Азат Миңлеғәли улының тормош иптәше, Башҡортостан матбуғаты ветераны, хөрмәтле Фәниә Айытҡолова ла ошо көндәрҙә үҙенең иҫтәлекле байрамын - юбилейын билдәләй.
Фәниә Сабирйән ҡыҙы сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районы Манһаҙы ауылынан. Күп балалы ғаиләлә үҫә, өс ҡустыһы, туғандары өсөн терәк-таяныс була, яҡындарын гел генә ҡурсалап йәшәй. Фәниә апайҙың хеҙмәт юлы республикабыҙҙың балалар матбуғаты менән бәйле: күп йылдар «Аҡбуҙат» журналында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Ул әҙәбиәтте һәм халыҡ фольклорын, башҡорт йыр-көйҙәрен бик тәрән белә, белгәндәрен балаларына, хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәренә лә өйрәтә.
Фәниә Сабирйән ҡыҙы - һөйөклө ҡатын, өс ул тәрбиәләп үҫтергән хөрмәтле әсә, ҡәйнә, ете ейән-ейәнсәр, өс бүлә-бүләсәрҙең яратҡан нәнәйе. Тормош иптәше, күренекле ҡурайсы Азат Миңлеғәли улы менән ғаилә ҡороуҙарына – илле йыл. Былтыр Айытҡоловтар алтын туйҙарын билдәләгән. Һәм, әлбиттә, ғаилә башлығының уңыштарында, уның республика мәнфәғәтенә хеҙмәт итеп, ҡурай тигән музыка ҡоралын шундай бейеклектәргә күтәрә алыуында хәләл ефетенең дә роле ҙур.
Матур юбилейҙарығыҙ менән тәбрикләйбеҙ! Азат Миңлеғәли улы менән Фәниә Сабирйән ҡыҙына ҡурай моңондай оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, йән тыныслығы теләйбеҙ!
Ҡурай моңона ғашиҡ дуҫтар! Һеҙҙе 19 февраль филармонияһының ҙур залына Азат Айытҡоловтың ғүмер байрамына саҡырабыҙ!
Ҡурайсыбыҙҙың юбилей концертында Дәүләт ҡурайсылар ансамбле, сәхнәләш дуҫтары, уҡыусылары, филармония солистары ҡатнаша. Азат Айытҡоловтың ҡурай менән айырылғыһыҙ үрелеп барған тормош һәм ижад юлына байҡау яһаған, күңелдәрҙе сафлаған, илһамландырған башҡорт ҡурайы яңғыраған концертта көтәбеҙ һеҙҙе, дуҫтар!
Билеттарҙы онлайн һатып алырға: https://bashgf.ru/afisha/event/gosudarstvennyj-ansambl-kuraistov-rb-3/