+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Туй йолалары
25 Август 2022, 14:48

Туйҙар йоламы ул беҙҙә, әллә байраммы? Башҡорт туйҙарында нимәләр артыҡ? Тамаданан тамада айырыламы, асылда?

Бөгөн артистарҙың, журналистарҙың, йырсыларҙың һәм башҡаларҙың тамада булып китеүенә төрлө ҡараштар бар. Әммә байрам-туйҙар үтеп тора һәм уларҙы ойоштороусылар ҙа кәрәк икән - был заман талабы. Шулай ҙа "тамада тамаданан айырыла" ла тиҙәр. Нисек итеп айырыла улар һәм тағы ла ниндәй үҙенсәлектәре, серҙәре, уй-тойғолары бар икәнде белеү өсөн журналист Светлана СӨЛӘЙМӘНОВА менән артист Шәһит ХАММАТОВтың, башҡортсалап әйткәндә, "аяҡсы" вазифаһы тураһында әңгәмәләшеп алырға булдыҡ - 

ТУЙ МӘЖЛЕСТӘРЕ ЙОЛА ҮТӘҮГӘ ӘЙЛӘНҺЕН УЛ

Светлана, Шәһит, бына һеҙ берегеҙ шәп журналист, икенсегеҙ билдәле актер. Икегеҙ ҙә һөнәрле, үҙ профессияғыҙҙа ярайһы уҡ билдәлелек яулаған, тормошта үҙ урынығыҙҙы тапҡан кешеләр. Һәм һеҙ бөгөн күҙ өҫтөндәге ҡаш булып йөрөгән тамадалар ҙа. Был һеҙҙең өсөн өҫтәмә килем алыу ысулымы, ҡыҙыҡһыныумы, һөнәр алмаштырыумы - нимә ул? Үҙегеҙ нисек аңлатырһығыҙ?

Светлана Сөләймәнова:
 Мин һеҙҙең тел төбөн яҡшы төшөндөм, күптәр был эште ниндәйҙер түбәнселек кеүек итеп ҡарай, шулай бит? Тик байрам-туй ойоштороу, аяҡсы булыу күптәрҙең ҡулынан килмәгән ауыр хеҙмәт икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алып киткем килә. Туйға бит тамада күңел асыр йә уйнап-көлөр өсөн бармай, ул унда эшләй, бөтөн энергияһын, аҡыл һәм физик көсөн, харизмаһын, ихласлығын, сабырлығын сығарып һала. Шул дүрт-биш сәғәт эсендә һуты һығып алынған лимон хәленә инеп, аяҡ-ҡулы талып, башы шаулап, теле көрмәлеп ҡайтып китә ул, дөрөҫөндә.
2003 йылда, Юлдаш радиоһында Филүс менән иртәнге программаны алып барғанда, беҙҙең ҡушарлап эшләүебеҙҙе оҡшатып, бер шылтыратыу булды. Билдәле кешеләр үҙҙәренең мәжлесен ойошторорға саҡырҙы. Ул саҡта тамада тигән хеҙмәт тураһында белмәй ҙә инек әле. Коллегам баш тартты, ә мин үҙемде һынап ҡарарға булдым. Етмәһә, түңәрәк кенә хаҡ та тәҡдим итәләр. Башҡорт байрамдары буйынса интернетта бер мәғлүмәт юҡ, телефон юҡ, белгән-уҡығанымдан бер кисәлек сценарий йыйып-ҡоршап, теге кисәне үткәрҙем. Ошо беренсе эшемдән һуң мин үҙең өсөн хеҙмәт итеүҙең нимә икәнен аңлап ҡалдым. Радионан киткәс тә шул тамадалыҡ менән шөғөлләндем. Әммә ул мәлдә: "Һин ни өсөн тамадаға әүерелдең?"- тип шелтәләп һорағандар күп булды. Минең "Юлдаш" радиоһында алып барыусы эшенән китеп, ҡапыл ғына туйҙар алып барыусы булыу йәмғиәт өсөн ниндәйҙер түбәнгә тәгәрәү һымаҡ тойолдо, шикелле. Шунлыҡтан, был хеҙмәтемде хатта йәшереп йөрөргә тура килде. Нисек булғанда ла мин был эште ташламаным, быны ғаилә аҫырау, аҡса эшләүҙең бер юлы итеп ҡараным. Сөнки бюджет хеҙмәткәренең бер ай бил бөккән эш хаҡын бер кистә яһап алып ҡайтырға була. Быныһын да йәшермәйем. Шәһит Хамматов: Мине 1996 йылда күрше ауылдағы берәүҙәрҙең туйында баян уйнарға тип саҡырғайнылар. Баян ҙур, артынан түбәм генә күренә, һәм мин уйнап тик ултырам. "Шуны уйна, быны уйна" тип заказ биреп кенә торалар. Алһыҙ-ялһыҙ уйнап, күңелдәрен күрҙем ҡунаҡтарҙың. Элек ауылдарҙа бит гармунсыны йәки йырсыны (ауыл һәләттәрен) ялламанылар, ҡунаҡ итеп саҡырҙылар ҙа, йырлатты ла-уйнаттылар. Мин дә үҙемде ошо хәлдәлер тип уйлағайным. Баҡтиһәң, былар миңә 80 тәңкә тоттороп, машина менән генә алып барып ҡуялар икән. Светлана ханым кеүек, мин дә шул ваҡыт был хеҙмәттең файҙаһын тойоп ҡалдым. Бының бер ояты ла, хилафы ла юҡ. Кемдәргәлер мәжлестәрен алып барыусы, биҙәүсе, ойоштороусы кәрәк, ә һин быларҙы булдыра алаһың.
Туй-байрамдар алып барһам да, төп эшемде онотмайым. Аҡсаны, дөрөҫөн әйткәндә, ашарлыҡ-йәшәрлекте театрҙағы эшмәкәрлегем дә бирә ала. Ә быныһы - хобби. Барып, ашыҡ-бошоҡ туй үткәреп ҡайтыуға ҡормайым хеҙмәтемде, ә Шәһит Хамматов булараҡ, үҙ стилем, үҙ ысулдарым, һөйләү телмәрем менән айырмалы һәм иҫтәлекле байрам яһашырға тырышам.

Кем ул тамада? Ул ниндәй функция үтәй? Ниндәй маҡсат менән тамада яллана?

