Килен бүләктәре араһында ЭЛДЕК тигән бүләк була, төрлө йөн ептәрҙән үреп-ишеп, остарына суҡлап, бала-сағаға, йәштәргә таратырға күп итеп эшләнә ул, егерме-илле элдек була. Әҡрәбәһе күп булғаны һикһән-туҡһанға ла еткерә. Күрше-күлән тиҙ генә жыйылышып эштәп бирәбеҙ элдеген дә, таҫтамалын, алъяпҡыстарын да ҡайышабыҙ. Элдекте бергә ишәһең, кис ултырып, берәү тотоп тора, икенсе ишә. Кеше булмаһа, берәй нәмәгә элеп тормаға кәрәк. Йәш ғаилә бәхетле-бергә йәшәмәгә тип теләп үрелә ул. Элдек яһамаға элек, йөн ептән бигерәк, киже йәки етен еп тотона торғайныҡ.
Киленде һыу баштатыуға алып киткәндә морондоҡ инәй, кейәү егете бергә була, элдекте шунда тараталар. Кейәү егете ҡыйыҡ башына менеп, жыйналған халыҡ өҫтөнә элдек ырғыта. Бала-саға ярышып йыйып ала. Һәләк күңелле була. Бала-саға, йәштәр зыу килеп таратып ала, берҙе алһа, тағы һорайҙар... Әбейҙәр ҙә болаша... Беҙҙә элдекһеҙ туй үтмәй. Иң көтөп алынған күренеш, иң матур иҫтәлекле бүләк – элдек. “Кем туйында булдығыҙ, элдектәре ҡандай матур эштәлгән, тип кинәнешеп ҡарайҙар туйҙан ҡайтҡас. Тәҙрә башына элеп ҡуябыҙ, көҙгөгә эләбеҙ. Таштамайбыҙ, оҙаҡ һаҡтайбыҙ элдектәрҙе, жыйылып китә төрҙө-төрҙөһө.
Балаҡатай ырыуы башҡорттарының телендә Сания Хәсән ҡыҙы Усманованан Сәрүәр Сурина яҙып алған.