РАИЛ БАЙБУЛАТОВ
Бының идара рәйесе Рауил Бикбаевтың урынбаҫары сағы, Яҙыусыларҙың дөйөм йыйылышын алып бара.
– Считаю открытым общее собрание СП РБ, – тип башлай, "СП РБ" беҙҙең телдә "Союз писателей Республики Башкортостан" тигәнде аңлата.
Аҙаҡтан бер йәш яҙыусы Байбулатов янына килә: "Ағай "СП РБ" тигәне нимә була ул?"
– Ул, ҡустым, "Союз писателей Раиля Байбулатова" тигән һүҙ була.
Рауил Бикбаев быны ишетеп ҡала:
– Нимә?!
– Әй, ғәфү! "Союз писателей Равиля Бикбаева" икән...
РОБЕРТ БАЙЫМОВ
– Роберт Нурмөхәмәтович, Һеҙ ниңә хәҙер әҫәр яҙмайһығыҙ?
– Лауреат булдым бит инде.
РАУИЛ БИКБАЕВ
Булған һөйләшеү. Бер көн быға шылтыраттым: "Хәлдәр нисек?"
– Ағай, илап ултырам әле. – "Кәйефе шәп" саҡтарҙа ул миңә шулай "ағай" тип ысҡындыра.
– Ниҙәр булды, мырҙам?
– Бына пенсия килтерҙеләр.
РИФ ТОЙҒОНОВ
Булыр-булмаҫ. Бер ара идара рәйесе урынбаҫары Риф Тойғонов та, һис кенә килешмәһә лә, һаҡал-мыйыҡ үҫтереп алды. Һорайһы иттем:
– Мырҙам, ниңә һаҡал ебәрергә булдың әле?
– Ағай, оло ғына йәштәһең, шуны ла аңламайһың – быйыл Рауил Төхвәтовичҡа 60 тула ла инде...
Бер аҙҙан ҡарайым: теге һирәк кенә терпе йөндәрен ҡырып ырғытҡан. – Ниңә ҡырырға булдың һаҡалыңды?
– Эш сыҡмаҫҡа оҡшаған, рәйеслектә үҙем ҡалам, ти...
БУЛАТ РАФИҠОВ
Президент Борис Ельцин наградаға ебәрелгән документтарҙы ҡарап ултыра. Динис Бүләковтың Булат Рафиҡовҡа 60 йәш тулыу уңайы менән ебәргән ҡағыҙҙарын ала:
– А, Булат Рафиков! Помню, помню его... В Уфе встречались. Что, орден Ленина? Ну, Динис Мударисович, даешь. Я же орден Ленина ликвидировал. Булат Рафиков очень любит татар – женился татарке, очень любит русских – дочь выдал за русского. Орден "Дружбы народов" ему, понима-ешь!
НАЗАР НӘЖМИ
Ейәне Айсар:
– Ҡарт әти, син Башкортостанның халык шагыйрымы, әллә Татарстанның халык шагыйрымы?
– Улыкайым, мин Казанда чакта – Татарстанның халык шагыйре, Өфөлә
саҡта – Башҡортостандың халыҡ шағиры.
– Ә Мәскәүдә?
– В Москве я – Назар Наджми.
САФУАН ӘЛИБАЙ
Башлыҡ булған һәр зат та дәүләт тарафынан беркетелгән еңел машинаны – үҙенеке, шоферын кинйә ҡустыһы итеп күрә башлай. Рауил Бикбаевтан күрмәксе, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Сафуан Әлибай ҙа машинаһын аҫтынан төшөрмәй – иҫке булһа ла, "Волга" бит әле, етмәһә, ҡап-ҡара төҫтә.
Былтыр Сафуан Әлибай Төркиәгә китте. Урынбаҫары Рәмил Йәнбәк, мин дә бер кинәнеп ултырып йөрөйөм әле, тиһә, ҡара "Волга" юҡ – Сафуан, тегене самолетҡа тағып, Төркиәгә алған да киткән. Тик изгелеген күрә алмаған – Истамбулға барып етеү менән, бының ҡара "Волга"һын пресҡа һалып ҡыҫҡан да ҡуйғандар.
Төркиәлә металлолом бик ҡәҙерле икән.
* * *
БУЛЫР-БУЛМАҪ
80-се йылдарҙа Башҡортостанға ике монгол яҙыусыһы килде. Уларҙы райондар буйлап оҙатып йөрөү эшен Сафуан Әлибайға йөкмәттеләр.
...Иртәгеһенә райкомдан КГБ-ға шылтыраталар:
– Монгол яҙыусылары икәү, тигәйнегеҙ, өсәү булып сыҡты бит. Береһе башҡортса ла һупалай. Нишләтергә?..
РӘШИТ СОЛТАНГӘРӘЕВ
Сығанаҡ: БР Милли әҙәбиәт музейы (НЛМ РБ)