Шәһит Хамматов:
 Беҙҙә тамада йәки байрам алып барыусының статусы барлыҡҡа килмәгән әле. Был да үҙенә күрә бер мәҙәниәт һәм, үкенескә ҡаршы, ул беҙҙә мәҙәни кимәлгә күтәрелеп етмәгән. Кавказ халҡында, мәҫәлән, тамада байрамдарҙағы иң хөрмәтле роль. Был уларҙың боронғо йола үтәүҙәре лә. Бының өсөн заттағы телсән, осҡор, абруйлы, мәҙәниле һәм башҡа матур сифаттары юғары баһаланған ир кеше һайлана. Мәжлестәрҙә ул зат-ырыуҙың бөтөн ҡыҙыҡһыныуҙарын, көнкүрештәрен, холоҡтарын белеп, кемде кем янына ултыртырға йәки кемгә нисегерәк мөрәжәғәт итергә икәнде яҡшы белә. Туғандарҙың үҙ-ара низағтарын да, етешһеҙлектәрен дә шымартып, үпкәләштәрҙе тиҙ генә баҫып, шау-шыуға юл ҡуймай, йыйынды шыма һәм матур итеп үткәреп ебәреү уның бурысы була. Тимәк, был кеше дипломат та.
Ә бит башҡорттарҙа ла борон-борондан байрамдарҙың аяҡсыһы, йәғни алып барыусыһы булған. Оло мәжлестәрҙә был ғаиләнең абруйлы кешеләренең береһе, торараҡ йәштәр туйҙары үткәрелә башлағас, был ролде кейәү менән кәләштең шаһиттары башҡарған, әммә аяҡсы тигән һыйлаусылар ҡала килгән әле. Аяҡсы, көрәгәсе, кейәү үңгәре һәм башҡалар - улар барыһы ла ана шул мәжлестең кәйефен тотоусылар, көйөн көйләүселәр. Бөгөн беҙ тамаданы мәрәкәсе, шут сүрәтендә генә күрәбеҙ. Йәнәһе, беҙ уны яллайбыҙ, ул хеҙмәтләндереүсе. Мин, мәҫәлән, бына ошо фекерҙе үҙгәртеү өсөн тырышам.
Светлана Сөләймәнова: Мин дә Шәһиттең әйткәндәре менән килешәм. Тамаданың хеҙмәтләндереүсе генә булып ҡалыуы, бер яҡтан, ана шул ролде үтәүселәрҙең сит ил шоу алып барыусыларына эйәреп китеүенән дә киләлер. Байрамдағыларҙы туҡтауһыҙ йырлатыу, бейетеү һәм уйнатыуға ҡайтып ҡалды уларҙың шөғөлө. Был дөрөҫ түгел, минеңсә. Алып барыусының вазифаһы ул мәжлесте бер тандырҙа тотоу. Таныштырыу, һәр бер ҡунаҡҡа иғтибар биреү, йыйылғандарҙың аралашып, һөйләшеп ултырыуына булышлыҡ итеү. Һәр ғаиләгә, һәр табынға индивидуаль рәүештә кәйеф-сафа төрҙәрен ҡулланыу, көйҙәрҙе лә, әйтер хәбәрҙе лә урынлы һәм мәғәнәле бирә белеү һәм башҡалар. Тамаданың программаһы буйынса ырғып-һикереп йөрөү, ул нимә ҡуша - шуны эшләү, уның ҡарамағындағы уйынсыҡтар хәленә ҡалыу уңышлы байрам түгел ул. Шулай уҡ тамада кемгә ҡасан һөйләргә икәнде хәл итергә, хатта һөйләргә теләмәгән кешене лә ирекһеҙләргә, көсләп бейетергә, уйнатырға тейеш түгел. Алып барыусының бурысы, асылда, ҡунаҡтарҙы нимәлер эшләтеүҙән алда, ниндәйҙер кимәлдә уларҙың күңелен арбау, сихырлау, әсир итеү. Былар барыһы ла телмәр формаһында, интеллект кимәлендә башҡарыла.

Мәҫәлән, туйға заказ алдығыҙ, ти. Әҙерлек нисек башлана? Һеҙҙең ниндәйҙер шарттарығыҙ, теләктәрегеҙ буламы?

Шәһит Хамматов:
 Мин янып барған заказдарға тотонмайым. Ашыҡ-бошоҡ, халыҡты белер-белмәҫ көйө барып нимәлер һөйләп тороу бәҫемде төшөрә тип уйлайым. Кәмендә ай, ай ярым алдан алынған заказға әҙерлек эшен хужалар һәм уларҙың ҡунаҡтары менән танышыуҙан башлайым. Фотоларына ҡарап, "Был кем, ҡайҙа эшләй, ниндәй шөғөлдәре бар, холҡо нисек, ғаилә хәле?" тигән һорауҙарҙы бирәм. Былар барыһы ла әлеге кешегә шул мәжлестә комфортлы һәм күңелле булһын, уның кәйефен ҡырыр, хәтерен ҡалдырыр нескәлектәр килеп сыҡмаһын өсөн эшләнә.
Светлана Сөләймәнова: Ғәҙәттә, заказ менән килеүселәрҙең үҙ сценарийҙары булмай. Улар сараларына ҡағылышлы йолаларҙы ла артыҡ белмәй. Тимәк, был эштәрҙең барыһын да һин тәҡдим итәһең. Туйҙарға, мәҫәлән, мин милли йолаларҙы индереү яҡлы һәм шул тәҡдимемде хужалар ҡабул итерлек итеп кенә бирергә тырышам. Йәштәр менән айырым, ата-әсәләре менән айырым һөйләшәм, һәр береһенең уй-теләген ишетергә, ике быуын вәкилдәренә лә ярарға кәрәк.

Бөгөн тамада булып йөрөүсе артистар, алып барыусылар, нәфис һүҙ оҫталары етерлек, һәр икенсе йырсы был ролде башҡара, тигәндәй. Ҡарап торһаң, теле лә шыма, йырлай ҙа, уйната ла, көлдөрә лә кеүек, әммә ҡунаҡтар аҙаҡтан йыш ҡына ҡәнәғәтһеҙлеген ишеттерә. Нимәнән ризаһыҙлыҡ белдерергә мөмкиндәр, нисек уйлайһығыҙ?

Шәһит Хамматов:
 Әгәр ҡунаҡтар байрамдан ҡәнәғәт ҡалманы икән, бында ике яҡтың да хатаһы бар: хужаларҙыҡы ла, тамаданыҡы ла. Эйе, бөгөн тамадаларҙың программалары ла төрлө, стилдәре һәм башҡалары һәр береһенеке үҙенсә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың уртаҡ яҡтары ла күп. Күптәр байрамды шоу формаһында үткәрергә, ҡунаҡтарҙы ниндәйҙер көсөргәнештә, кәйефтә тоторға тырыша. Мәҫәлән, йәштәр туйҙы ят көйҙәр, ят бейеүҙәр, ят йолалар менән Европаса ойошторған, ти. Ә унда, әйтәйек, Әбйәлил районынан ололар килгән. Әлбиттә, улар был сарала толҡа тапмаясаҡ, әлбиттә, күңелдәре булмаясаҡ. Йә булмаһа тамада туйҙа ҡунаҡтарға ашарға ла бирмәйенсә һөйләй ҙә һөйләй. Ә ҡунаҡтар кемдер һөйләп торғанда ашап ултырырға ҡыймай. Шулайтып, аш һыуынып бөтә, артыҡ көслө музыканан, ҡысҡырған алып барыусынан һәм байрамдың үтә ҡыҙыу темпынан ҡунаҡтар арып бөтә, улар бер-береһе менән аралаша-таныша ла алмай ҡәнәғәтһеҙ ҡайтып китә.
Светлана Сөләймәнова: Ҡунаҡтарҙың ризаһыҙлығы алып барыусыларҙың һыйлаусы, тост күтәртеүсе роленә инеп китеүенән дә булырға мөмкин. Был осраҡта тамада хатта ҡотлауҙы, телмәр тотоуҙы ла минутлап бүлеп ҡуя. Бөтөн мәжлес тамада өйөрөлмәгендә өйөрөлөп, уныңса ғына булып, тын алғыһыҙ шәплектә һәм шау-шыуҙа үтә лә китә. Былай ҙа эшләп ҡайтырға була. Хужалар улар байрам барышында быны төшөнөп етә алмай, ә аҙаҡтан яйлап уйлап, баштарынан үткәреп, ризаһыҙлыҡтарын әйтә лә - һуң инде, туй үткән, аҡсаһы түләнгән. Шунлыҡтан, бөтөн ойоштороу мәсьәләләрен алдан ныҡлап уйлап, ҡат-ҡат тикшереп һәм кәңәшләшеп, һәр ваҡ мәсьәләне тәфсирләп, ваҡыт менән бүлеп ҡарап, килешергә кәрәк. Тамадаларҙың яуапһыҙлығы ул хужаларҙың моңһоҙлоғонан, иғтибарһыҙлығынан килә. Талаптың юғары булыуы йәки заказсыларҙың кимәле беренсе һөйләшеүҙә үк беленә.

Мәжлес мәжлес бит инде, табын артында күңел асҡан халыҡ менән төрлө хәлдәр ҙә сығып ҡуя. Шундай "сетерекле" ситуацияларҙа ни эшләй алып барыусы?

Светлана Сөләймәнова:
 Минең мәжлес-туйҙарҙан илап ҡайтҡан саҡтарым да аҙ түгел. Бая үрҙә әйткәнсә, беҙҙә алып барыусыны хеҙмәтләндереүсе итеп кенә күрәләр, тигәндән, эсеп иҫереп алғандарҙың әҙәпһеҙ ҡылыҡтары ла булып ҡуя. Ғәҙәттә, эш шарттарын һөйләшкәндә-килешкәндә үк мин "миңә берәү ҙә килеп ҡағылмай, мин бергә бейемәйем, һыйланмайым, минең менән шәхси һөйләшеүҙәр юҡ, мине тартҡылау, ирекһеҙләү тыйыла" тигән талаптарымды ҡуям. Әммә, үкенескә ҡаршы, эскеһеҙ байрамдарға ҡарағанда эске менән булғандары күберәк һәм алып барыусыны ҡосаҡлап үбергә теләгәндәр ҙә аҙ түгел. Шулай ҙа, ошо тәңгәлдә билдәләп үтәйем, һуңғы йылдарҙа эскеле байрамдарҙа ла халыҡтың спиртлы эсемлектәргә артыҡ һалышмауы, күптәрҙең исем өсөн генә тотоуы ла күҙгә ташлана. Йәғни, эскелек мәжлестең үҙәге түгел, тип әйтергә теләйем.
Сетерекле хәлдәр сыҡҡанда, бында хужалар барлығын да онотмайыҡ. Мин бит бары байрамды алып барыусы ғына, ә уның тәртибе, хәүефһеҙлеге һәм ҡунаҡтарҙың мәҙәни кимәле өсөн улар яуаплы.
Шәһит Хамматов: Мәҫәлән, нисәлер рүмкәнән һуң бер апай үҙен бик тә бәхетле итеп тоя ла, был халәте тағы ла илһамлыраҡ булһын өсөн тамада менән вальс бейергә теләй. Йәки бер ҡоҙаға икенсеһе оҡшамай. Бер сәбәпһеҙ, оҡшамай һәм - вәссәләм! Һәм ул йоҙроҡтарын төйнәй... Ошоларға оҡшаш хәлдәрҙә алып барыусы бөтөн тел һәм актерлыҡ һәләтен ҡуллана инде, көсөргәнеш тыуҙырмаҫҡа, башҡалар иғтибарын йәлеп итмәҫкә, иткәндә лә быны юморға борорға һәм шул уҡ ваҡытта берәүҙе лә кәмһетмәй, үпкәләтмәй генә үткәреп ебәрергә. Төрлө хәлдәр тыуғаны бар, эйе, әммә әлегәсә барыһы ла яйлы ғына шымартыла торҙо. Йәғни, мин үҙ ролемде үтәй беләм.

Туйҙар йоламы ул беҙҙә, әллә байраммы?

Светлана Сөләймәнова:
 "Башҡорт халыҡ ижады"нда туй ул үҙе йола итеп бирелә, йәғни, айырым йоланың атамаһы "туй". Уның эсенә шул мәжлес тә, байрам да, туғанлашыу ҙа, килешеү ҙә инә. Борон туйға бер нисә көнгә һуҙылған һәм эҙмә-эҙлекле барған саралар теҙмәһе инһә, заманалар ағымында был йолалар иләнеп-таралып төшөп ҡалып бөткән. Бигерәк тә совет власы осоро беҙҙең яусылы, саҡырыусылы, ҡалымлы, мәһәрле, һандыҡлы, сымылдыҡлы туйҙарҙы башта "ҡыҙыл туй"ға, унан бөтөнләй аты-заты булмаған аҡ фаталы мәжлестәргә генә ҡалдырҙы. Һәм бына һуңғы йылдарҙа, халыҡтың үҙ асылына ҡайтыу дәүерендә, зыялылар туйҙарында милли йолаларҙы тергеҙә башланы. Быға туйҙарҙы алып барыусылар ҙа булышлыҡ итергә тейеш тип уйлайым. Миңә күберәк ауыл сығышлы булғандар йәки ауыл халҡы мөрәжәғәт итә һәм мин башлыса башҡорт туйҙарын ғына үткәрәм. Бөгөн күптәр йолалы туйҙы алға ҡуя һәм улар менән үҙ ерлегендә үтәлгән йолаларҙы барлап сығабыҙ. Дөйөм башҡорт йолаһы тип алынғандың һәр районда үҙ үтәлештәре булырға мөмкин бит. Быларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Йомғаҡлап әйткәндә, туйҙың йоламы, әллә байраммы икәнен һәр заказ биреүсе үҙе хәл итә. Кемдәрҙер шунда уҡ йолаларға баҫым яһайыҡ, ти. Кемдәрҙер йола хаҡында бөтөнләй белмәй. Был тәңгәлдә мин үҙемдең тәҡдимдәремде индерәм һәм әлегә тиклем берәүҙең дә йолаларҙан баш тартҡаны булманы. Беҙҙең халыҡтың күңеленә һалынған бит инде ул йолалы, ғәҙәтле булыу. Хыялым, киләсәктә туйҙарҙы уйлап сығарылған йәки ябайлаштырылған, ҡулайлаштырылған йолаларҙан арындырып, тап тәғәйенләнеше буйынса, тулы, дөрөҫ йолалар менән үткәреү.
Шәһит Хамматов: Халҡыбыҙҙың туйҙы кеше ғүмерендәге бер мөһим ваҡиға итеп ҡуйыуы үҙе үк уның йола икәнен асыҡлай. Бында хатта бәхәсләшеп тә булмай. Кешеләр бит үлеп-батып булһа ла балаларына туй үткәрергә тырыша. Туйһыҙ өйләнешеүҙе өнәмәй. Тимәк, был йәмғиәттең йола булып формалашҡан ҡануны. Байрам тигән төшөнсә һуңғы быуатта барлыҡҡа килгән нәмә. Мәҫәлән, Май байрамы, Октябрь байрамы кеүек. Ә туй, никах кеүектәр улар йәшәйеш, көнкүреш йолалары. Тәртип буйынса был йолалар (һәм башлыса барыһы ла) аш-һыу мәжлесенән башҡа үтмәй. Күмәкләп күңел асыу, йыр-моң, уйын-көлкө ана шул байрам тантанаһын бирә лә инде. Бында эш нисек аталыуҙа түгел, ә шул бүленештәрҙе аңлап белеүҙә.

Туйҙарҙа, юбилейҙарҙа йыш ҡына тел мәсьәләһе проблема булып ҡалҡып сыға. Мәҫәлән, йәштәр башҡортса, ололар русса аралаша алмай. Бигерәк тә ҡала ерендәге мәжлестәрҙә. Шул саҡ тамада руссаға күсә лә китә...

Светлана Сөләймәнова:
 Мин башҡорт сараларын алып барам тип әйтеп үткәйнем. Тимәк, мине тик башҡортса һөйләшеүселәр генә саҡыра. Сценарий, программа һәм башҡалар барыһы ла башҡортса төҙөлә. Шулай булғас, кемдәрҙер аңламай тип телде боҙоп руссалап тормайым. Киреһенсә, шул башҡортса һөйләшә алмағандар ҙа тырышып-тырышып туған телдә һупалап маташа әле. Мин был мәсьәләне лә барыһы ла килешерлек итеп "Беҙ байрамды рәхәтләнеп аралашып, теләктәребеҙҙе әйтеп, йырлап, бейеп ҡайтыу өсөн туған телебеҙҙә үткәрәбеҙ", тип һаплап та ҡуям.
Шәһит Хамматов: Бындай байрамдарҙа тел ул төп бәйләнеш сараһы. Башҡортса булғанда ла, хатта ҡайһы урындарҙа руссаға күсеп китергә тура килгәндә лә, халыҡ үҙ туған телендә һөйләшергә, уның диалекттарын, ерлеккә хас тел үҙенсәлектәрен, тел айырмалығына бәйле ҡыҙыҡтарын һөйләргә лә ярата. Йыйылыштарҙағы һымаҡ, бер рус кешеһе булды икән, бер коллектив башҡортто ыҙалатып, русса һөйләткән кеүек хәл тыуҙырмаҫҡа, ә бына ошо тел ҡытыршылыҡтарын бөтөнләй тойҙормаҫҡа кәрәк мәжлестәрҙә. Быны ла алып барыусы оҫта итеп ойоштора ала.

Башҡорт туйҙарында нимәләр артыҡ?

Светлана Сөләймәнова:
 Был минең иң ауыртҡан еремә тейгән һорау. Иң йәнемде әрнеткән мәсьәлә. Бөгөнгө башҡорт туйҙарында сит ил йолаларынан урыҡ-һурыҡ урланған ғәҙәттәр артыҡ. Мәҫәлән, әллә ҡайҙан уйлап таптылар: ҡыҙҙы атаһы етәкләп алтарь янына алып сыға һәм кейәү ҡулына тапшыра. Кино ҡарап мауыҡҡан беҙҙең ҡыҙҙар, шундағы һымаҡ ҡыланғылары килә. Ярымасыҡ күлдәктәр! Кәләштең яурынбаштары, ярты күкрәге асыҡ булып ҡуя. Унан ул атаһы менән вальс әйләнә. Был да артыҡ ҡыланыу, минеңсә. Күренеп тора, атай кеше ҡыҙы менән тәүгә бейей, ул уңайһыҙлана, юҡ, уға шундай бурыс һалғандар. Ҡыҙыңдың биленән ҡосаҡлап бейеп йөрөү матур күренеш тә һәм беҙҙеңсә лә түгел. Һәр хәлдә, былар минең фекер. Унан, ҡыҙҙың туфлийынан эсемлек эсеү, сәскә ташлау, ҡыҙҙың ойоҡ бауына талашыу кеүек артыҡ ҡыланыштар ҙа осрай. Тағы ла үбешеү. Хужалар үҙҙәре үк алдан әйтеп ҡуя хатта "үбештермә инде" тип, йәштәр ҙә шулай ти. Бөтөн туған-тыумаса, ата-әсә балаларының ирен һурып үбешкәнен ҡарап ултырырға тейешме? Был "йола"нан туйсылар үҙҙәре үк биҙрәп тора. Ә уйһыҙ тамадалар уларҙы ирекһеҙләп, көсләп үбештерә лә үбештерә. Былар барыһы ла сит халыҡҡа эйәреү, үҙ ҡағиҙәләреңде белмәү, өйрәнмәүҙән киләлер.
Шәһит Хамматов: Христиан туйҙарының йолалары килеп инде беҙҙең туйҙарға. Һыу юлына барғанда бигерәк сама юғалтып ебәрәләр. Мәжүсиҙәрҙә борон туйҙы егет менән ҡыҙҙың түшәк бүлешеүенә алып килә торған йола итеп күрһәткәндәр һәм шул бәйләнешкә этәргес булған күренештәрҙе сағылдырғандар. Шуларға эйәреп, бөгөн беҙҙә кишер тағып йөрөһөндәрме, ҡатын-ҡыҙҙың эске кейемен кейеп алһындармы һәм башҡалар. Матур түгел генә түгел, ҡырағайлыҡ тип иҫәпләйем мин быларҙы.
Тағы ла мин туйҙарҙағы эскелеккә, бөтә нәмәне аҡсаға ҡороуға һәм уйындар уйнатыуға ҡаршымын. Эскелек темаһы былай ҙа аңлашылалыр, эскән мәжлестә йылы аралашыу, күңел менән ял итеү булмай, ә ҡотороуға тартым бер кисә килеп сыға. Программа нисек кенә бай, нисек кенә ҡиммәтле булмаһын, эскелек үҙекен итә һәм ҡунаҡтар шул тәмле һыйҙы ла, артистарҙы ла баһаламай.
Икенсеһе - бөтә нәмәнең аҡсаға һатылыуы. Килен бейеүенә генә аҡса һалыуға ризамын. Ә башҡаларына аҡса түләү менән килешмәйем. Был, әйтерһең, туй түгел, ә аҡса эшләү сараһы. Өсөнсөһө иһә - уйындар. Ҡунаҡтарҙы көсләп сығарып, буяп-кейендереп, әллә ниндәй ҡыланыштар ҡыландырып, әҙәпһеҙ трюктар яһатып бөтәләр. Ошоларҙы ла оҡшатмайым, ҡунаҡтарҙың уңайһыҙланып ултырғанын да күрәм. Был да тамаданың грамотаһыҙ шоу яһарға тырышыу күренештәре. Туйҙа, юбилейҙарҙа кешеләр күберәк һүҙ менән аралашырға тейеш. Был бит бәйге йәки һабантуй түгел. Бында өҫтәл артындағы бәйләнеш-аралашыу мөһимерәк.

Тамаданан тамада айырыламы, асылда?

Светлана Сөләймәнова:
 Мәжлес алып барыусы, туй алып барыусы ул байрам яһаусы ғына түгел, ә тәрбиәүи мәғлүмәт алып килеүсе лә, фәһемле төшөнсәләр биреүсе лә. Ул матурлыҡҡа, берҙәмлеккә, мәҙәнилеккә өндәүсе лә. Бына ошоларҙы нигеҙҙә тоторға тырышам. Кешеләр иң ҡәҙерле, хатта ғүмерҙәрендә бер генә була торған байрамдарына һине саҡырғандар икән - был яуаплылыҡты дәрәжәле күтәрә бел. Шулай тип уйлап, клиенттарымдың ышанысын аҡларға, уларға онотолмаҫ кисәләр яһарға тырышам. Һәм ниндәйҙер мәжлескә алып барыусы булып килеп баҫҡанда ла үҙемдең ир ҡатыны, өс бала әсәһе, журналист, ижад кешеһе булараҡ күренеп өлгөргәнлегемде лә онотмайым. Мин ошо статусыма торошло баһамды төшөрмәҫкә, намыҫымды тапамаҫҡа тейешмен дә.
Шәһит Хамматов: Бөтә эштә лә индивид булыуға ынтылыу зарур. Үҙ фекерең, үҙ талаптарың, үҙ ҡарашың һәм мөнәсәбәтең менән. Бының өсөн башты эшләтергә, ҡыйыулыҡҡа һәм фантазияға эйә булырға кәрәк. Алып барыусы булараҡ һин клиенттарға ниндәй яңы форма, башҡаларҙа ҡабатланмаған үҙенсәлектәр тәҡдим итә алаһың? Алып барыусы - ул шоу яһаусы түгел. Ул кешеләрҙе, хатта тәүгә күрешеп тороусы ете яттарҙы ла, аралаштыра ала торған сәнғәт һәләтенә эйә булыусы. Бына ошоларҙы төшөнгәндә һәм ҡуллана белгәндә, әлбиттә, тамада тамаданан айырыла.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=4771

 

Туйҙар йоламы ул беҙҙә, әллә байраммы? Башҡорт туйҙарында нимәләр артыҡ? Тамаданан тамада айырыламы, асылда?
Туйҙар йоламы ул беҙҙә, әллә байраммы? Башҡорт туйҙарында нимәләр артыҡ? Тамаданан тамада айырыламы, асылда?
Автор:
Читайте нас: