Азат Айытҡоловтоң исеме музыка һөйөүселәргә киң билдәле. Башҡорт дәүләт филармонияһында ул илле йылға яҡын хеҙмәт итә. Ул башҡорт музыка сәнғәтен данлап, илаһи ҡурай моңон донъя ҡитғаларында яңғыратты.
Тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләт, моңдо һиҙгер тоя белеү, камил техника, музыкаль хәтер, импровизациялау оҫталығы һәм ижади ҡомар ҡурайсыға профессиональ музыканттар араһында һәр ваҡыт алғы сафта булырға ярҙам итә. Мәртәбәле Халыҡ — ара бәйгеләрҙә еңеү яулауҙары быға асыҡ дәлил. Һуңғыларын ғына алғанда: IV «WORLD MUSIC» һәм «Astana-Arkau» халыҡ-ара фестивалдәре. Ә 2011 йылда Башҡортостан Республикаһының музыка сәнғәтенә индергән ҙур өлөшө өсөн Азат Айытҡолов «Алтын Урал» Халыҡ ижады премияһына лайыҡ булды.
Артист ҡурай сәнғәтен заманса формаларҙа популярлаштырыу өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Америка саксофонисы Пол Винтер менән «Ҡурай смокингта», Башҡортостандың халыҡ артисы, орган оҫтаһы Владислав Мортазин менән «Ҡурай орган менән осраша» исемле үҙенсәлекле программаларҙы тормошҡа ашырҙы. Был ижади тандемдың «Ел көйө» концерты Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йылы ҡабул ителде.
Башҡортостанда Дәүләт ҡурайсылар ансамбле барлыҡҡа килеүҙә лә Азат Миңлеғәли улының өлөшөн баһалап бөткөһөҙ. Тап ул юғары профессионал белемле ҡурайсыларҙан ғына торған, дәүләт кимәлендәге коллектив кәрәклеге тураһында тәҡдим менән Башҡортостан Республикаһы етәкселегенә мөрәжәғәт итте. Ике йыл элек күптән көтөлгән коллектив төҙөлөүе тураһында Указға Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйҙы һәм уның етәксеһе итеп бер һүҙһеҙ Азат Айытҡолов билдәләнде!
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул ансамблгә махсус музыка белемле өмөтлө йәш ҡурайсыларҙы берләштереп, бай, төрлө жанрлы репертуар туплауға өлгәште. Өфөлә, республиканың район, ҡалаларында, күрше өлкәләрҙә эстәлекле, сағыу программалы бихисап концерттар бирҙе, тамашасыларҙың оло ихтирамын, ихлас һөйөүен яуланы. «Ҡағы ташы», «Атлы ғәскәр», «Байыҡ» көйҙәренә төшөрөлгән клиптары менән һоҡландырҙы.
Бар коллектив исеменән коллегабыҙҙы матур юбилейы менән тәбрикләйбеҙ! Азат Миңлеғәли улына ҡурай моңондай оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тағы ла тормошҡа ашыуын, ижади үрҙәр, тамашасылар һөйөүе, уҡыусыларығыҙҙың ҡыуаныстарын теләйбеҙ!
Ҡурай моңона ғашиҡ дуҫтар! Һеҙҙе 19 февраль филармонияһының ҙур залына Азат Айытҡоловтың ғүмер байрамына саҡырабыҙ!
Ҡурайсыбыҙҙың юбилей концертында Дәүләт ҡурайсылар ансамбле, сәхнәләш дуҫтары, уҡыусылары, филармония солистары ҡатнаша. Азат Айытҡоловтың ҡурай менән айырылғыһыҙ үрелеп барған тормош һәм ижад юлына байҡау яһаған, күңелдәрҙе сафлаған, илһамландырған башҡорт ҡурайы яңғыраған концертта көтәбеҙ һеҙҙе, дуҫтар!
Билеттарҙы онлайн һатып алырға: https://bashgf.ru/afisha/event/gosudarstvennyj-ansambl-kuraistov-rb-3/
Министерство культуры Республики Башкортостан
Государственный Ансамбль Кураистов РБ