

Сәнғәт училищеһына уҡырға алмауҙары бер ни түгел бит ул!
– Ринат, бала сағыңдағы ҡурай менән бәйле ниндәй хәлде йыш иҫеңә төшөрәһең? Ҡурайҙы ҡасан беренсе тапҡыр ҡулыңа алдың?
– Ҡурайҙы өсөнсө класҡа барғанда, туғыҙ йәштә ҡулыма алғанмындыр... Әсәйемдең бер туған апаһы бик яратҡан Гөлгөнә инәйем бар ине. Быйыл уның беҙҙе ҡалдырып китеүенә бер йыл тулды. Әсәйем эштә булғанда, йыш ҡына уның менән ҡала торғайным. Шунда төрлө һауыт-һабаға шаҡылдатып, көй сығарып уйнай инек. Ул гелән әсәйемә: «Әйҙә, улыңды музыка мәктәбенә бирәйек, нимәлер ишеткән һымаҡ бит», – ти торғайны.
Бала саҡта телевизор ҡарайбыҙ, бер ваҡыт «Ҡаруанһарай» төркөмө килеп сыҡты. Үҫкәс Рәсүл ағай Ҡарабулатов кеүек ҡурайҙа уйнаясаҡмын, тинем үҙемә. Торараҡ мине ҡурай бүлегенә бирергә булдылар. Әле булһа хәтеремдә, ҡунаҡтар йыйылһа, мине ултырғысҡа баҫтырып, ҡурайҙа уйната торғайнылар. Шул саҡтар бик йыш иҫкә төшә.
– Гөлгөнә инәйем, тип рәхмәтле булып иҫкә алып киттең. Ысынлап та, бала саҡтан һине ҡеүәтләп торған тағы ла берәй кеше булдымы? Музыка донъяһынан… Онотолмай, гел генә иҫеңә төшөп, йүнәлеш биреп торған бына ошо кеше... Быны ни өсөн һорайым, сөнки хыялдарыбыҙ беҙҙең бала саҡта уҡ формалаша. Артабан беҙ шуға ынтылабыҙ.
– Сәнғәт мәктәбендә уҡығанда, йыш ҡына конкурстарҙа ҡатнаша торғайным. Тәлғәт Мөхәрләм улы Нуриев – минең беренсе уҡытыусым. Ҡурай тоторға, өрөргә өйрәткән кеше. Төрлө конкурстарға йөрөтә ине ул. 9-сы класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инергә тырышып ҡараным, әммә мине алманылар. Сәбәбе...
Эксклюзив мәҡәләне тулы килеш "Тамаша"ның 2-се һанында уҡыҡғыҙ.