-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
3 Ноябрь 2025, 14:20

Хәйерсе балалары

Был тарихты миңә социаль селтәрҙән дуҫлашҡан апай хат итеп яҙҙы. Бер тапҡыр ҙа күрешмәгән оло ҡатындың ят кешегә күңелен бушатыуы юҡҡа түгеллеген яҙмаларын уҡып сығыу менән аңланым. Унда ата-әсәһе менән ғорурлыҡ та, шул уҡ ваҡытта уларҙың яҙмышы өсөн әрнеү ҙә, шулай уҡ үҙҙәренең кәмһенеп үҫеүҙәренә әсенеү ҙә бар. Шунда уҡ тарихты гәзит биттәрендә сығарырға теләүемде әйттем.– Ҡаршы түгелмен, сөнки беҙ – сит төбәктән. Гәзитегеҙҙе беҙҙең яҡта белмәйҙәр. Үҙем шәхсән һеҙҙең шиғырҙарҙы уҡып, ижадығыҙ аша үҙегеҙ менән танышҡым килде. Шуға, гәзиткә яҙғанһың, тип көлөр кеше булмаҫ. Хәйер, ғүмер буйы ауыл халҡының мыҫҡыллы ҡарашын, мөнәсәбәтен күреп йәшәнек инде, өйрәнәһе түгел...

Хәйерсе балалары
Хәйерсе балалары

“Әсәйем һуғыш ваҡытында тыуған. Атаһы яуға киткәнсе ғаиләлә дүрт бала ҡалған. 1942 йылда яраланып ҡайтҡан, бер йылдан әсәйем тыуған. Өләсәйем аслыҡтан һәм хәлһеҙлектәндер, уға 40 көн тулмаҫ борон уҡ вафат була. Ул заманда ирҙәргә ҡытлыҡ булһа ла, биш балалы ауырыу ир янына килеп торорға теләүсе табылмай. Биш йылдан ҡар­татайым да үлеп ҡала.
Тома етем ҡалған балаларҙы ниңәлер детдомға алмайҙар, бәлки иң оло апайҙары колхозда эшләгәс, аҫырар, тип уйлағандарҙыр. Тик “таяҡҡа” эшләгән, бер тин аҡса алмаған йәш ҡыҙ нисек уларҙы туйындыра алһын инде?!. Быуыны ултырған ике малай кешеләргә тамаҡ хаҡына утын әҙерләй, мал ҡараша. Үҙҙәренән арттырып, ярты һыныҡ икмәк алып ҡайталар. Ярай, ауылдары Кама йылғаһы буйында урынлашҡан – йәй балыҡ мул була исмаһам. Аҙаҡ, етеш тормош башланғас, әсәйебеҙ балыҡты элеп тә ҡапманы. “Ас ҡарынға балыҡ һур­паһын эсеп, шул тиклем бүккәнмен, хәҙер еҫе үк күңелде уйната”, – ти торғайны.
Әсәйемдең уҡырға барырға кейеме лә, хәле лә булмай. Ярай, биш йәшкә оло ағаһы үҙе белгән хәрефтәрҙе, һандарҙы өйрәтә. Ҡайһы саҡта ашарға бөтөнләй булмаһа, бәләкәй генә һеңлеләрен туғандары хәйер һорарға ауылға сы­ғарып ебәрә. Тик һәр кемдең өйөндә хәл мөшкөл, етем балалар күп – ризыҡ һирәк эләгә.
1949 йылда аслыҡтан әсәйемдең кесе ағаһы үлә. Уны ерләгәндән һуң, күрше әбей сыуаштар йәшәгән яҡҡа барып хәйер һорарға кәңәш итә – һуғыш ваҡытында йәшелсә сәсеп, аслыҡтан ҡотолғандар икән. Бахыр әсәйем 30 – 40 саҡрым араны йәйәүләп йә юлаусы аттарға ултырып барып, шул яҡта ризыҡ һоранып, биргәндәрен йөкмәп кире ҡайта.
Ябыҡ ҡына, бәләкәй буйлы әсәйем үҙенең һәм апаһы менән ағаларының тамағын туйҙырыу өсөн 14 йәшкә тиклем ауылдар буйлап хәйер һорап йөрөй. Бер шулай йөрөгәнендә уны санала барыусы ир ултыртып ала ла, тамам өшөгән, хәлһеҙләнгән баланы йәлләп, үҙҙәренә сәй эсергә һәм йоҡлап сығырға саҡыра. “Сөпрә менән бешерелгән икмәкте һәм һары майҙы шунда тәүге тапҡыр ашаным. Тағы ла икмәгемә һары ғына нимәлер һылап бирҙеләр – тәмлелеге башымды әйләндергәндәй булды. Уға тиклем бал тигән ризыҡтың барлығын да белмәй инем”, – тип һөйләй ине әсәй.
Теге ирҙе ҡаршы алған ҡатын әсәйемде бик ихлас ҡарай, төн буйы хәл-әхүәлен, йәшәйешен һораша. Балаларса ихласлыҡ менән уныһы барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. Икенсе көндө улар ҡыҙҙың моҡсайына картуф, тоҙло ҡыяр, бер аҙ он, йомортҡа һалып оҙаталар. Тағы ла юлы төшһә, үҙҙәренә инергә саҡыралар.
Йылыға йылан да эйәләй, тигәндәй һыйлы ерҙән кем баш тартһын инде?! Икенсе юлы әсәй ул яҡҡа махсус бара. Ҡатын менән ир уны тағы ла ихлас ҡаршы ала. Быныһында инде әсәйемде йорттоң түр бүлмәһенә индерәләр. Ә унда төҫкә матур, һөйләшеүгә ихлас, тик тыумыштан зәғиф малайҙары ята. Атлай алмай икән. “Уға бер үҙенә күңелһеҙ, ҡыш көнө тышҡа сыға алмай. Бер аҙ уның менән һөйләшеп ултыр, йәме?” – тиҙәр.
Атай менән улар шулай таныша. Әсәйем сабыйҙарса ихласлыҡ менән аралаша башлай. Биш йәшкә өлкән, инде егет ҡорона ингән атайға, бәлки, уның хәбәре ҡыҙыҡ та булмағандыр, әммә аралашыуға һыуһап ултырғас, ҡайҙа барһын инде. Өсөнсөгә килгәнендә 15 йәше лә тулмаған ҡыҙ баланы аяҡҡа баҫырына өмөт тә булмаған улдарына димләйҙәр.
– Берҙән-бер балабыҙҙы кәм-хур итмәйәсәкбеҙ. Ас-яланғас йәшәмәҫһең, ҡулыбыҙҙан килгән тиклем ярҙам итеп торорбоҙ. Ҡайҙа, нисек тамаҡ туйҙырам, тип аптыранып йөрөмә. Беҙгә – ярҙамсы, улыбыҙға иптәш булырһың, – тиҙәр уға.
Әсәйем ризалаша. “Хәлле йәшәйҙәр ине, мул табынға алданып, ризалығымды бирҙем. Ҡайным нисектер һуғыш ваҡытында ла бал ҡорттарын һаҡлап ҡала алған. Яҙ етһә, төндә умарталарын йәшереп кенә алыҫ туғайҙарға урынлаштыра ла, көҙөн алып ҡайта. Бер кем дә уның күпме умартаһы булғанын бел­мәгәндер. Үҙе урмансы булып эшләгәс, ҡорттарҙың мәшәҡәте менән булышырға ваҡыт таба ине. Тик йәй буйы өйгә ҡайтып инмәй. Мал-тыуар ҡарау, йорт-тирәне тәртипкә килтереү, утын әҙерләү тулыһынса ҡәйнәм менән минең иңдә булды. Ашау һәйбәт булғас, арыу һи­ҙелмәне – тырышып эшләнем дә эшләнем. Ә ҡайным йәй буйы урман эше менән бал ҡорттарын ҡарау араһында һалабаш һалып та, тал сыбыҡ әҙерләп тә өлгөрә ине. Ҡыш буйы септә, кәрзин, мурҙа үреп сыға. Айына 1 – 2 тапҡыр Сарапул баҙарына уларҙы һәм бал һатырға бара. Мине баштан-аяҡ кейендереп алдылар. Юҡлыҡтан йонсоғанғалыр инде, муллыҡҡа шөкөр ҡылып, яҙмышыма күнеп йәшәнем дә киттем”, – тип һөйләне ул.
Атайым да һәйбәт кеше ине. Бер ваҡытта ла әсәйемә йәки беҙгә тауыш күтәргәнен хәтерләмәйем. Ҡартатайым уға инвалид коляскаһы алып ҡайтҡанын һаман иҫләйем: уның өсөн оло байрам булды. Урам буйлап йөрөп, ауылды күреп ҡайтты иң тәүҙә. Аҙаҡ ялан-ҡырҙарға ла сығып килә ине. Өләсәй менән ола­тайҙың бөтмөрлөгө унда ла булды – район үҙәгендәге бер итексегә йөрөп, аяҡ кейеме ремонтларға өйрәнде. Ҡулы оҫта ине, етмәһә, кейем-һалымға ҡытлыҡ, ауылдарҙан ҡапсыҡ менән алып киләләр. Ер иҙәнле келәтте оҫтахана кеүек эшләп алды.
Хәллелектәрен күрһәтмәҫкә тырыш-һалар ҙа, ауыл халҡы һиҙгер бит, ғаиләбеҙҙең асҡа интекмәгәнен күрә ине. Кемдәрҙер быға артыҡ иғтибар итмәһә лә, күптәр көнләшеүен йәшермәне. Бер нисә тапҡыр олатайҙың умарталарын тикшерергә тип килгәндәрен үҙем дә хәтерләйем. Ул ваҡытта хәҙерге кеүек үҙеңә эшләргә яраманы бит. Кемдәрҙер атайымдың аяҡ кейемен ремонтлауына тиклем ялыу яҙған. Беҙ уҡыуҙа саҡта тикшереүселәр милиция менән бергә килеп ингән. Йәнәһе, ҡулға алалар. Атлау түгел, үҙаллы баҫып та тора алмаған инвалид ирҙе күреп, аптырап ҡалғандар. Ә атай телгә бөткән, дипломат кеше булды.
– Башҡа эшкә ярамайым бит, шуға өйрәнгәнемде эшләйем инде. Бер кемгә лә хаҡ ҡуйып, аҡса һорап ултырмайым. Ә бирһәләр, баш тартмайым, сөнки өс баланы ҡарашырға кәрәк. 15 һум пенсияны бишебеҙгә бүлһәк, күпме генә ҡала? Таяҡ таянып булһа ла йөрөй алһам, эшкә төшөр инем. Ҡартайған атай-әсәйемдең, көнө-төнө колхоз эшендә йөрөгән ҡатынымдың елкәһендә ятыу еңел түгел ул. Зинһар, ҡулымдан килгән һөнәрҙән тыймағыҙ. Бик булмаһа, колхоз миңә эш хаҡы ҡуйып, оҫтахана асып бирһен. Үҙ ҡоралдарым менән барып эшләргә ризамын, – тип әйткән. Тикшереүселәр баштарын эйеп, сығып киткән.
Ялыу менән эш сығара алмағас, ауыл халҡы теле менән күңелдәрҙе яраланы. Әсәйемдең артынан ғына түгел, йөҙөнә бәреп көлөүселәр булды.
– Хәйерселәп йөрөп ирле булдың инде. Килен булып төшкәндә ҡырҡ ямаулы ҡыптыр туның менән сабатанан башҡа нимәң бар ине?..
– Йүнле кеше тыныс заманда инвалид иргә бармай инде ул...
– Балаларың әллә иреңдән, әллә кемдәндер әле... Баҫып та тора алмаған ирҙән рәт сығамы ни инде...
– Ялсы булып йәшәп ятаһың инде. Ҡайның ятһын эштән ҡасып, йәй буйы сәхрәлә ял итеп, һин йөрөйһөң бесән сабып...
Уға ҡушылған “хәйерсе” ҡушаматы беҙгә, балаларына ла, тағылды. Матур, бөхтә йөрөүгә, яҡшы уҡыуға ҡарамаҫтан, мине һәм ике ҡустымды “хәйерсе балалары” тип йөрөттөләр. Әсәй сабыр булды, бер кем менән дә әрләшмәне, мөнәсәбәт асыҡлап йөрөмәне. Беҙгә лә бары тик тырышып уҡырға, мотлаҡ юғары белем алырға ҡуша ине. Шөкөр, оло ҡустым ауылдың тәүге вуз бөткән кешеһе булды. Бәләкәсебеҙ хәрби осоусы булып, ил гиҙҙе. Мин тәүҙә училище, аҙаҡ институт бөтөп, ғүмер буйы район дауаханаһында табип булып эшләнем. Дауалап, аяҡҡа баҫтырған ике кеше (атайымдың йәш­тәштәре) йөҙөмә бәреп: “Хәйерсе балаһы ла кеше булһын әле! Моҡсай һөйрәп йөрөгән әҙәм дә уҡымышлы кеше тәрбиәләй ала икән...” – тине. Ауыл­даштарымдың әсе теленә, бәғер­һеҙ­легенә күңелем ҡатты.
Көслө рухлы атайым, эшкә шәп олатай-өләсәйем, изгелекле, ярҙамсыл әсәйем беҙгә төрлө яҡтан өлгө күрһәтте. “Исламымды өс һау-сәләмәт иргә лә алыштырмайым. Ғүмерҙә ауыҙына араҡы алманы, ауыр һүҙ әйтмәне. Нимә ашатһам, шуға риза булып, рәхмәт һүҙҙәрен генә әйтеп ултырҙы”, – тиер ине әсәйем. Ә ауырыу ирҙе ҡарау еңел булманы уға. Атайҙы торғоҙоп, креслоһына ултыртыу өсөн генә лә күпме көс талап ителде бит. Ҡайһы саҡта эш күберәк булһа, сәй ҙә эсә алмай тилмереп беҙҙе көтә ине.
Атайҙың бер генә теләге булды: әсәйҙән алдараҡ үлергә. Ныҡ теләгәндер инде, әсәйебеҙ унан ҡалып дүрт йыл йәшәне. Намаҙға баҫты, мәсеткә йөрөнө. “Кеше хурлау яман түгел – Аллаһ ҙурланы”, – тип шөкөр итеп доғалар ҡылды.
Тик мин генә ауыл халҡының 14 йәшлек баланы аслыҡтан хәйер һорап йөрөүен мыҫҡыллап, ғүмер буйы кәм­һетеп йәшәүен ҡабул итә алмайым. Ә беҙҙең ауылда эскәндәр, енәйәт ҡыл­ғандар, хатта кеше үлтергәндәр ҙә бар ине. Уларҙың балалары беҙҙән, үлмәҫ өсөн хәйер һораған, аҙаҡ намыҫ менән донъя көткән, ауырыу ирен ҡараған ҡатындың балаларынан, көлөүен аң­ламайым...”

Гөлнур ҠЫУАТОВА

Автор:
Читайте нас