– Өләсәй, тыуған көнөңә нимә бүләк итәйек? Бәлки, берәй ҙур теләгең барҙыр?
– Балалар, минең бөтә нәмәм дә бар. Һеҙҙән бер нәмә лә кәрәкмәй. Рәхмәт шулай хәстәрлек күреп тороуығыҙға.
– Бәлки, магазинға сығып, берәр нәмә ҡарап алырбыҙ?
– Эй ,балалар, хәҙер ни, донъя иркен, барыһы ла мул. Кеше нимә теләй – бөтәһе лә бар. Бик матур йәшәйбеҙ, Аллаһыға шөкөр! Үҙ ғүмеремдә иң ҙур бүләгемде алдым инде. Һау йәшәгеҙ бөтәгеҙ ҙә. Именлекте бирһен Хоҙай! Минән һеҙгә теләк шул!
– Өләсәй, һөйлә әле ғүмереңдең иң ҙур бүләге тураһында.
– Нимә бүләк иттеләр?
– Кем бүләк итте?
– Ҡыҙыҡ та инде! Һөйлә инде!
– Һеҙгә әле ҡыҙыҡ та ул. Ул ваҡытта ҡыҙғанысы күберәк ине.
Өләсәйем былай ҙа ҡымтыҡ иренен тағы ла нығыраҡ ҡымтыны. Ниңәлер яулыҡ төйөнөн ҡабат ысҡындырып, киренән бәйләп ҡуйҙы.
– Хәҙер онотоп та бөткәнмен инде...
– Ниндәй бүләк? Шуны ғына әйт, исмаһам, өләсәй! – тип ныҡышабыҙ.
– Һөйлә, өләсәй, һөйлә! Беҙгә һинең тормошоңдоң һәр бер киҫәге ҡәҙерле. Самауырҙы ла шыжлатып ебәрәйек.
– Самауыр янында хәҙер ниндәй генә тәғәм юҡ! – тип дауам итте өләсәйебеҙ көрһөнөп. – Әлегеләй өҫтәл ул саҡ никах туйында ла булмай торғайны. Ней кейергә, ней ашарға, тигәндәй. Аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла, һуғыш осорон да, ауыр эште лә күрелде. Хоҙайға шөкөр, 85 йәшкә лә еттем! Ожмахтай етеш тормошта йәшәйем. Ошо түгелме яҙмыш бүләге?
– Иң ҙур бүләк хаҡында өндәшкәйнең, өләсәй.
– Эйе, ошо иң ҙур бүләк! Атай-әсәйем ғүмер бүләк иткән – рухтары шатланып китһен! Бүләктәрҙең, заманына ҡарап, ниндәйе генә булманы... Ләкин ошо гөлдәй тормошто бүләк итеүселәр хаҡында һүҙем, – тип башланы ул бәйәнен.
«Ул саҡта атайҙар, ағайҙар фронтҡа китеп бөттө. Яланда, урманда эшләгәндәрен, хатта йүнләп күрмәй ҙә ҡалдыҡ. Кис өйҙәренә ҡайттылар ҙа иртә менән, беҙҙе илатып, моңло итеп йырлап, юлға сыҡтылар.
Өҫтө таш, аҫты быяла
Биләрит тигән ҡала.
Биләрит, тимәгеҙ әле,
Һөйгәндәребеҙ ҡала...
Фронтҡа китеүселәрҙең ошо моңло йырға әйләнгән таҡмағы һаман да ҡолаҡта сыңлап торғандай.
Торараҡ хатта урманда, баҫыуҙарҙа, фермала эшләп йөрөгән аттарҙы ла йыйҙылар. Бер-береһенең ҡойроғона бәйләнгән тоғро юлдаштарыбыҙҙы ла, тыуған ерен һуңғы тапҡыр күргәндәрен һиҙгәндәй, кешнәшеп, тау үренә артылғанын күҙҙән юғалғансы ҡарап, йәштәргә быуылып оҙатып ҡалдыҡ. Йырҙа йырланғанса, ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы.
Әсәйҙәр көнө-төнө эштә булды. Ике яҡлы өйҙәрҙә итәк тулы балалы ике ғаилә йәшәне ул ваҡытта. Бөтә етештерелгән ашлыҡты фронтҡа ебәреп торҙолар. Шуға халыҡ, бигерәк тә сабыйҙар, һуғыштың тәү йылында уҡ аслыҡтан интегә башланы.
Ләкин беҙҙең ауыл кешеләре башта асыҡманы! Айырыуса беҙҙең урам кешеләре тәүге йылдарҙа туҡ булды. Икмәгебеҙ самалы булһа ла, ит-балыҡтан өҙөлмәнек.
