+25 °С
Облачно

ФИДАН САФИЧ...

Был хәл "Бәхет хаҡы" спектакле менән Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында үткән гастролдәр мәлендә булды.

ФИДАН САФИЧ...ФИДАН САФИЧ...
ФИДАН САФИЧ...

Ошо спектаклдә минең эпизод роле: санитар булып сәхнәгә бер тапҡыр ғына сығам да төп геройҙы уйнаған Фидан Сафа улына укол һалам. Шуға күрә минең эшемде артырып, режиссер ярҙамсыһы (помреж) вазифаһын башҡарыуҙы ҡушып ебәрҙеләр. Барып етеп, ҡунаҡханаға урынлаштыҡ. Киске спектаклгә тиклем ваҡыт бар әле, оҙон юлдан арып, әҙерәк серем итергә булдым һәм репетицияға йоҡлап ҡалғанмын. Уянып китһәм, спектаклгә ваҡыт етеп килә, уятыусы кеше булмаған. Нисек сығып йүгергәнемде үҙем дә белмәйем. Театрға килеп инһәм, сәхнәлә Фидан Сафич ҡысҡырып телефондан һөйләшә, барлыҡ цехтар сәхнәне әҙерләйҙәр.
 - Олег Закирович (О.З.Ханов - ул ваҡытта театр етәксеһе), дорогой друг мой! Беҙҙең бында ЧП! ПОМРЕЖ ЮҠ! МАРЛЯ ЮҠ!
(видеопроекция өсөн алғы планға махсус туҡыма-тюль эленә ине). Тағы ла ниҙер һөйләй-һөйләй гримеркаһына табан атланы.
Мин бөтөнләй ҡойолоп төштөм хәҙер, юғалып ҡалдым. Коллегаларым миңә:" Фидан Сафич баянан бирле һине таптыра, бар һөйләш үҙе менән, аңлат" -тиҙәр. Мин ҡыйыуһыҙ ғына ул ултырған гримерка ишеген туҡылдатам.
-Фидан Сафич, мөмкинме? Мин режиссер ярҙамсыһы, - тим.
- Ин әле, ин! Сәхнә әҙер түгел, ҡайҙа йөрөйһөң ул? Эстеңме әллә?
- Юҡ,- тим мин.
- Тартаһыңмы әллә?
- Юҡ, бөтөнләй тартмайым.
- Значит, употребляешь!
- Юҡ инде, Фидан Сафич, әйтәм бит, йоҡлап ҡалғанмын.
- Ну это несерьезно, ҡустым. Ниңә мин йә башҡалар йоҡлап ҡалмаған бит, барыһы ла бында. Давай, сәхнәне тикшер, ҡарап сыҡ, йәме! Барыһын да теүәллә лә миңә килеп әйтерһең! Матур итеп сығыш яһап ҡайтайыҡ!

Ошо ваҡиға миңә ғүмерлеккә һабаҡ булды. Фидан Сафа улы кеүек бөйөк шәхестәр менән эшләгән осорҙоң матур бер иҫтәлеге булып ҡалды.

Морат Рафиҡов

https://vk.com/wall85413438_1502

 

Автор:
Читайте нас