+6 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Тарих һәм шәхес
11 Апреля , 05:59

Хәниә ФӘРХИ: Яңғыҙлыҡ!

«Алты йыл яңғыҙ ҡатын, яңғыҙ әсәй булып йәшәнем. Был минең өсөн тормоштоң бик ҙур һынауы ине.

Хәниә ФӘРХИ: Яңғыҙлыҡ!Хәниә ФӘРХИ: Яңғыҙлыҡ!
Хәниә ФӘРХИ: Яңғыҙлыҡ!

Ижад кешеһенә, сәхнә кешеһенә яңғыҙына бер ҙә еңел түгел. Күңелде алғыһытҡан, ымһындырған осраҡтар әленән-әле осрап тора. Ошо миҙгелдәрҙә аҡылыңды юғалтмаһаң, ерҙә ныҡ баҫып ҡала алһаң, бына шунда һинең ныҡлығың күренә лә инде.

Донъяның ни тиклем ауыр икәнен яңғыҙ ҡатын үҙе генә аңлай. Табындарҙа ултырғанда парлыларға күҙеңде күтәреп ҡарарға ҡурҡаһың. Бер ниндәй ғәйебең булмаһа ла, үҙеңде ниңәләр ғәйепле тояһың. Сөнки һин - яңғыҙ ҡатын. Һиңә шундай ярлыҡ тағылған. Икенсе яҡтан ҡарағанда, ирекле лә кеүекһең. Нимә теләйһең, шуны эшләй, ҡайҙа теләйһең, шунда бара алаһың. Әйткәнемсә, шул саҡта ла үҙеңде юғалтмаҫҡа тейешһең. Был да яңғыҙлыҡтың ҙур һынауы».

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-80259061_122211

 

Автор:
Читайте нас