-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Туй йолалары
16 Апрель 2019, 16:46

Туй йолалары. (Аҙағы).

ТУЙ ЙОЛАЛАРЫ («Башҡорт халыҡ ижады». I том. Розалия Солтангәрәева материалдарынан ҡыҫҡартып алынды. Аҙағы. Башы 1-се һанда)

Кейәү килеү
Ҡыҙ менән егетте ҡушыу йолаһы, ике яҡ килешеп, таҫтамал алышҡас, үткәрелә.
Ҡыҙ янына беренсе килгәнендә егет туп-тура үҙенең ҡайныһы йортона төшмәй, ә ошо ауылда булған еҙнә тейеш кешеһенә йә ҡайнағаһына төшә. Ул кейәү үңәре менән килә. Ҡапҡа асҡан кешегә егет аҡса бирә.
Ҡыҙ йәшереү
Егет килер алдынан әхирәттәре ҡыҙҙы йәшерә. Кейәү үҙенең үңәре, ауыл егеттәре менән ҡыҙҙы эҙләй башлай. Ҡыҙҙар иһә кейәүҙе, уның иптәштәрен хурлап, таҡмаҡ әйтәләр:
Кейәү йорто сыуалын
Аҡбур менән бурлайыҡ.
Шунда торған кейәүҙе
Тотайыҡ та хурлайыҡ.
Кейәү үңәре ҡыҙҙарға тәңкә биреүе була, кейәүҙе маҡтау таҡмағы башлана.
Ҡыҙҙы һаман эҙләйҙәр. Берәй еңгә, ҡыҙҙы күрһәтәм, тип, егетте алдатып йөрөй. Ниһәйәт, ҡыҙ йәшерелгән йорт табыла.
Егеттәр тыштан ишек шаҡый. Эстән:
– Кем унда? – тиҙәр. Егеттәр:
– Беҙ юлаусылар, төнгә ҡалдыҡ, фатирға керетегеҙ! – ти.
– Нисә кеше?
– Улым менән икәү!
– Күпме түләйһең?
– Биш тәңкә!
– Аҙ!
– Ун тәңкә!
– Өҫтә!
Ахырҙа, ике яҡ та килешә. Ишек келәһе асыла. Егеттәр аҡса өләшкән арала ҡыҙ сығып ҡаса. Уны ҡыуыу башлана. Егет ҡыҙҙы ҡыуып етеп, күтәреп алып килә. Ошо ваҡыт ҡыҙҙы әхирәттәре тартып алырға тырыша. Ниһәйәт, ҡыҙҙы еңгәләре уратып алалар ҙа, баш өҫтөнә шаршау ҡаплап, ҡушылаһы өйгә алып китәләр. Егеттәр уларҙың артынан эйәрә. Ҡыҙ менән кейәү ҡушыла торған тирмәнең йә өйҙөң ишеге арҡыры ҡыҙҙар йыртыш тотоп торалар. Кейәү уны айыра баҫып инеп китә. Ул йыртыш, туҡыма киҫәктәрен еңгәләр һамаҡлап тараталар. Кейәүгә йыртышҡа баҫыр алдынан ҡыҙ янына инеү хаҡы ҡуйыла:
Ишек бауы бер тәңкә,
Йыртыш хаҡы биш тәңкә,
Ҡыҙыбыҙ тора мең тәңкә!
Кейәү егет был хаҡты ла түләй. Шул арала:
– Төн дә үтте, кейәүкәй,
Ай ҙа батты, кейәүкәй.
Тәү әтәс тә ҡысҡырҙы,
Ҡыҙың көтә кейәүкәй, – тип, ҡыҙҙар тағы тиҙ генә өйгә инеп бикләнә. Егеттәр менән ҡыҙҙар араһында әйтеш башлана.
Егеттәр:
– Асығыҙ ишегегеҙҙе!
Ҡыҙҙар:
– Ас булһаң, туйып кил,
Сарығыңды ҡуйып кил!
Егеттәр:
– Инеп ҡарармын әле,
Инеп күрермен әле.
Сарығымды ҡуймайынса,
Кергәндәрем бар әле!
Кейәү үңәре ҡыҙҙарға бүләк вәғәҙә итә.
Ҡыҙ ҡушыу
Ишек асылыу менән тағы көрмәкләшеү башлана. Йәштәр ҡауышаһы урында тәүҙә еңгәләр аунап ала. Кейәү һәр береһен урындарынан торғоҙоп, тәңкә биреп, сығарып ебәрергә тейеш. Ҡушыр еңгә һике аҫтына мал ялаған тоҙ, түшәк аҫтына йөн, тәңкә, һике аҫтына бысаҡ һалып ҡуйған була. Ошо еңгә кейәүгә ҡыҙҙың ҡулын тоттора. Кейәү еңгәгә аҡса бирә. Еңгә йәштәрҙең өҫтөнә шәрбәт бөркөп, изге теләк теләп, сығып китә.
Ҡыҙ ҡушыу урынын күрһәткән өсөн егет ҡыҙҙың әсәһенә һарыҡ әйтә. Еңгәләр был турала ҡыҙҙың әсәһенә еткерә. Йәштәр урамда йыр йырлап, һамаҡ әйтеп, шау-шыулы уйындар ҡора.
Ҡыҙ янына ингәндә, кейәүҙең биле ҡатлы-ҡатлы итеп бик ныҡ быуылған, аяҡ кейеме тығыҙ итеп кейелгән була. Йәш кәләш, уңайын табып, уларҙы сисергә тейеш.
Шулай ҡауышыр йәштәргә йофаф төнө етә.
Кейәү күреү
Иртән таң менән ҡыҙ кейәүе ҡуйынынан тороп өйөнә ҡайтып китә. Кейәү ҡәйнештәренә бүләккә бәке, балдыҙҙарына тәңкә, аҡса тарата.
Еҙнәләренән бүләк алырға тип килгәндә, йәш үҫмерҙәр, малайҙар таҡмаҡ әйтеп торалар:
– Еҙнә, атың – бейәме?
Ялы ергә тейәме?
Апайымды алған өсөн
Беҙгә аҡса тейәме?
Ҡыҙ ҡушҡан өй хужаһының ҡатыны иртән күрше-тирә йәш килендәрҙе кейәү янына ҡунаҡҡа саҡыра.
Ҡыҙ әсәһе күрһәткән килендәргә кейәү килтергән таҫтарлыҡ ситса йыртып өләшә, килгән ҡунаҡтарҙы һыйлай. Кейәү һауытҡа тәңкә һала.
Ҡунаҡта ҡатнашҡан һәр кем кейәүҙе ҡунаҡҡа саҡыра. Үҙен ҡунаҡ иткән һәр йортта, кеше күҙенән йәшереп, кейәү үҙенең сынаяғы аҫтына тәңкә һала.
Мунса
Ҡушылған төндөң иртәгәһенә ҡыҙҙы әхирәттәре менән бергә мунсаға оҙаталар.
Ҡыҙға бөркә торған кейәү балын әҙерләп ҡуйғандар. Ошо шәрбәтте оло еңгә, теләк теләп, мунса ташына һибә, ҡыҙға бөркә, миндек бешерә. Шәрбәтте ташҡа һирпкәндә ҡыҙҙың бөркәнсеген алалар, сисендерәләр. Ҡыҙҙы миндек менән иң элек ата-әсәһе иҫән булған әхирәте саба, һамаҡлап-һамаҡлап теләк теләй. Йыуынғас, ҡыҙ мунса төнлөгөнә, ләүкә аҫтына, көлгә, таш араларына тәңкә ҡыҫтырып сыға. Еңгәләр, ҡыҙға теләк теләп, уны ҡойондороп сайындыралар.
Мунса инергә кейәүгә сират етә. Йыуынып, сайынып сыҡҡанда, ул сөйгә, урҙаға суҡ, йә таҫтамал бәйләп ҡалдыра. Иң ҡиммәт тәңкәне ул айырыуса ныҡ йәшерә. Уны еңгәләр эҙләп табырға тейеш. Табыусы һый-күстәнәс ала, шунан еңгәләр бергәләп сәй эсәләр.
Мунсанан сығыуға йәштәрҙе ҡыҙҙың еңгәләре, әхирәттәре, кейәү эйәрсәндәре ҡаршы алып көтөп торалар. Кейәүҙе ҡатлама (ҡамыр ашы, белендең бер төрө) менән ҡаршылайҙар. Егет ҡатламаны бер ҡаба ла, ҡалғанын яурыны аша мунсаға табан ырғыта. (ризыҡ һибеү – муллыҡҡа, ырыҫҡа ишара). Егеттәр береһен-береһе ҡыуышып, шунда йүгерәләр. Кем шул ҡатламаны тотоп ала, йәнәһе, шул беренсе булып өйләнә.
Кейәү дүрт-биш көн ҡунаҡ булып, һыйланып, һәр көн мунса инеп, кейәүләп ята. Шунан ғына өйөнә ҡайта.
Ҡалым туйы
Никах туйынан һуң йола буйынса Ҡалым туйы үткәрелә. Тәғәйен көн еткәс, ҡоҙалар юлға сыға. Ҡыҙ яғы ҡоҙаларҙы ҡаршы алалар. Уларҙың береһенең ҡулында ҡот (аҡ йәки ҡыҙыл сепрәк, йәки таҫтамал) була. Уны ялауыс та тиҙәр. Ҡот тотҡан кеше егет яғынан килгән ҡоҙалар яғына барып әйләнә лә ҡаса. Ҡоҙалар уның артынан баҫтыра. Баҫтырышҡанда төрлө шаяртыуҙар булырға мөмкин. Ҡыуып еткәс, «ҡот» улар ҡулына төшә. Бына шулай итеп «Ҡот алыу» була, ул бәхеткә юрала.
Көрәгә асыу
Төп йортҡа йыйылған ҡунаҡтар менән «аҡ эсеү» йолаһы үткәрелә. Егеттең атаһы ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән һыйлай. Шунан туй көрәгәһен алып сығалар. Барыһы ла: «Һай! Көрәгә! Ҡотло көрәгә, бәрәкәтле көрәгә!» – тип тәбрикләп, көрәгәне ҡаршы ала.
– Һай! Көрәгә килә! Көрәгә килә,
Көрәгәләр тулы бал килә.
Көрәгәләр тулы балдар килә,
Ҡура-ҡураларға мал килә! Һай!
Көрәгәне тире, йәки толоп өҫтөнә ултырталар. Көрәгә өҫтөнә аҡ таҫтамал ябылған була. Көрәгә асыусы мал (бүләк) әйтеп, таҫтамалды ала. Уның бүләгенең һибәһенә ҡыҙ атаһы мал әйтә. Аяҡсылар, ҡоҙаларға туй эсемлеген йырлап биреп, хөрмәтләп йөрөйҙәр. Беренсе кәсәне һәр ҡоҙа тәңкә һалып ҡайтарып бирә. Көрәгә асыусы көрәгә ҡырында ғына була, һыйлап йөрөмәй.
Йыуаса
Туйҙың икенсе көнөндә, ғәҙәттә, егет яғы алып килгән күстәнәс – йыуаса менән һыйлау йолаһы була. Был көндө сығарыла торған төп һый – йыуаса. Шуға туйҙың икенсе көнөн «Йыуаса көнө», «Йыуаса ашы» тип тә йөрөткәндәр. Йыуасаны барыһына ла ауыҙ иттерергә тырышалар, уны ауыҙ иткән һәр кем ҡунаҡ һыйлаусыға аҡса (тәңкә) бирә.
Йыуаса батмусы бушағас, ҡәйнә уның өҫтөнә баҫып бейей. Уың аяғы аҫтына тәңкә һелтәйҙәр. (Йыуаса батмусына баҫып бейеү ҙә боронғо йола бейеүҙәренә инә. Батмуста бейеүҙә төп элементтар – туҡылдау, ҡағыу – сихри яуыз заттарҙы өркөтөү менән бер рәттән ҡот, тыуым-үрсем теләүҙе лә аңлата).
Өсөнсө көн
Туйҙың өсөнсө көнөндә иртән төп ҡоҙа йортонда ҡоҙаса сәйе уҙғарыла. Был һыйҙы ҡыҙҙың һеңлеләре, яҡын ҡыҙ туғандары ойоштора.
Иң тәүҙә ҡыҙҙар егет үңәрен һыйлайҙар: сәй эсерәләр, ит һоғондоралар. Үңәр бер һауытты ла буш ҡайтармай – тәңкә һала. Сәй эскәндә ҡоҙасалар егеткә төрттөрөп таҡмаҡ әйтә. Төрлө уйын, йыр, бейеү, таҡмаҡ әйтешеүҙәр дауам итә.
Кискә табан ҡунаҡтар барыһы ла бер йортҡа йыйыла. Был – «ҡунаҡ ашына» («төп ашҡа» йә «мир балына») йыйылыу тип аталған. Мир балы – ун кешенең шәкәренән ҡойолған. Балды маҡтап, кәсәләргә тәңкә һалып биргәндә һамаҡлап торғандар. Хужаларҙы, туйҙы маҡтап, ҡара-ҡаршы йыр йырлашҡандар.
Дүртенсе көн
Туйҙың иң аҙаҡҡы көнө «хуш ите»,«хуш ашы» йәки«сыбыртҡы ите» тип аталған.
Һыйлау, хөрмәт итеүҙең аҙағында сыбыртҡы менән ҡунаҡтарҙы ҡыуыу йолаһы еткән.
Ҡыҙҙың ағаһы, йәки яҡын туғаны тунды тиҫкәре яғы менән кейә, башына бүрек, биленә билбау бәйләп, бейей. Уны «сыбыртҡысы» йә «көтөүсе» тиҙәр. Шау-шыу, сыбыртҡы шартлатыу – яуыз көстәрҙе ҡыуыуҙы аңлатҡан.
Ҡоҙалар туйға килгәндә, үҙҙәре менән алып килгән түшәк-юрғандарын тейәп, ҡайтырға әҙерләнә. Уларҙы оҙатҡанда тағы «ҡот сабыу», «ҡот алыу» бәйгеләре үткәрелә. Ҡыҙ яғы егеттәре ҡоҙаларҙы һай-һайлап ҡыуа сығалар, юлдарын бер нисә тапҡыр арҡан менән бүлеп, тәңкә бүләк алмайынса ебәрмәйҙәр. Тик төп ҡоҙа ғына ҡайтмай, тағы ла өс-дүрт көн ҡунаҡ була.
Серге ҡағыу
Ҡоҙаларҙы оҙатҡас, ҡыҙ атаһының туғандары, хөрмәткә ҡатнашыусылар кире өйгә инеп, ҡалған һыйҙы ашап-эсеп күңел асалар, именлек, шатлыҡ теләшәләр. Еңгәләр аяҡ аҫтында ятҡан кейеҙҙәрҙе сығарып ҡағалар, уларҙы һуғып-һуғып, әр һүҙе әйтеп ҡуялар, йәнәһе, ен ҡыуалар. Ошоно серге ҡағыу тиҙәр. Төп ҡоҙа уларға тәңкә бирә. Олораҡ әбейҙәр ҡоҙаларҙы оҙатып өйгә ингәндә, ағас ботағы, таяҡ йә юнысҡы киҫәге алып, мейескә яға. Оҙатҡас, «буш ҡул менән өйгә инергә ярамай», тиҙәр, юғиһә, киткән кеше менән ҡот китә була.
Ҡалын алыу туйы
Кейәү бер-ике тапҡыр кейәүләп ҡайтҡас, егет атаһы ағай-энеләре менән кәңәшләшеп, ҡыҙ атаһын ҡалын алырға саҡырырға үҙ ауылынан урта йәштәрҙәге бер-ике кешене саҡырыусы итеп ебәрә. Йола буйынса, күпме кеше теләй, ҡалынға шунса кеше килә алған (ә ҡалымға килеүселәр һаны ике яҡтан да һөйләшелгән иҫәптән артыҡ та, кәм дә булырға тейеш түгел). Ҡалын атҡарышыу өсөн саҡырылған ҡунаҡтары ла берәр тәкә һуйып, күпләп күстәнәстәр алып, әҙерләнеп торалар. Ҡалын туйы өс көн дауам итә. Уның аҙағында майҙанға сығалар. Унда батырҙар көрәштереү, балаларҙы ярыштырыу, йүгертеү ойошторола. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырыла. Дүртенсе көнгә егет атаһы ҡоҙаларҙы оҙата. Баш ҡоҙа егет атаһында ҡалып, яңынан өс-дүрт көн ҡунаҡ була.
Ҡалын туйында, сәрмә күтәреү тип, махсус бейеү башҡарылған. Ике тоҡҡа бауырһаҡ тултырып, шуны көйәнтәгә аҫып, егет яғынан бер ҡыҙ бейей. Икенсеһе батмус тотоп, аҡ йыя. Был ҡоҙаса бейеп килеп, ҡоҙаларына сәрмә менән һуға. Һуғылғаны, йә һуғылырға теләмәгәне батмусҡа аҡса ырғыта. Шул аҡсаны ҡыҙҙар үҙ-ара бүлешеп ала.
Ҡалын ҡоро таралыр алдынан кейәү күбәтәһе сығаралар. (Кейәү күбәтәһен эсеү – кейәүгә тағы ла бер һынау. Унда бер йәш ҡоронан икенсе йәш ҡорона күсеү, йәғни инициация мотивтары сағыла). Тәүҙә кейәү барыһы менән дә ҡушҡуллап күрешеп сыға. Шунан уға, тәңкә һалып, ҡымыҙ тултырып, күбәтә тотторалар. Биргән берен кейәү үҙе генә эсеп тормай, бергә ингән тиңдәшенә, үңәренә лә бирә. Ҡымыҙын эскәс, тәңкәһен алып, күбәтәне кире ҡайтаралар. Кейәү буш ҡул сығырға тейеш түгел. Бөтәһе лә табынға йәйелгән ашъяулыҡҡа бүләк һала. Артабан кейәү йортонда ла серге ҡағыу йолаһы үткәрелә.
Ҡыҙ күсереү туйы
Булъял (ваҡыт, мәл) тәүлеге тулғас, ҡалым, мәһәр түләнеп бөткәс,ҡыҙҙы туйлап ҡайны йортона оҙаталар. Ҡыҙ оҙатып алырға егет яғынан бер нисә кеше бара.
Әсәһе ҡыҙына теләк теләп, «әсә һөтө» тип, аҡ эсемлек (һөт, ҡымыҙ йә ҡатыҡ) эсерә. Ҡыҙ әсәһе менән ҡосаҡлашып хушлаша. Ошо ваҡыт еңгәләр уларҙың икеһен айырым-айырым таҫтамал менән айырып алалар. (Был йола әсә менән ҡыҙҙың икеһенең хәҙер икенсе ырыу кешеһенә әүерелеүен аңлата). Ҡыҙ өйҙән сыҡҡанда, ишек яңағына таянып, маңлайын ишек яңағына тейҙереп-тейҙереп ала. Ата-әсәһе, мал әйтеп, ҡыҙҙы ишектән айырып ала. (Рухтар йәшәгән изге урынға, ишек яңағына маңлай терәү, ҡыҙҙы ишектән мал әйтеп айырып алыу – шул рухтарҙың күңелен яуларға, булышлығына ирешергә теләүҙе аңлата). Ҡыҙҙы оҙатып ҡалыусылар: «Һыуға батҡан таш кеүек бул!» – тиҙәр.
Килен төшөрөү
Йәш киленгә кейәүҙең ағай-энеһенән берәйһенең ҡатынын морондоҡ әсәй тип билдәләп ҡуялар. Ул ҡатын егет йортонда аш-һыу әҙерләшеп башҡалар менән килен көтә. Килен килеп төшкәс, уның башына сымылдыҡ күтәреп, ян-яғынан уратып алалар. Киленде оҙата килеүселәр, алырға барыусылар өйгә инәләр. Ә килен тик тора. «Киленгә таянсыҡ кәрәк!» – тиҙәр. Ҡәйнә кеше килен янына мал етәкләп алып килә, морондоҡ әсәй килен аяғы аҫтына аҡ кейеҙ йәйеп, мендәр һала. Килен уң ҡулы менән малға таянып, кейеҙгә уң аяғы менән баҫа.
Ҡәйнә кеше килене менән күрешә, уның маңлайына аш һөртөп, ауыҙына май, бал яға, кәсә менән аҡ бирә (ҡымыҙ, һөт, ҡатыҡ). Килен ауыҙ итеп һауытты ҡәйнәһенә ҡайтара.
Һыу башлатыу
Килендең морондоҡ әсәһе һыу күнәктәрен үҙе көйәнтәләп алып, алдан төшә, ә йәш килен әхирәттәре менән уның артынан эйәрә. Улар артынан килен күрергә йыйналған йәш-елкенсәк, ҡыҙ-ҡырҡын, бала-саға эйәрә. Морондоҡ әсә бүләк итеп ҡыҙҙарға күкрәксә тарата, ә килен йөҙөк, таҫма өләшә, малайҙарға янсыҡ, ығырмау бирә.
Һыуға барғанда, килен ауыҙына тәңкә ҡаба. Барып еткәс, шул тәңкәне һыуға ташлай. Морондоҡ әсә ошо ваҡыт: «Киленде тотма, тәңкәне тот!» – тип ырымлай. Йә килен үҙе: «Мине тотма, тәңкәне тот! Сир-сырхауымды йот!» – ти. Һыу алыр алдынан йәш килен битен-ҡулын йыуа, теләк теләй. Йәш килендең яурынына тулы күнәкле көйәнтәләрҙе морондоҡ әсә йә бикәс кеше һала ла кире ала – шулай итеп өс тапҡыр ҡабатлай.
Килен һыуҙы сайпылдырмай, тигеҙ генә баҫып атлап ҡайтырға тейеш. Шуның менән уның уңғанлығы һынала.
Килен сәйе
Ҡәйнә килен алып килгән һыуҙан сәй ҡайнатып, ҡунаҡ йыя. Йоланы «килен сәйе» йә «килен һөйөү» тип атайҙар. Сәйгә килгән ҡатындар килендең аяҡ баҫыуын, ҡунаҡтарҙы хөрмәтләүен ҡарап-һынап, өҫ-башына кейгән кейеменә, бил быуыуына тиклем тикшереп ултыралар. Ҡулы бушаған мәлдә килен, һөйәлеп, ҡәйнештәре менән һөйләшеп торһа: «Был килен ус ялатмаҫ, ауыҙы-башы остаңлап, күп һөйләй, үҙе ялҡау булыр – һөйәлеп тора», – тип ғәйепләргә әҙерҙәр. Килен күрергә элек тик әбейҙәр, бабайҙар ғына йыйылған. Егет әсәһе уларға бүләк тарата.
Килен һандығын асыу
Теләктәр әйтелеп бөткәс, килен һандығын асалар. Һандыҡты егет яғынан иң яҡын апаһы бүләк әйтеп аса.
Ирҙәргә – таҫтамалдар, ҡатын-ҡыҙға яулыҡ, алҡа, беләҙектәр таратҡандар.
Ошо көндө үк килен бирнәһен ҡарау үткәрелә. Йәш ҡатындың ҡул эшен, сигеү, һуғыу, ҡайыу оҫталығын һынағандар.
Килен күреүгә килгән бала-сағаға, йәштәргә бейем кеше (егет әсәһе) бүләк тарата.
Түркен барыу
Килен, кейәү менән бер йыл самаһы торғас ҡына, тәүҙә атаһы йортона ҡунаҡҡа бара. Һуңынан уны кейәүе килеп ала. Кейәү бал алып килә, ҡыҙ әсәһе унан бал ҡоя. Бер аҙҙан ҡыҙҙың ата-әсәһе «түркен балына» тип атап, ҡунаҡ саҡыралар. Был балды эсергә килгән кешеләр һәр ҡайһыһы бүләк бирәләр. Ҡалынға барған кешеләр, ҡыҙ менән егеткә айырым хөрмәт күрһәтеп, бүләк әйтәләр. Йәштәрҙең ҡайтыр көнө еткәс, атаһы ҡыҙына инселәп мал бирә. Уны ҡыҙҙың берәй яҡыны кейәү йортона илтеп тапшыра. Был малды игәт малы тиҙәр.
Түркен балы мәжлесендә мал алып килгән ҡунаҡҡа бүләк бирәләр, уны йырлаталар, йә бейетәләр. Шуның өсөн ҡыҙҙың әсәһе уға һебә – ҡыҙыл суҡлы түбәтәй бирә. Кейәүҙе лә бейетеп тағы ла һынайҙар. «Йә, кейәү, бейе әле, үҙеңә айыра тояҡ мал!» – тиҙәр. Ул бейегәндә аяғы аҫтына тәңкә ырғытып торалар. Әсәһе ҡыҙға теләк, нәсихәт әйтә: «Үҫкән ерҙән төшкән ер эҫе, балам, бәхетле, тәүфиҡле ғүмер ит».
Түркен мәжлесе үткәс, кәләш ике-өс айға ата йортонда ҡунаҡҡа ҡала. Был хаҡта ҡыҙҙың атаһы кейәүе менән килешә. Шуны «риза булыу йолаһы» тиҙәр. Атаһы йортонда ҡалған кәләш ҡунаҡ ҡына булып йөрөмәй, донъя кәрәге йыя: йөн иләй, балаҫ һуға, юрған күбей, кейеҙ баҫа, тула баҫа, бәйләм бәйләй.
Игәт малы ҡайтҡан көндө егет йортонда халыҡ йыйыла. Ҡалын эскән кешеләр, килтереп-килтереп, игәт малына бөтәһе суҡ бәйләй. «Еңгәм игәт килтерҙе!» – тип, бөтә ауыл ҡыҙҙары, егеттәре йыйыла. Суҡтарҙы сисеп алып, йыйылған кешеләргә биреп торалар.
Башҡорт туй йолаһы шулай тамамлана.
Илнар Ишемғолов әҙерләне
Читайте нас: