

Яҙыусылар йортондағы осрашыуҙа Рәсәйҙә күренекле яҙыусы, Рәсәй яҙыусылар союзының яуаплы сәркәтибе (оҙаҡ йылдар етәкләне лә ул союзды) Николай Ивановтың "Северный ветер" тигән китабы тураһында, дөрөҫөрәге һуғыш асылы һәм уның кеше күңелендә ҡалдырған нескә һәм оло тойғолары хаҡында һүҙ барҙы.
Сараны асып, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова (эше финанс мәсьәләләренә ҡағылышлы булһа ла, әҙәбиәтте, китапты бик үҙ иткән шәхес) авторҙың китабы хаҡында кинәнеп һөйләне һәм шунда бер тарихты телгә алды: "Пока играет флейточка" тигән әҫәрегеҙҙе уҡығанда башҡорт егеттәре иҫемә төштө, уларҙың ҡулында - ҡурай... Шулай бер мәл өс егетебеҙ көслө һөжүмгә эләгеп, емерелгән йорттоң подвалында, харабалар аҫтында ҡала. Өс көн, өс төн шулай сығыр юл, әмәл тапмай асығып, һыуһап ауыр хәлдә булалар. Ҡысҡыралар ишетеүсе юҡ. Уларҙы үлгәндәр тип уйлайҙар. Ҡысҡырыр хәлдәре ҡалмағас, өмөттәре һүнеп барғанын аңлаған берәүһе һуңғы һулышымда ла моңом сыҡһын әле тип, тоҙло иренен ялап, ҡурайҙа уйнарға тотона. Бына шул саҡ өҫтә яугир дуҫтары уларҙы ишетә лә һәм тиҙерәк, харабаларҙан таҙартып сығаралар ҙа. Моң ҡоралдан да көслө шул". (Рөхсәт булһа, киләсәктә хикәйә йә пьеса итеп яҙырмын, тетрәндергес бит.)
"Флейта..." әҫәрендә автор, йәғни элекке хәрби офицер, полковник, яҙыусы Николай Федорович махсус операциялағы хәлде тасуирлай. Унда ике яҡ алышҡандан һуң, мәйеттәрҙе сығарыр өсөн үҙ-ара килешеү төҙөй, ике-өс сәғәт музыка уйнай , шул ваҡыт атмаҫҡа, тынлыҡ урынлаштырырға. Ғәҙәттә, бындай һөйләшеүҙе элекке афған һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр алып бара икән, теге яҡта ла, беҙҙекеләрҙең дә сафында тимәк ундайҙар бар. Һәм улар һүҙҙәрендә ныҡ торған, тоғро ҡаһармандар. Ә музыка... кемдәр был ваҡытта флейта уйнай. Ул туҡтағас ҡына атыш башланырға мөмкин.
- Яҙғанда мин ниндәй музыка ҡоралын алырға белмәйем. Тәүҙә гармошкала "уйнатып" ҡараным, нисектер бармаған кеүек. Бындай ситуацияла нескә моң кәрәк кеүек. Ошо әҫәремде яҙған мәлдә юлым Өфөгә төштө. Мине Искәндәр оҙатып йөрөнө. Ул юлда нисектер флейта тураһында һөйләп алып китте. Уны нисек тоторға, моң нисек ағыла... яратып-кинәнеп һөйләне. Шул саҡта әҫәремдә кәрәкле ҡоралымды "таптым" да. Искәндәрҙән, кеше өс сәғәт флейтала уйнарға мөмкинме, тип һораным. Мөмкин, тик ирене һыйыр ирененә әйләнә инде, тигәненә рәхәтләнеп көлдөк... - тип серҙәре менән ьбүлеште әҙип.
Кем ул Искәндәр тиһегеҙме? Эйе, беҙҙең Искәндәр Хәсәнов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесенең дөйөм эштәр буйынса урынбаҫары, профессионал флейтасы. Бөгөн осрашыуҙа ул Николай Ивановҡа флейта ла уйнап күрһәтте, "Надежда" (Пахмутова-Добронравов)йырын. Баҫып тыңланы уны яҙыусы. Ә беҙ, тамашасылар, ҡушылып йырланыҡ. "Надежда - мой компас земной" тинек, күптәрҙең күҙҙәре дымланды...
- Иң тыныс һәм зәңгәр күк йөҙө ҡайҙа беләһегеҙме? - тип Николай Иванов залға төбәлде. Яуабы аптыратты. - Иң тыныс күк һуғышта. Эйе, һуғышта, атыш бармағанда, тынлыҡта. Һуғышты күп күргән хәрби булараҡ әйтәм. Чечен боевиктары мине әсиргә алды. Һәм бер көн тышҡа сығарып мине атырға булдылар. Ярты йыллап һаҫыҡ, бетле подвалда ултырып арығайным. Ҡәбер ҡаҙығандар, шуның алдына килеп теҙләндерҙеләр. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, үлем тураһында уйламаным, минең күңелем шатлыҡҡа тулды, өҫкә баҡтым да хайран ҡалдым, шундай зәңгәр күк. Рәхәт. Алдағы соҡорҙо күреп тә күңелем тантана итте, тимәк, ҡәберем буласаҡ, шакалдар йәнһеҙ тәнемде тартҡылап өҙгөләмәйәсәк. Тағы шуныһы, хәрби профессионал булараҡ, елкәмә автоматын терәп торған бандитты уйлайым. Ну, дурак, терәп атһа автоматының көбәге ҡан менән буяласаҡ, йонсоп таҙартып ултырасаҡ аҙаҡ... Командирҙары, килеп ҡотҡармаһалар, йәғни һатып алмаһалар, ноябрҙә атасаҡбыҙ, тип процессты туҡтатты. Шунда уҡ башыма хәтәр уй килә, әҫәрҙәң исеме ҡалай шәп булыр ине:"Расстерлять в ноябре"
Иҫән ҡала яҙыусы."Расстрелять в ноябре" тигән китабы баҫылып сыға. Бик популяр була был әҫәр.Һуңынан Николай Федоровичҡа, фатирына, боевиктарҙың береһе шылтырата: "Иҫләйһеңме мине, һинең ҡолағыңды ҡырҡырға бик яҫҡынғайным, тик ваҡыт етмәне". - Һәм оҙон пауза. - Ҡырҡмай дөрөҫ эшләгәнмен. Китабыңды уҡыным, кемделер ғәйепләр өсөн түгел, ә хаҡлыҡ эҙләп, хәҡиҡәт юллап яҙғанһың, уважуха", - тип трубканы һала. Был яҙыусының ижадына баһамы, - белмәйем, ләкин әҙип намыҫлы һәм ҡыйыу булырға тейеш - шуны аңланым.
Мөнир ҠУНАФИН, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире.