Мәсеттә вәғәз тыңлап, никах уҡытып, ҡыҙ йортона килгәс, ҡоҙалар менән яҡындан танышып, уларҙы ашатып-эсереп, йырлап-бейеп күңел асҡан арала, ипләп кенә бикәсте саҡырып сығарҙым да ҡоҙаларҙы уйната башланым. Ҡунаҡтар бер-береһенә төрлө йырҙарҙың берәр юлын йырлап, эстафета кеүек тапшырырға тейеш. Бына йыр конкурсы китте ҡыҙып, кәләш ҡайғыһы онотолдо. Әмәлгә ҡалғандай, иң аҙаҡҡы йыр йырлаған ҡоҙа йыр һуҙҙы: "Иртәнсәккәй тороп, бер ҡараһам, телефоным юҡ, урлағандар".
- Телефон нимә ул, кәләш юҡ, урлағандар, - тигәйнем, табындағылар гөж итеп ҡалды.
Алдан яҙылған маршрут ҡағыҙын тапшырып та өлгөрмәнек, кейәү һәм уның егеттәре саң туҙҙырып "тимер ат"тарына атланып, сығып та сапты. Ҡыҙҙы 5-6 урам аша йәшергәйнек. Былар урау-урау юлдарҙан беҙҙең өйҙө тапҡансы, ҡайта һалып, ҡапҡаны шарт бикләп, ишек уйымына ептән ау һуҙып, бөйөргә таянып ҡаршы алдым. Осҡондары осоп, тай-тулаҡтай үрәпсеп торған егеттәр кәртә аша ғына һикереп, штурм менән алырға уйлағайны, килеп сыҡманы. Был йәһәттән Рексҡа рәхмәт - этем абалап, ҡапҡаның теге яғындағыларҙың ярһыуын бер аҙ баҫты. Ул арала мин һөжүмгә күстем. "Кем унда?" - тип ҡысҡырған булам. Кейәү балаҡай ҙа шаян:
- Өфөнән посылка ебәргәйнеләр, асығыҙ әле, - ти.
- Юҡ, бер ниндәй ҙә посылка көтмәйем, ана бара юлығыҙ, - тим.
- Ҡыҙ эҙләйбеҙ, һеҙҙә юҡмы? - тиҙәр.
- Беҙҙә ниндәй ҡыҙ булһын? Шытыр өс малай! - тигән булам, асыулы тауыш менән.
- Кәләш бар тиҙәр һеҙҙә, - тип ярыҡтан ҡарай кейәү үңгәрҙәре.
- Мин бараммы? Тик өс балам бар... - тим.
- Бара, - тиҙәр тыштан.
Ҡапҡаны астым да:
- Кейәү бала, ҡайҙа йөрөйһөң, үрмәкселәр ау һуҙғансы, - тим.
Үңгәрҙәр сыҙамай, шатыр-шотор үтеп китмәксе.
- Туҡтағыҙ әле, егеттәр, был тирәлә мин хужа, минең һүҙҙе, минең шарттарҙы үтәгәндә генә дуҫығыҙҙы кәләшле итерһегеҙ, һынауҙар аша үткәрмәйенсә, бикәсемде тоттороп ебәрмәм инде, мине тапап китһәгеҙ, өс баламды етем итерһегеҙ, кем дә кем мине тыңламай, үҙ кеҫәһенән штраф түләйәсәк, - тигәйнем, бөтөнләй йыуашландылар.
Тәүге һынау - ҡайсыһыҙ-ниһеҙ ау аша үтергә. Дуҫтарының ярҙамы менән кейәү уны ут менән өҙөп үтте.
Икенсе һынау - "Мин һине яратам", тип ҡысҡырып, серенада йырларға. Кейәүҙән алда дуҫтары кем уҙарҙан "яратам" тип ҡысҡыра ла башланы. Йыр тамамланыу менән икенсе ҡаттан тәҙрә асылып, ҡулъяулыҡ болғанылар, йәнәһе лә, мин бында! Өсөнсө һынау - бикәстең исемендәге хәрефтәргә матур һүҙҙәр әйтеү. Кейәү быны ла уңышлы үтте. Ингәс, унан сынаяҡ йыуҙырып, саң һөрттөрөп, гөлгә һыу ҡойҙороп ҡараным, йәғни ҡатын-ҡыҙҙың ҡырылмаһа ҡырҡ эшенең бер нисәһен эшләттем. Быны мин шулай тип аңлаттым:
- Кәләшеңдең эшен һиңә ауҙарырға уйлайҙар икән тимә. Бикәс йә командировкаға китер, йә бәпес алырға барыр, шул арала өйҙә сүп-сарға батып, астан аяҡ һуҙып ҡуймауыңды хәстәрләп, һинең киләсәгеңде ҡайғыртыуҙан булды был һынау. Артабан икенсе ҡатҡа менеп еткәнсе бикәскә ҡағылышлы һорауҙар яуҙырҙым. Уныһын да үтте. Шунан бер бүлмәнең ишеге төбөндә ике мәҡәл әйтәм, береһен һайла тинем: "Сила есть - ума не надо" һәм "Беләге йыуан - берҙе йығыр, белеме йыуан - меңде йығыр". Икенсе мәҡәлде һайлауына, әйҙә инде, ҡарап ҡарайыҡ, тип ишекте асып ебәрҙем. Унда, тренажерҙар бүлмәһендә, бокс бирсәткәләрен кейеп, бик ажар ҡиәфәттә улдарым тора.
- Йә кейәү, беҙҙең ҡыҙҙы яҡлар-һаҡлар көс-ғәйрәтең, аҡылың бармы икән? - тим кейәүгә. Ҡәйнештәренә аҡса биреп килеште был.
Киләһе һынауҙы ҡуйырғамы, тип оҙаҡ ҡына уйланым, шулай ҙа атҡарырға булдым. Шаршауға төрөп, "ялған" кәләш ултырттым.
- Кәләшеңде таптың, ҡосағыңа ал, - тим.
Кейәү икеләнеп кенә алға ынтыла бирҙе лә, артҡа сигенде.
- Кейәү, юлыңда быуар йыландай арбап, юхалай һылашыр сырмалсыҡтар ҙа, бәлки, осрар. Берүк тайғаҡ юлға төшмә, әрәм булырһың, - тинем.
Бына кәләш йәшенгән бүлмәгә лә килеп еттек.
- Ишек бауы бер тәңкә, бикәс хаҡы мең тәңкә , - тип һатыулашып, һамаҡлап, йыртыш йырттырып, бикәсте кейәү ҡулына тапшырҙым.
Был кәмит нимәгә кәрәк, тип уйламағыҙ. Борондан ҡалған традицияларҙы хөрмәт итеп, хәлегеҙсә үтәргә кәрәк. Йыртыш йыртыу - ҡыҙҙың намыҫын, егеттең көс-ғәйрәтен күрһәтеү, ҡыҙ йәшереү - йәш ғаиләне яман күҙҙән, яуыз көстәрҙән йәшереп, күҙ яҙлыҡтырыу маҡсатында килеп сыҡҡан йолалар.
- Иреңә тоғро ҡатын бул, йылы һүҙең, яҡты йөҙөң, тәмле ашың менән ҡаршы ал. Иреңде батша, тип һанаһаң, батшабикә булырһың, ҡол итеп күрһәң, ҡол бисәһе булырһың. Аҡыллы ҡатын бул, бикәс. Иманлы, аҡ уйлы булығыҙ, башҡорт телле, башҡорт рухлы балалар үҫтерегеҙ. Аҡ юлдар, аҡ бәхеттәр насип итһен һеҙгә, йәштәр, - тип кейәүгә аҡ түбәтәй, бикәскә аҡ селтәр яға бирҙем. Ярты литрлыҡ банкыны биҙәнем дә:
- Бына һеҙҙең тәүге ғаилә банкығыҙ, нишләп бәләкәс кенә икән тимәгеҙ, тиндәрҙән һумдар йыйыла, үҙ көсөң менән тапҡан ҡәҙерле лә, бәрәкәтле лә була, - тинем.
Бына шулайыраҡ булды ҡыҙ һатыуым. Ҡытыршы урындары ла булғандыр, әммә ихлас күңелдән, барлыҡ изге теләктәремде теләп, бәхетле, оҙон ғүмерҙәр юрап атҡарҙым был эшемде. Күреүегеҙсә, һуңғы тиненәсә аҡсаһын һығып, алйытып-арытып маташманым кейәүҙе. Төп маҡсатым - уның кешелекле, сос, отҡор, ҡыйыу, алдынғы ҡарашлы, утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ, шәп Кеше икәнен үҙенә лә, кәләшкә лә, йыйылған йәмәғәткә лә иҫбатлау ине.
Мәжлес тамамланып, ҡайтырға йыйынғас, баяғы йәш-елкенсәктең: "Һеҙ - супер еңгә, ундайҙарҙы күргәнебеҙ юҡ әле", - тип хөрмәтләп, оҙатып ҡалыуҙарынан һуң уларҙың күңеленә остоҡ ҡына булһа ла халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәте, халыҡ ижады ынйылары орлоғон һибә алғанмындыр, тип ҡыуандым. Ҡасан да булһа ул орлоҡтар шытып сығыр, тип ышанам. Йәштәребеҙҙе шулай үҙ йолаларыбыҙға ылыҡтырайыҡ, тип әйтмәксе инем.
Гүзәл МЫРҘАЕВА.
Баймаҡ районы.