-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
9 Ғинуар , 11:53

Хәтирәләр

Интернетта соҡоноп ултырғанда “Шоңҡар” журналы сайтында Рәзилә Салауатова тигән авторҙың Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова тураһындағы хәтирәләренә барып юлыҡтым. Һәм үҙем хәтирәләргә төшөп киттем.

Хәтирәләр
Хәтирәләр

Баҡһаң, Рәзилә – Роза Аҡкучукова менән Фәрит Шәйхетдиновтың берҙән-бер улы Русландың ҡатыны икән. Ә бит ул Руслан малай сағында ата-әсәһе менән беҙҙә булдылар. Шул ваҡытта үҙебеҙҙең Рәзилә менән таныштырырға кәрәк булған икән, тип көлөп ҡуйҙым (беҙҙең Рәзиләгә ул саҡта 8-9 йәш булһа, Русланға ла шул тирә булғандыр).
Сәхнә ҡушаматы “Бағанай” булған Фәрит Шәйхетдинов менән беҙ Башҡорт дәүләт университеты коридорында танышып киттек. Бер көнө оҙон коридор буйлап китеп барғанда арттан кемдеңдер: “Фәрит”, – тип ҡысҡырыуына мин дә, минән саҡ ҡына алдараҡ китеп барған ҡуйы сәсле оҙон егет тә боролдо. Уға ҡысҡырғандар икән. Әммә минең дә “Фәрит” тигәнгә ҡолаҡ ҡарп иткәнде күреп, “Һин дә Фәритме әллә?”, тип танышырға ҡулын һуҙҙы. Мин буйға ҡыҫҡа түгелмен, ә ул минән бер башҡа оҙон ине. Ысынлап та, Бағанай. Артабан университетта көн дә тиерлек осрашып, хәл-әхүәл һорашып йөрөй башланыҡ. Дуҫлашып китмәһәк тә, яҡшы таныштарға әйләндек.
Ә Роза менән танышыу поезда булды. Ҡайтырға тип, Өфө – Сибай поезына ултырғанмын. Бер ваҡыт купеға тәбәнәгерәк буйлы бер сибәр ҡатын килеп инде, ә артынан ҙур ғына ике сумка тотҡан... Бағанай күренде. Бында танышын осратырмын тип уйламаған, әлбиттә. Мине күреү менән ҡыуанысынан көлөп ебәрҙе лә хәбәрен теҙә башланы: “Бына был апайыңды беләһеңме? Ә Роза Аҡкучукованы? Әйе, ана шул йырсы апайың була. Минең кәләш”. “Ә был – минең аҙаш, тоже Фәрит”, тип минең менән таныштырҙы. “Фарит сдал, Фарит принял”, тигәндәй, ҡарап алып бар апайыңды, сумкаларын төшөрөшөрһөң. Ҡара уны, станцияһын (исемен әйткәйне – иҫтән сыҡҡан) йоҡлап үтеп китмәһен”, – тип төшөп ҡалды.
Өфө – Сибай поезының шуныһы рәхәт булды – ул ҡуҙғалыу менән кешеләр йоҡларға әҙерләнә башлай торғайны. Шуға беҙ ҙә Роза апай менән һөйләшеп ултырмағанбыҙҙыр – хәтерләмәйем. Ә иртәнсәк ул мине уятты – сумкаларын төшөрөшөп бирҙем.
Ә беҙгә килеүҙәре былай булды.
Йылын онотҡанмын, 80-се йылдарҙың аҙаҡтары булғандыр. Бер көндө эштән төшкөлөккә ҡайтып барһам, элекке РДК тупһаһында... Бағанай тора (филармония артистарының концерты буласағын белә инем, әммә Роза Аҡкучукова менән Бағанай ҙа килә икәнен уйламағанмын инде). Мин яҡынлай башлағайным, ул да танып ҡалды: “Атаҡ, һин ошонда йәшәйһеңме ни?” Мин әбиткә ҡабаланғас, оҙон-оҙаҡ һөйләшеп торманыҡ. Ғаиләһе менән йөрөп ятҡандарын белдем. Инеп, миңә бер контрамарка сығарып бирҙе лә, мин ҡайтырға ашыҡтым. Арттан: “Сәйеңде-мәйеңде әҙерләп ҡуй, концерттан һуң һиңә ҡунаҡҡа барабыҙ”, – тип тороп ҡалды. Әйткәндәй, ҡәйнәм мәрхүм дә беҙҙә ине.
Сәйен ҡайнатырбыҙ ҙа ул, ашын да һалырбыҙ, ә бына ул заманда талонға ғына һатылған мәйен табыу проблема булырмы икән, тип уйлағайным, кәләш шәп бит минең – ул мәсьәләне лә хәл итте...
Алып ҡайттым әртистәрҙе концерттан һуң. Ямғыр яуып торһа ла килделәр. Күңелле генә һөйләшеп ултырҙыҡ. Ике Фәрит килешкәндәй, Рәшиҙә ханым (тәүге тапҡыр уға шулай өндәштеләр) менән Роза ханым да тиҙ уртаҡ тел таптылар.
Төн уртаһында ғына ҡунаҡханаға тиклем оҙатып ҡуйҙым ҡунаҡтарымды. Ә тышта ҡойоп ямғыр яуа ине...
Фәрит Шәйхетдинов был донъяны йәшләй генә ҡапыл ташлап китте. Йөрәктән, тинеләр. Ә Роза Аҡҡучукованы 2021 йылдың февралендә ҡәһәрле зәхмәт – ковид алып китте. Йәндәре йәннәттә булһын.

 

Автор:
Читайте нас