-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
10 Ноябрь 2025, 20:11

Ижади өлкәнең талантлы вәкилдәре йыйылды

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында бөгөн ижади өлкәнең талантлы вәкилдәре йыйылды.

Ижади өлкәнең талантлы вәкилдәре йыйылды
Ижади өлкәнең талантлы вәкилдәре йыйылды

Осрашыуҙың маҡсаты – 2023-2024 йылдарға Шәйхзада Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүсе ҡайһы бер кандидаттар һәм уларҙың ижады менән яҡындан танышыу булды. «Хазина» этно-төркөмө һәм уның етәксеһе Земфирә Рәшитова, Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Дамир Тайыпов һәм Әлиә Исҡужиналарҙың сығыштары яңғыраны бөгөн. Улар һәр береһе үҙ проекттарын тәҡдим итеп, башҡорт халыҡ йырының, башҡорт халыҡ ижадының һәм мәҙәниәтенең үҙенсәлеген һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән хеҙмәте хаҡында бәйән итте.
Сарала ҡатнашыусылар номинанттарҙың ижади ҡаҙаныштары менән яҡындан танышты, уларҙың башҡорт сәнғәте киләсәге тураһындағы уй-ниәттәрен белде. Һәр ижадсыға үҙ проекты хаҡында ентекле һөйләргә мөмкинлек бирелеүе, студенттарҙың, йәмәғәтселек вәкилдәренең уларға бирелгән һорауҙары был осрашыуҙы йәнле һәм мәғлүмәтле итте.

Ижади өлкәнең талантлы вәкилдәре йыйылды
Ижади өлкәнең талантлы вәкилдәре йыйылды
Автор:
Читайте нас