-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туй йолалары
30 Апрель 2021, 11:01

Ҡотло булһын туйығыҙ!

Таҡмаза:

Таҡмаза — ҙур булмаған фольлор әҫәре, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады жанры.
Таҡмаза — ижек үлсәүе, күберәк хор менән башҡары­лыу яғынан таҡмаҡҡа яҡын. Таҡмаза таҡмаҡтан уйынға-бейеүгә бәйле булмауы, тик туй йолаларына ғына хас булыуы һәм көлкөлө характеры менән айырыла, Уның шулай булыуын исеме лә аңлатып тора. «Таҡмаза» — «таҡ» ҡылымы менән «маза» — тынысһыҙлыҡты аңлатҡан һүҙҙән яһалған исем һәм шул исемде аңлатҡан характерҙа була. Мәҫәлән:
Беренсе үрнәк: «Йыуаса»
Беҙҙең ҡоҙа хәлле икән,
Йыуасаһы баллы икән.
Ышанмаһаң, ашап ҡара,
Шәкәрҙән дә тәмле икән.
Ҡаптың ауыҙын асайыҡ,
Йыуасаһын сәсәйек.
Ҡоҙағыйҙың күңеле булһын,
Бөтөргәнсе ашайыҡ.
Ҡоҙа килде яҙ ғына,
Килгән юлы һаҙ ғына.
Күргән көнө ауыр микән
— Йыуасаһы аҙ ғына.
Әй йөкмәгән, йөкмәгән,
Йыуасаһын йөкмәгән.
Әллә өшөгән, әллә туңған
— Биш-алтыға бөкләнгән.
Ҡамыр баҫһа, ҡоҙасаның
Ҡулы йәбешә микән?
Һеҙҙең яҡтың йыуасаһы
Майһыҙ ҙа бешә икән.
Әй эт өрҙө, эт өрҙө,
Тышта берәү йүткерҙе.
Ҡоҙағыйҙың йыуасаһы
Тамағымды бөтөрҙө.
Икенсе үрнәк
Кейәү йортона оҙатҡанда еңгәләре ҡыҙҙың билен быуып түбәндәге таҡмазаны әйтәләр:
Ҡушағыңа ҡушылып,
Ҡуштан булма, киленсәк.
Аҡ ебәктәй ишелеп,
Уңышлы бул, киленсәк.
Олторағың һалбырлап,
Ауылсы булма, киленсәк.
Ҡарт ҡәйнәңә алаңлап,
Яусы булма, киленсәк.
Күренгәнгә екеренеп,
Даусы булма, киленсәк.
Ауыҙ-башың останлап,
Һүҙсән булма, киленсәк.
Йоҡлап ятҡан иренде
«Тор-тор»лама, киленсәк.
Тоҡтоң ауыҙы асыҡ тип,
Ҡором урлама, киленсәк.
Апһын менән талашып,
Сүмес алма, киленсәк,
Һыйыр һаумай күп йоҡлап,
Һуңға ҡалма, киленсәк.
Читайте нас: