-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
5 Ғинуар , 17:44

Уның ижады, ысынлап та, донъя кимәленә сыҡты, ә исеме телгә алынмай, онотолдо.

Миңә хәҙер байтаҡ йәш. Әммә, иҫ белә башлағандан алып тип әйтерлек, әсәйем алдында ваҡытһыҙ тыуғаным өсөн ғәйеп тоям. Әсәйем хәҙер мәңгелек йортона күсте. Күңелемә тынғылыҡ бирмәгән серҙе яҙайым, әсәйемдең, атайымдың ғазабын еңеләйтәйем, тип, ҡулыма ҡәләм алдым.Тик, был яҙманы уҡыусы туғандар, мине дөрөҫ аңлағыҙ: бер кемде лә ғәйепләмәйем, бер кем менән дә иҫәп-хисап яһарға уйламайым, бары тик башҡорт бейеү сәнғәтен иң беренселәрҙән булып донъяға танытыуҙа ғәжәп тос өлөшлө әсәйемдең исемен онотолоуға дусар итмәйем, тип уйлайым: уның ижады, ысынлап та, донъя кимәленә сыҡты, ә исеме телгә алынмай, онотолдо.

Уның ижады, ысынлап та, донъя кимәленә сыҡты, ә исеме телгә алынмай, онотолдо.
Уның ижады, ысынлап та, донъя кимәленә сыҡты, ә исеме телгә алынмай, онотолдо.

Әсәйем Алтынбикә Ырыҫбаева (Солтангәрәева) менән атайым Фәрих Ырыҫбаев 1960 йылда Башҡортостандан барыусы коллектив менән Мәскәүгә Кремлдең съездар һарайына барырға тейеш булалар. Баймаҡҡа килеп, Башҡортостан делегацияһына, концерт коллективына, һайлап алалар уларҙы. Атайым бара. Кремлдә концерт ҡуйғанда атайым оҙон көйҙәр башҡара. Өс тапҡыр саҡырып сығаралар. Дүртенсе тапҡыр саҡырған саҡта, ҡурайсының хәле бөтә. Атайым ҡурайсыһыҙ, микрофонһыҙ йырлай.
Ә “Мөғлифә” бейеүе менән барырға тейеш булған әсәйем бара алмай.
Өфөнән Баймаҡҡа килеп, Кремлдә сығыш яһау өсөн концерт бригадаһына әсәйем менән атайымды һайлап алғас, бөтөн туғандар ярҙам итеп әҙерләнәләр. Әсәйем иҫ китмәле матур бейегән. Үҙешмәкәр бейеү ансамбле ойоштороп, үҙе етәксе булған. Китапханала эшләгән. Мәскәүгә китергә бер аҙна ҡалғас, Өфөнән Дәүләт именлеге комитетынан килеп, Мәскәүгә бара торған һәүәҫкәр таланттарҙы саҡырып, һораша-белешә башлай. Әсәйемдең ҡарынында мин булғанмын. Ай ҙа тулмаған була, әммә әсәйем дөрөҫөн әйтә һәм уны алмаштырырға ҡушалар. Биш көн ваҡыт эсендә кемде әҙерләргә? Кем тап үҙе булып бейей алыр? Шул саҡ ҡартатайым, әсәйемдең атаһы, бик шәп кәңәш бирә. “Әҙер бейеүселәр араһынан һайлама, ат өйрәткәндә лә тайҙы өйрәтеүе еңел. Һәләте булған, әммә бөтөнләй бейей белмәгән ҡыҙҙы тап,” – ти. Шул саҡ әсәйем ҡыйыуһыҙыраҡ ҡына бер ҡыҙҙы иҫенә төшөрә. Ул мәктәптә пионер вожатый булып эшләгән Рәшиҙә. Репетиция барған залға килә лә тәҙрә эргәһенә генә баҫып, бейеүселәрҙе күҙәтә. Кәүҙәһе килешле. Тал сыбыҡтай нескә. Күҙҙәрендә дәрт, бейергә теләге бик ҙур, ахыры. Биш көн ҡалған. Биш көндә өйрәтеп булырмы? Алтынбикә бит үҙе “Мөғлифә” өсөн күпме көс түкте. Халыҡ араһында киң таралған бейеү булһа ла күпме камиллаштырҙы. Бейеүҙе ысын бейеү итерлек ҡул, бармаҡ хәрәкәттәрен, тыпырлауҙы нисә көндәр буйы ҡабатланы. Бармаҡтарын уҫаҡ япрағы кеүек елберләтеп, аяҡтарын иҙән һындырырҙай, тыпырлаҡ менән көй сығарып, шул ыңғайға кәүҙәне еңел генә хәрәкәтләндереп, һөйкөмлө генә йылмайып, тотош Урал тәбиғәте матурлығына һоҡланып ҡыуанып, эске булмышында тыуған төйәк, ошо бейеүе ижад итеүсе халыҡтың күңел күркәмлегенә һоҡландырып, Кремлдең Съездар һарайын хайран ҡалдырып сығырға тейеш бит! Үҙе шулай хыяллана ине, көҙгөгә ҡарап “Мөғлифә”не ҡабат-ҡабат бейегәндә.
Тәҙрә янына баҫып, башҡаларға өйрәткән хәрәкәттәрҙе эстән генә өйрәнеп торған Рәшиҙәне саҡырҙы Алтынбикә һәм яңылышманы. Бейеүсе ҡыҙ Алтынбикәнең иң ҙур хыялын – башҡорт бейеүен донъя һоҡланырлыҡ кимәлгә күтәреү тигән маҡсатын тормошҡа ашырҙы. Рәшиҙәнең еңеүе – башҡорт бейеүенең тантанаһы ине. Был бейеүҙе Алтынбикә ҡуйҙы! Рәшиҙә Туйсина Мәскәүҙән оло еңеү менән ҡайтҡас, иң ныҡ ҡыуанғаны Алтынбикә – Даяндың әсәһе булғандыр! Ошо бейеү менән Рәшиҙә Туйсина дан ҡаҙана, Фәйзи Ғәскәров ансамбленә барып инә. Ошо бейеү уны артабан бөгөнгө Рәшиҙә Туйсина кимәленә күтәреүҙә төп урын алып тора. Аҙаҡ бейеүҙең исеме “Заһиҙә” тип алмаштырыла, әммә есеме тап Алтынбикә хыялланғанса ҡала...
Әсәһе һалған бейеү. Хәрәкәт – бейеүҙең теле, ул ниҙер аңлатырға, һөйләргә тейеш, тип өйрәткән күнекмәләр. Тырышып-тырышып өйрәткән тыпырлаҡ. Биш көн эсендә мәңгелек данға нигеҙ һалына...
Ошо биш көн иҫеңдәме, Рәшиҙә апай? Ҡысҡырып әйтмәһәң дә эстән генә рәхмәт әйт әле “Мөғлифә” өсөн... Әсәйемдең рухы шатланыр. Ул бит ике бала менән тол ҡалды, беҙҙе тәрбиәләне. Сәнғәткә үҙен арнай алманы. Әммә халҡының күңел матурлығын берҙән-бер, берәгәйле бейеүендә
күрһәтә алды остаз, халыҡ күңеленең бар матурлығын, баҫалҡы холҡон.

Аҫылташ Фатих - https://vk.com/wall167005641_64246

 

Автор:
Читайте нас