"Эй, инәйгенәбеҙ беҙҙең! Бөтә ғүмерен театрға бағышлап, шәхси тормошо әллә ни бәхетле булмаһа ла, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем оптимист булып ҡалды Ғәшүрә инәй. Осрашҡан һайын, тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләп, көлдөрөп алған булыр ине. Арслан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театрында 80 йәшенә арналған юбилей кисәһендә, сәхнәлә ватыҡ быяла ярсыҡтары өҫтөндә төрлө гимнастик номерҙар башҡарырға ла булдырған ине. "Минең 2000 йылды күргем килә, шуға тиклем йәшәйем әле мин," - тиер ине гелән һәм тап шул йылда баҡыйлыҡҡа күсте. Йәне йәннәттә булһын ауыр һуғыш йылдарында театрҙы һаҡлап алып ҡалыуға ҙур өлөш индергән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙының " - тип уртаҡлаша матур хәтирәләре менән Ғәҙилә апай Бүләкова
Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы - (15.03.1915—3.11.2000, Сибай), театр актёры. 1942—1973 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972). Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт радиофестивале лауреаты (1937). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылынан.
Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы 1915 йылдың 15 мартында ул саҡтағы Ырымбур губернаһы Орск (Үр) өйәҙенә ҡараған (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Темәс ауылында тыуа — 2000 йылдың 3 ноябрендә вафат була, Сибайҙа ерләнә.
1941 йылда Башҡортостан филармонияһы солисы. 1942—1973 йылдарҙа Сибай драма театры актрисаһы. Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙының иртә уйналған ролдәренә, Сәрүәр («Башмағым»; дебют, 1942), Айһылыу (С.М.Мифтаховтың «Һаҡмар» — «Хакмар»), Ғәлиәбаныу («Галиябану»), Таңсулпан (Ҡадир Даяндың шул уҡ исемдәге әҫәре буйынса) башлыса музыкаль спектаклдәренә лиризм һәм хислелек хас. Актриса ижадындағы артабанғы ролдәренең береһе — Шәмсинур (Әнғәм Атнабаевтың «Ул ҡайтты» — «Он вернулся») — тәрән драматизм менән айырылып тора. Башҡорт халыҡ йырҙары «Ашҡаҙар»ҙы, «Ғилмияза»ны, «Ғүмәров»ты, «Зөлхизә»не һәм башҡаларҙы оҫта башҡара.
Был тарихи фотола яҡындарығыҙҙы табырһығыҙ-танырһығыҙ, бәлки.