-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туй йолалары
15 Февраль 2019, 12:21

Йолалар

ТУЙ ЙОЛАЛАРЫ Халҡыбыҙҙың йола фольклоры миҙгел, ғаилә-көнкүреш фольклорына бүленә. Кеше ғүмерендә өс туй йолаһы бар. Тыуым, исем туйы, никах туйы, һуңғы юлға оҙатыу туйы. Журналыбыҙҙа никах туйы төшөнсөһе тураһында айырым яҙмалар бирергә булдыҡ.

Сөнки һуңғы йылдарҙа туй йолаларын дөрөҫ үткәрергә тырышыу, боронғолар һүҙенә ҡолаҡ һалыу күренештәре күҙәтелә. Был бик ҡыуаныслы хәл. Әлбиттә, заманаһына ярашлы, төрлө үҙгәрештәргә юл ҡуйыла. Шулай ҙа, халҡыбыҙ гәүһәрҙәрен бөртөкләп йыйып, томдарға туплаған ғалимәбеҙ Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВАның туй тураһындағы ифрат бай, файҙалы мәғлүмәттәре тураһында хәбәрҙар булған яҡташтарыбыҙ йыш ҡына мөхәрририәткә мөрәжәғәт итәләр. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, башҡорт туй йолаһын үткәреү тәртибе тураһында ғалимәнең «Башҡорт халыҡ ижады» китабында донъя күргән «Йола фольклоры»ның ҡыҫҡартылған вариантын журналыбыҙҙа баҫтырып сығарырға булдыҡ.
Уны тағы бер ҡат күҙҙән үткәреп сыҡҡас, инанаһың, халҡыбыҙҙың һәр бер йола күренешендә бөйөк аҡыл тупланған, унда бер ниндәй ҙә ваҡлыҡ юҡ, һәр береһе ҙур мәғәнәгә эйә. Туйҙарҙың һәр этабы, уның оҙайлы итеп үткәрелеүе – тыуасаҡ ғаиләнең ныҡлығына туранан-тура бәйле. Юғиһә, замана йәштәре үҙҙәре күрешә, хәл итә, аҙаҡ ҡына ата-әсәгә хәбәр ителә, ярты көндә никах, ярты көн туй үткәрелә. Ҡоҙалар бер-береһен һынап та, бер-береһе менән танышып та өлгөрмәй. Туғанлыҡ ептәре нығытылып та етмәй. Өс-дүрт-биш көндә ниндәй генә әңгәмәләр ҡоролмай, йыр-бейеү, көрәш кеүек бәйгеләр үткәрелә. Тимәк, яҡшы әңгәмәсе, уй-фекер йөрөтөүсе булараҡ та әҙерлек талап ителә, башҡаһы тураһында ла шулай тип һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Бәлки ошо ҡағиҙәләребеҙ онотола барған һайын айырылышыуҙар арта, ғаилә институтының ҡиммәте кәмейҙер? Иғтибарығыҙға – туй йолалары, хөрмәтле журнал уҡыусыларыбыҙ. Файҙаланығыҙ, ҡулдан-ҡулға йөрөтөгөҙ, таратығыҙ. Ғаиләләребеҙ ишәйһен, ныҡ булһын!
ҺЫРҒА ТУЙЫ
Ир бала атҡа менерлек, ҡыҙ бала көйәнтә күтәрерлек булғас, һырға туйы үткәрелә. Был туйҙа ир баланың ата-әсәләре килен буласаҡ ҡыҙға бүләккә алҡа, шәл алып килә. Бүләктәрҙе тапшырыу өсөн ҡушамат егет (кейәү егете) тәғәйенләнә. Ул йырсы ла, ҡурайсы ла, көрәшсе лә булырға тейеш.
Ҡыҙҙың да ата-әсәләре буласаҡ кейәүҙәренә сигелгән билбау, түбәтәй алып килә. Ошоларҙы алыу өсөн «ҡушамат ҡыҙ» тәғәйенләнә. Уның да һәйбәт йырсы, бейеүсе, төҫкә-башҡа сибәр булыуы шарт. Ҡушамат егеткә һәйбәт ҡуш булырлыҡ булһын.
Һырға туйының үҙәк өлөшө – үҫмер йәштәргә теләк әйтеү һәм ҡыҙға алҡа тағыу йолаһы. Бер яҡтан, башын ҡыҙыл сымылдыҡ менән ҡаплап, ҡыҙҙы, икенсе яҡтан, башына күк йә йәшел төҫтәге сымылдыҡ ҡаплап, егетте алып сығалар (Йәштәрҙе сымылдыҡ йәки шәл менән ҡаплау – уларҙы яуыз сихри көстәрҙән һаҡлау сараһы. Төҫө – төҫ магияһына ышаныу. Ҡыҙыл – түллек, үрсем, ҡөҙрәтле төҫ, йәшел – тереклек, күк – тимер, сыҙамлылыҡ төҫө).
Ҡыҙға бәхет, тәүфиҡ теләйҙәр, ипле, баҫалҡы, эшсән, тыңлаусан килен булырға өгөт-нәсихәт бирәләр. Ошонан һуң йәштәрҙең битен асып, икеһенә лә бәхет теләйҙәр. Ике яҡ бер-береһен бүләкләй. Ҡушамат ҡыҙ ҡушамат кейәүгә янсыҡ, сигелгән билбау, ә егет ҡыҙға алҡа, шәл бүләк итергә тейеш. Йырсылар маҡтап, ҡеүәтләп тора:
Әйҙә, егет, шәл ябындыр, буйын биҙәп торһон тип.
Йәш-елкенсәк һүҙ ҡушҡанда, битен ҡаплап торһон тип.
Йәш-елкенсәк һүҙ ҡушҡанда, йөҙөн ҡаплап торһон тип.
Әгәр бығаса бишек туйы үткәрелмәгән булһа, үҫмер кейәү ҡыҙға шәл яба. Кейәү яғы артынса ҡыҙ яғы бүләк бирә башлай. Ҡушамат ҡыҙ һәр бер бүләкте маҡтап, йыр йырлап таратырға тейеш. Кейәү балаға ул суҡлы янсыҡ бүләк итә, билен уҡалы билдау менән быуа. Барыһы ла балаларға бәхет теләй.
Был йолалар башҡарылғас, бейә йә һарыҡ һуялар. Малды кейәү яғы кешеләре һуйырға тейеш. (Егет яғының мал һуйыуында ят ырыу – ҡыҙ яғы – тотемдарының күңелен арбарға тырышыу сағыла). Ҡатындар һуғымдың эс-ҡарынын йыуа. Улар һуғымдың таҙ ҡарынын алып, ҡоҙаларҙың башына ҡапларға тырыша. Ҡоҙалар уларға тәңкә, яулыҡ, йә бүтән бүләк биреп ҡотола. Һый бүләктәре әҙ тойолһа, тағы ла ҡарын менән янайҙар.
Һуғымдың һебә һөйәге менән муйын һөйәге яусыға тотторола. Яусы ике яҡтан ҡушамат йырсыларҙы әйтешкә саҡыра. Әйтеш-йыр бәйгеһенән һуң балаларҙың аталары ҡушаматтарға – билбау, ә әсәләре егет ҡушаматҡа – ҡулъяулыҡ, ҡыҙ ҡушаматына йөҙөк бирә.
Бүләкләшеү тамамланғас, һебә өсөн көрәш асыла.
Егет яғы туйҙа һуғымға мал килтерә. Һуғым итен бөтә ауыл халҡы ауыҙ итергә тейеш була.
Йола буйынса ике яҡтың батырҙары майҙан тоторға тейеш. Еңеүсегә бүләккә – һебә ҡабырғаһы (был ҙур баһа билдәһе), еңелгәнгә – муйын һөйәге тотторғандар. Әгәр һебәне ҡыҙ яғы батыры алһа, ҡыҙ киләсәктә бейбисә исем-дәрәжәһенә эйә була. (Бейбисәнең ире уның өҫтөнән икенсе ҡатын ала алмай). Әгәр һебәне егет яғы батыры алһа, ҡыҙ киләсәктә байбисә була. Был осраҡта кейәүҙең икенсе ҡатын алырға хоҡуғы бар. Ошоларға ҡарап, мәһәрҙең хаҡы ла үҙгәрә. Бейбисә булған ҡыҙҙың атаһы никах туйында теләгәнсә ҡалым малы, мәһәр һорарға хаҡлы. Һебә ҡабырғаһы алған егет ҡушамат ҡыҙҙы алһа, ҡауышыусы балалар бәхетле була, тип юрағандар. Көрәштә бил бирмәгән егеткә барырға тейеш булғанға, ҡыҙ ҡушаматы үҙенең яғында көрәшсене үҙе һайлай. Батырҙар майҙан тота. Майҙан хужаһы көрәшсегә билбау тотторғанда, ҡушамат ҡыҙҙың әхирәттәре һамаҡлап тора:
Туйға килгән батырҙар,
Туйҙа кеме дан алыр?
Көсө менән дан алған –
Ҡушамат ҡыҙҙы шул алыр!
Ҡушаматыбыҙ һылыу –
Батыры уға тиң булһын!
Икеһе лә пар килеп,
Ғүмерҙәре уң булһын!
Ҡайһы яҡтың көрәшсеһе еңә, шул яҡ, уны маҡтап, йыр йырлай. Еңеүсегә ҡушамат ҡыҙ йөҙөк бүләк итә.
Көрәш бөткәс, батырҙар үҙҙәренә тейгән һебә менән муйын һөйәген йәрәшеүсе балаларға бирәләр.
Еңгәләр, өлөштәрҙе бешереп, ир яғынан килгән ҡунаҡтарҙы һыйлайҙар. Аштан һуң бейеүҙәр башлана, ғәҙәттә, бейеүҙәр таҡмаҡтар әйтеп башҡарыла.
Бейеү аҙағында егеттең әсәһе, бер туҫтаҡ ҡымыҙға тәңкә һалып, ҡыҙға бирә. Ҡыҙ, ризалығын аңлатып, туҫтаҡҡа яңынан ҡымыҙ һалып, буласаҡ ҡәйнәһен оҡшатыуын күрһәтеп, үҙе лә тәңкә һалып бирә. (Башҡорттар көмөш тәңкәнең тылсымлы көсөнә ышанған).
Кис, күҙ бәйләнгәс, «Аҡ тирәк» уйынын бик үҙенсәлекле итеп уйнайҙар. Сөнки унда йәштәр генә түгел, ҡарсыҡтар ҙа ҡатнаша, улар ҡыҙҙар менән кейемдәрен алыштырып кейенәләр. (Бының да үҙ әһәмиәте бар, алмашып кейенеүҙең боронғо нигеҙе яуыз көстәрҙе алдау өсөн ҡиәфәт үҙгәртергә тырышыуҙа ята).
МӘҺӘР КИЛТЕРЕҮ
Туй йолаһының бер өлөшө – яусылауҙы атҡарғандан һуң, ҡыҙ йортона мәһәр килтерелә: киленгә кейемдәр, һый-хөрмәт бүләге. Ҡоҙалар бер-береһенә бүләк бирешәләр, ҡыҙҙың туғандары бөтәһе лә бүләкле булырға тейеш.
Был осрашыуҙа ҡоҙалашыусылар туй ваҡыты, мәһәр хаҡы, башҡа туй мәшәҡәттәре тураһында ентекләп һөйләшәләр. Килешеү билдәһе итеп, ҡыҙ атаһы егет атаһына таҫтамал биреп ҡайтара. Ҡоҙа, таҫтамалды ҡулына алғас, тәңкә һибеп етәрә. Таҫтамалдың матурлығына ҡарап, аҡсаны ла күберәк сөйә.
ЕГЕТ ЙОРТОНДА КӘҢӘШТУЙ
Егеттең атаһы ағай-энеләрен йыя. Был йоланы «Баш ҡушып, кәңәшеү» тиҙәр. Улына ҡыҙ әйттергәнен, туй көнө тәғәйенләнгәнен иғлан итеп, мәжлес үткәрә. Мәжлестә туй малын биреү, туй тәртибе тураһында кәңәш ҡоралар. Егеттең атаһы туйлыҡ малды алып ҡайтыу өсөн кешеләр ебәреү тураһында хәбәр итә, мал алырға саҡырыусылар тәғәйенләй.
Мал алырға саҡырып ҡайтыу – мал биреү булъялын ҡуйыу тип аталған. Ҡыҙҙың атаһы бер нисә буйҙаҡ егетте ебәрә, уларҙы егет яғынан бик яҡшы итеп һыйлап ҡайтаралар. Ҡалым малын (туй малын) һайлап бөткәс, егеттең атаһы мал алыусыларға бүләктәр бирә. Ҡунаҡтар егеттең атаһын туй малын һуйырға саҡырып, ҡайтып китәләр. Килер көнөн йомаға тап килтерергә тырышалар.
ҠЫҘ ЙОРТОНДА КӘҢӘШТУЙ
Мал алынғас, ҡыҙҙың атаһы ҡоҙа төшөрөргә әҙерләнә башлай. Килгән ҡалым малының береһен һуйып, яҡын ҡарындаштарын саҡыра. Мәжлестә ҡыҙҙың атаһы ҡунаҡтарына, ҡоҙа төшкәндә, уларҙы хөрмәткә ҡатнаштырыуы тураһында хәбәр итә, уларҙың ризалығын ала. Улар хөрмәтләүселәр була. Ике төн ҡоҙа алдан дуға һанын (нисә ат егелеп килеүен) белдерә. Ике яҡтан тигеҙ дуға булырға тейеш.
НИКАХ ТУЙЫ
Ҡыҙ менән егет йәрәшеүен рәсмиләштереү өсөн ҡыҙ йортонда никах уҡытыла. (Никах нығытыу рәүеше төрки халыҡ туй йолаларында исламлаштырылған. Әммә никахтың ҡыҙ атаһы йортонда уҡытылыуында, туйҙың төп мәжлесенең дә ҡыҙ яғында үткәрелеүендә был йоланың тамыры иш табыуҙа ҡатын-ҡыҙҙың баш булыуы, ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙың өҫтөнлөгөн күрһәткән матриархат тәртиптәренә олғашыуы һиҙемләнә). Никах туйы мал алыу туйына ҡарағанда ҙурыраҡ була. Никах мәжлесенә борон хәлле кешеләр бер нисә тыу бейә, тыу һыйыр һуйған, һаба-һаба ҡымыҙ әҙерләгән.
Егет әсәһе килен башына ябырға никах яулығы алып килә.
Туйға ауылдың мулла-мәзине, оло бабай-әбейҙәр һәм кәңәш-туйҙа булғандарҙың олораҡтары саҡырыла. Мәжлестә мәһәр, ҡалым биреү, туй һуйыу, туй бирешеүҙәр, һалымдар тураһында ҡабатлап һөйләшелә.
Мулла ҡыҙ менән кейәүгә никах уҡый. Еңгәләр шаршау артында хөтбә (вәғәз) тыңларға йыйыла. Йәрәшеүсе йәштәр был ваҡытта икенсе өйҙә була.
Мәжлескә йыйылған кешеләр араһынан ике кеше ҡыҙҙың ризалығын һорарға шаһит итеп ебәрелә. Ҡыҙ исеменән ағаһы йә әхирәттәре «фәлән-фәлән кешегә ҡатын булырға ризамын», тигән таныҡлыҡты килтерә.
Никах уҡығанда, табынға таҫтамал йәйелә. Мулла егет атаһынан: «Һин фәлән кешенең фәләнә тигән ҡыҙын фәлән улыңа хәләл ефетлеккә алдыңмы?», – тип һорай. Егеттең атаһы: «Алдым», – ти. Мулла ҡыҙҙың атаһынан: «Һин фәлән кешенең фәлән тигән улына фәләнә исемле ҡыҙыңды хәләл ефетлеккә бирҙеңме?», – тип һорай. «Бирҙем», – ти ҡыҙ атаһы. Һәр һорау, яуап өс тапҡыр тулы ҡабатлана.
Никах уҡылып, ризалыҡтар алынғас, ҡыҙҙың башына тәңкәле яулыҡ – никах яулығы – ябалар. Ҡыҙҙың еңгәһе яулыҡтың осон ҡыҙҙың битенә төшөрөп яба ла: «Дөрөҫмө?», – тип һорай. «Юҡ, дөрөҫ түгел!», – тип яуап бирә ҡыҙҙар.
Шулай өс рәт ҡабатлағандан һуң ғына никах яулығын ҡыҙҙың башына бәйләп ҡуялар. Дөрөҫ булһа, ҡушъяулыҡтың ситенә баҫылған тәңкәләр ҡыҙҙың маңлайына төшөп тора. Егеткә мулла уҡ тоттора ла: «Йәмәғәтеңде һаҡла, ныҡ тот!», – ти. (Был йола боронғо ҡоралдың магик көсөнә ышаныуға нигеҙләнгән. Монголдарҙа уҡ – атай хоҡуғына, бүрәттәрҙә – ырыу тамырына, ҡотҡа ишара тип иҫәпләнгән). Никахлау ваҡытында әйтелгән теләкте «Бата теләк» тиҙәр.
Никах ваҡытында ҡыҙҙы әхирәттәре менән бер өйгә йәшереү йолаһы булған. Егеттәр был ваҡытта тышта йөрөйҙәр, дилбегәләр ялғап, шуның менән өйҙө ураталар. Дилбегәнең осон ҡыҙ өйөнә йәшерәләр. Ҡыҙҙы алырға килгән ике еңгә дилбегәнең осон табып сисергә тейеш булған. Ҡырҡырға ярамай, ҡырҡһаң, имеш, ҡыҙ кейәүенән айырыла. Еңгәләр ҡыҙҙы икенсе өйгә, егет янына алып киләләр.
Мулла никахтан һуң бер туҫтаҡҡа һалған һыуҙы йәки кейәү алып килгән балдан шәрбәтте, доға уҡып, ҡыҙҙың әсәһенә бирә. Уны «никах һыуы» тиҙәр. Был һыуҙы никахта булған кешеләргә һибәләр. Шул уҡ һыуҙы йәрәшкән йәштәрҙең баштарына, биттәренә һөртәләр. Балды ауыҙ итәләр. Ҡыҙ әсәһе никахта ултырған нәҫел-нәсәбенә шәл, ҡалғандарына йыртыш йыртып бирә.
Никахтан һуң, бирнә биреү башлана. Ҡыҙ кейәүе өсөн үҙе әрләгән бирнә бүләктәрен әйтеп-атап бирәләр: «Инде бирнә һала инәйем, дүрт ҡат кейәүгә: ике запун, ике кейем сылғау, дүрт ҡат күлдәк, дүрт ҡат ыштан, суҡлы күлдәк. Бөтәһен дә үҙем эшләгәнмен, үҙ ҡул көсөм. Нәҫел заттарына бөтәһенә лә ҡулъяулыҡ...»
Ҡыҙ бирнәһен бөтәһе лә тотоп ҡарай, баһалап, килендең ҡулын маҡтайҙар.
Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бирнә ҡотлап аҡса һалалар, йә сынаяҡ, ҡашығаяҡ бирәләр. Бүләкләү аҡсалата булһа, ҡыҙ ҡулына бирелә. Ул – ҡыҙ һумлығы тип атала. Егеттең атаһына күлдәк, һөлгө бүләк ителә. Таҫтамалды алғас, ул барыһына ла аҡса өләшә, ырғыта. Ҡыҙға табан да аҡса һибә. Быға «ҡолаҡ һөйөнөсө» тиҙәр. (Халыҡ араһынан берәйһе «Һөйөнсө!», – тиһә: «Һөйөнсөһөнә – уң ҡолағы!», «Уң ҡолағың үҙеңә!», – тип мәрәкәләп әйтеү ғәҙәте шуға бәйле булыуы ихтимал. Ә туй ашағанда яҡшы хәбәр әйтеүсегә башиттең уң ҡолағын киҫеп биргәндәр). Һуңынан олораҡтар табынға ултыра.
Икенсе көн ҡыҙҙың атаһы, ҡоҙалар янына ағай-энеләрен яңынан саҡырып, ҡунаҡ күрһәтә. Улар ошо туйҙа исем алып ҡайталар: егеттең атаһы – башҡоҙа (төп ҡоҙа), уның менән бергә килгән иптәше – нүгер ҡоҙа, егеттең иптәше – кейәү үңәре, ә ике ҡоҙа араһында йөрөгән кеше – яусы ҡоҙа була.
Егет яғы дүрт көн ҡунаҡ була. Баш ҡоҙа менән үңәр ҡоҙаға ҡыҙ атаһы күлдәк йәки сапан кейҙереп ҡайтара.
И.Ишемғолов әҙерләне
Читайте нас: