-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
2 Ноябрь 2025, 15:13

Бер фото тарихы

Был фотоны 1939 йылда В.Н. Белицер тигән ғалимә төшөрөп алған. Банат Ғәстинова тигән ҡатын уйнаған. Элек тә ҡатындар ҡурай тартҡан ул, тик ҡатын-ҡыҙ араһында ғына, ир-ат алдында уйнау әҙәпһеҙлек һаналған.

Бер фото тарихы
Бер фото тарихы

Вера Николаевна Белицер (1903-1983) - совет ғалиме, тарих фәндәре докторы, этнограф, тәүсығанаҡтарҙы тикшереүсе.

В. Н. Белицер Волга буйы һәм Кама буйы халыҡтарының - мордваларудмурттарбашҡорттаркоми-зырян, коми-пермяк, сыуаштарҙың этнографияһын тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә.

Вера Николаевна эҙләнеү эштәрен Волга буйы һәм Урал буйы халыҡтарының бер‑береһенә йоғонтоһон өйрәнеүгә арнай. Башҡортостан буйлап этнографик экспедицияларҙа ҡатнаша: 1937 йылда башҡорттарҙың биҙәү‑ҡулланма сәнғәте, көнкүреше буйынса материалдар йыя.

Башҡорттар араһында йыйған коллекцияһының бер өлөшө (24 предмет) Тарих музейында (Мәскәү), икенсе өлөшө - балалар уйынсыҡтары - Сергиев Посад ҡалаһында Уйынсыҡ музейында һаҡлана [1]

Уның "Ҡурайсы Банат Гастинова" тип аталған фотоһы ла Мәскәүҙең Тарих музейында И 1834-159 һаны менән һаҡлана

В. Н. Белицер СССР Фәндәр Академияһы Этнография институтының "Донъя халыҡтары" серияһы фундаменталь хеҙмәттәрен әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Һуңғараҡ күп томлы "Дөйөм этнографик очерктар" өсөн "Волга һәм Кама буйы халыҡтары" бүлеген әҙерләй ( П.В. Денисов, Р.Ғ. Мөхәмәҙиева,Р.Ғ. Кузеев , С.Н. Шитова ҡатнашлығында) [2], бында ул Башҡортостан, башҡорттар тураһында ла тикшеренеү мәғлүмәттәрен яҙа.

https://ba.ruwiki.ru/wiki/Белицер_Вера_Николаевна

 

Бер фото тарихы
Бер фото тарихы
Автор:
Читайте нас