+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туй йолалары
3 Август 2020, 22:35

Селлә

Ниңә селлә айында никах йәки туй үткәрергә ярамай, тигән һорауҙы күп тапҡырҙар ишетергә тура килде. Никах йәки туйҙың ниндәй мөнәсәбәте бар селләгә? Нимә ул селлә?

Селлә – 40 көн буйына дауам иткән йәйҙең иң эҫе мәле (25 июндән алып 5 авгусҡа тиклем).
Ҡышҡы селлә – 40 көн дауамында барған ҡыштың иң һыуыҡ мәле (25 декабрҙән алып 5 февралгә тиклем).
Селлә айында никах йәиһә туй үткәрергә ярамай, тигән төшөнсә ислам динендә юҡ, әммә фаразлаһаҡ, бында ла ниндәйҙер хикмәт бар һымаҡ. Элек беҙҙең ата-олатайҙар ат, дөйә менән йөрөгән. Алыҫ юлға сығыу селләлә - эҫе һәм һыуыҡ көндәрҙә - ҡыйынлыҡтар тыуҙырған. Бәлки, ошо сәбәпле ниндәйҙер тыйыуҙар булғандыр. Һыуыҡ һәм эҫе ваҡытта аттарҙа алыҫ юлға сығыу кеше ғүмеренә ҡурҡыныс тыуҙырғандыр, шуға ла никахтар, туйҙар кисектерелеп торғандыр. Әммә былай тип әйтеү ҙә фараз ғына. Хәҙер, Аллаға шөкөр, ундай ҡыйынлыҡтар юҡ. Машиналар тиҙ йөрөшлө, кондиционер менән һыуытыла һәм алыҫ юлға сығыу беҙҙең өсөн мәшәҡәт тыуҙырмай.
Никахты тотҡарлау дөрөҫ түгел. Был донъяла гонаһ ҡылһаң, тәүбә әйтергә ашығыу, кеше үлһә, уны күмергә ашығыу, әгәр ҙә ҡыҙ менән егет өйләнешергә теләй икән, уларҙың никахтарын да тотҡарламау хәйерле. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд с.ғ.с хәҙисендә хәбәр ителә:
“Никахлашығыҙ, балалар тыуҙырығыҙ, күбәйегеҙ, сөнки Ҡиәмәт көнөндә һеҙҙең күплегегеҙ менән башҡа өммәттәр алдында ғорурланырмын”.Ислам дине тәртипле рәүештә өйләнешеп йәшәү ҡанундарын тәҡдим итте, енси аҙғынлыҡты тыйҙы, шулай итеп, никахтың файҙаһын теге йәки был кешегә генә ҡарата түгел, ә бөтә кешелек донъяһы-йәмғиәте өсөн ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген белдерҙе. Сөнки өйләнешеү – нәҫелеңде арттырыу, балалар үҫтереүҙең иң матур юлы. Ата-әсәлек хисе һәм тойғоһо тик ғаиләлә генә барлыҡҡа килә алалыр.
Ғаилә бәхете йәштәрҙең үҙҙәренән тора. Улар бер-береһенә таяныс, ярҙамсы булырға тейештәр. Ғаиләлә шәриғәт хөкөмдәре булғанда ғына ғаилә ысын бәхетле була. Һүҙемде тамамлап, шуны әйткем килә: никах өсөн кәртәләр юҡ, селлә беҙҙең өсөн сәбәп түгел.
Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәни-Кәримдә әйтә: «Ирһеҙ ҡатындарҙы, ҡатынһыҙ ирҙәрҙе, никах хаҡтарын үтәргә яраҡлы булған яҡшы ҡолдарығыҙҙы һәм йәриәләрегеҙҙе өйләндерегеҙ. Әгәр өйләнеүселәр фәҡир булһалар, Аллаһы Тәғәлә үҙенең йомартлығы менән уларҙы бай ҡылыр. Ниғмәттәре мул булған һәм бар нәмәне лә белеп тороусы – Ул – Аллаһ. (“Нур” сүрәһе 32-се аят).
Хәсән Зарипов, имам-мөхтәсиб.
Читайте нас: