Илленсе йылдар булдымы икән, мин абзыйымдың дауаланғанын хәтерләйем. Башы ныҡ ауырып йонсоғаны иҫемдә.
Әсәйем, Шәмғол мулла Айыу ауылына килгән. Бар уға күрен, оялмай һөйлә ауырыуыңды, тип ебәрҙе.
Иҫәнғолдан 6 саҡырым Айыу ауылы. Абзыйым йөрөп ҡайтты ла бер ни өндәшмәй генә янып ятҡан усаҡ алдына ултырып, усындағы ҡағыҙын төтәтеп еҫкәне.
Шунан һуң ятып алды ла хәлен һөйләне.
"Эй кеше күп. Сират алдым да йоҡларға тура килһә, кемгә барайым икән, тип, аптырап тора инем, улым, улым, яҡын кил. Мин һине көтә инем инде. Килгәнеңде күрҙем. Бына ошо ҡағыҙҙы яндырып, өс тапҡыр төтөнөн еҫкә лә аҙ ғына ятып ал. Башҡа бер ваҡытта ла ауырымаҫһың. Әсәйең биргән хәйерҙе алдым, тип уйла, мин уны һиңә бирәм. Китап һатып алырһың" тип, сиратһыҙ индереп, ҡыуандырып ҡайтарған. Шунан һуң бер тапҡыр ҙа ауырымаған.
Абзыйым Күгәрсен районында ла эшләне ул. Судья булды. Биктимеров Салауат Сабирьян улы. 1936 йылғы ине. 80 йәшендә яҡты донъянан китте. Һәр ваҡыт рәхмәт әйтә торғайны. Сәйетҡолға зыяратына барып, хәйер биреп тә киткеләне.
Ауыл халҡына, Сәйетбатталовтар нәҫеленә рәхмәт!
Минелә дауаланы, мең рәхматтәр, Урыны ожмахта булһын.
Беҙҙең әбейҙә барғайны, нишләп күптән алып килмәнең, баланы харап итә яҙғанһың бит, тип атайыбыҙҙы әрләгән, өшкөргән, өшкөргән тоҙ биреп ҡайтарған, бик көслө мулла булған.
Беҙҙең, Ҡарабәрҙе ауылынла, ҡарттайым Әүбәкер Искәнйәровҡа йыш килгән, Ғайсин Хөрмәт абзый иҫләүенсә, 55-се йылдарҙа уны теш һыҙлауынан дауалаған, шунан һуң тешем берҙә һыҙламаны тип һөйләгәйне. Беҙгә уның кәшәнәһен барып күрергә насип булды.
Сығанаҡ: https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2025-08-16/sh-mi-ol-h-lf-ha-ynda-y-ya-ty-h-tir-l-r-4351189
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!