашыусылар яңы дуҫтары, Башҡортостан мәҙәниәте менән танышыуҙары, Өфөнөң матурлығы һәм йылы ҡабул итеүҙәре тураһында һөйләне. Күптәр республика баш ҡалаһына тағы ла килергә теләүҙәрен белдерҙе. 

III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһы халыҡ сәнғәтенең быуындар һәм ил төбәктәре араһында ышаныслы күпер булып ҡалыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Өс көн эсендә Өфө бөтә Рәсәй мәҙәниәттәренең осрашыу урынына әүерелде, ә Башҡортостан Республикаһы ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға дуҫлыҡ, ижад һәм берҙәмлектең онотолмаҫлыҡ байрамын бүләк итеп, ҡабул итеүсе төбәктең абруйлы миссияһын лайыҡлы үтәне. 

Автор:
Читайте нас