Беҙҙең урамда ҡарт һунарсы йәшәне. Ул да колхоз эшендә булды. Әммә ҡош-ҡортҡа һунар итергә лә, балыҡҡа мурҙа һалырға ла өлгөрҙө. Балыҡ та күп булғандыр инде. Бер арба итеп алып килер ҙә урамда таратыр булды. Әсәйҙәр: «Ниңә бәләкәй сеүәтә менән сыҡҡанһың? Алдыр менән сыҡмай!» – тип әйтер ине. Бабай балыҡтан ҡайтһа, беҙ, бала-сағалар ҙа, ҡаршы сығып, балыҡ алып ҡалыр, кискә балыҡ бешереп ашап кинәнер инек... Ҡуяндар ҙа ауланы. Һурпаһыҙ булманы күрше-тирә...
– Һунарсы ҡартыбыҙ тора алмай ныҡ ауырый, хәл өҫтөндә ята икән, – тип бер көн шулай һөйләнеп килеп инде беҙҙең өйгә Бәҙиға апай.
Баҡһаң, олпат кәүҙәле, янып торған зәңгәр күҙле, оло булһа ла, сибәрлеген юғалтмаған йомарт ҡартыбыҙ, колхоз үгеҙен ҡотҡарам тип боҙло һыуға төшкән икән. Ай-һай, ҡаты булды ул дәүерҙә закундар! Үгеҙ үлһә, мал ҡараусы ҡатындар харап буласаҡ, тигәндер. Яҙғы боҙға, яҫтыҡтай булһа ла, ышанырға ярамай шул. Әллә йылыу булдымы икән?.. Бындай хәлдәргә һунарсы, балыҡсы кеше элек тә юлыҡҡандыр, әммә һуғыш хәсрәте, колхоз мәшәҡәте, йәш кенә улдарының ут эсендә йөрөүе, оло улының ғаиләһе, ейәндәре, тип йән атыуҙары уның һаулығын ҡаҡшатҡандыр, бәлки. Ҡартлыҡ – шатлыҡмы ул? Ололарға ғына түгел, типһә тимер өҙөрҙәй көслө ир-егеттәргә лә, дәрт-дарманы ташып торған ҡатындарға ла еңел булманы...
Сыуаҡ матур яҙғы иртәлә: «Һунарсы ҡарт бөгөн таңға үткән икән», – тигән сираттағы ауыр хәбәр ишеттек. Фронттан ҡара ҡағыҙҙар ҙа килгеләп тора ине бит. Төштән һуң ҡартты ҡабыҡҡа һалып, зыяратҡа ҡуйырға алып киткәндәрен ситән ярығы аша күҙәтеп ҡалдыҡ. Шулай итеп, һуңғы юлға ҡуҙғалды бөтә яҡлап та күркәм Кеше.
Тормош элеккесә дауам итер кеүек ине. Ләкин күрәһеләребеҙ алда булған икән...
Райондан килеп, йәшерәк яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙы һал ағыҙырға йыйҙылар. Сәғиҙә апай мәрхүмкәйҙең өс йәшлек Хәмиҙә исемле ҡыҙ ғынаһы зар илап урамда тороп ҡалды. Ниңә һал ағыҙырға барырға риза булғандыр инде? Баш тарта алмағандыр, заманы шулай ине бит. Никахһыҙ тыуған балаларҙың ғына түгел, аталары һуғышта үлгәндәрҙең дә ҡәҙере булманы ул өйөрмәлә. Балаҡайына ҡарап, Сәғиҙә апай ҙа күҙ йәштәренә быуыла-быуыла һал ағыҙырға юлланды.
Хәмиҙәне ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ҡараны. Тик тамаҡ тамуҡҡа төшөрә. Һәр кем дә үҙ ғәзиздәрен һаҡлап алып ҡалыу хәстәрен күрҙе. Ауылда аслыҡтан үлгән беренсе кеше ошо Хәмиҙә ине. Өй беренсә ашарға һорап йөрөгән балалар ҙа күренә башланы. Ас кешеләр ни рәүешле яҡты донъя менән хушлашһа, шул сүрәттә ерләй башланылар. Күп ҡырылды кеше. Дуҫыңа түгел, дошманыңа ла күрһәтмәһен ул көндәрҙе.
Һунарсы бабайҙы һағынмаған кеше, уны иҫкә алмаған көн ҡалманы.
Әсәйем беҙҙең ауылға килен булып төшкән. Уның бында бер туғаны ла юҡ. