

Мирас Иҙелбаев инеш өлөштә “Пьеса интернатта уҡыған йылдарҙы иҫкә алыуға иҫтәлек өсөн яҙылды” тип яҙып, аҫтына ҡултамғаһын ҡуйған.
Әҫәрҙең яҙылыу тарихы хаҡында һорашҡас, Мирас Хәмзә улы ошоларҙы һөйләне:
- Был пьесаны мин Өфөләге интернат-мәктәптә 9-10-сы кластарҙа уҡығанда яҙҙым. Бер өлөшөн хатта мәктәптә сәхнәлә ҡуйҙыҡ. Әҙәбиәт түңәрәге етәксеһе - педагог‑методист, дәреслектәр авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зайлалова Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы, иң яҡшы әҫәрҙәрҙе машинкала баҫып, нәшриәттә китап һымаҡ итеп төпләтеп, ҡулъяҙма журнал эшләй торғайны. Был пьесам ошо журналда тулыһынса баҫылды. Хәҙер ул журналдар һаҡланамы икән – белмәйем.
Пьесаның прототиптары - минең класташтарым. Уны мин ҡайҙалыр баҫтырыр өсөн түгел, ә шымарыр өсөн яҙғайным, шуға ла ул бер ҡайҙа ла баҫылманы. Шымарыр өсөн шулай уҡ мәктәптә уҡығанда уҡ Сыңғыҙ Айтматовтың “Тополек мой в красной косынке” һәм “Первый учитель” исемле ике повесын тәржемә иткәйнем. Улар ҙа бер ҡайҙа ла баҫылманы, дөйөм дәфтәрҙә үҙемдә һаҡлана.
Мәктәп директоры ул ваҡытта - билдәле педагог-методист, башҡорт теле белгесе, профессор, педагогия фәндәре кандидаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт билдәһе» ордендары кавалеры, РСФСР һәм БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Аслаев була. Ул 1960—1969 йылдарҙа Өфөләге 1-се республика мәктәп-интернаты директоры булып эшләй. Уның хәстәрлеге менән бик күп ауыл балалары, бигерәк тә малайҙар, ошо мәктәп-интернатта уҡып, билдәле шәхестәр, абруйлы етәкселәр булып китә.
Мәғлүмәт: Читающий Баймак - https://vk.com/wall-36585846_26533