Сибайҙа йәш сәсәндәрҙең V «Урал балалары тауышы» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән 80-дән ашыу йәш талант ярышты, тип хәбәр итә халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Озерцов бындай башланғыстарҙы хуплауҙың үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә һәм халыҡ традицияларын һаҡлауҙа төп роль уйнауын билдәләне.
Конкурс барышында тәжрибә уртаҡлашыу өсөн махсуслаштырылған майҙансыҡ эшләне. Ҡатнашыусылар өсөн «Эпик әҫәрҙәрҙе башҡарыу оҫталығы» һәм «Эпосты башҡарыу манераһына өйрәтеү» темалары буйынса семинарҙар, шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Жюриҙа күренекле фән, мәҙәниәт һәм мәғариф вәкилдәре Гөлнур Хөсәйенова, Гөлназ Ғәлина, Закирйән Әминев, Олеся Әхмәдрәхимова, Мирас Үҙәнбаев һәм башҡалар эшләне.
Жюри ҡарары менән 5-11 йәшлектәр төркөмөндә беренсе урынға Рүзилә Бадранова (Сибай), Милана Ҡаҙаҡбаева (Сибай), Зарина Мәрҙәмшина (Хәйбулла районы) лайыҡ булды.
Ғаилә сығыштары айырым номинацияла баһаланды. Сәғитовтар (Бөрйән районы), Хисмәтуллиндар (Ишембай), Латиповтар (Мәләүез), Ильясовтар (Хәйбулла районы), Мәмбәтовтар (Хәйбулла районы), Иҙрисовтар (Иглин районы) ғаиләләре иң яҡшылар тип танылды.
Ҡыйғы районынан Яҙгөл Ғафарова конкурстың махсус бүләге менән билдәләнде. Ҡатнашыусыларға һәм уларҙың остаздарына ойоштороусыларҙан иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды.
Ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сибай хакимиәте, К.А. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы, «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе сығыш яһаны.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!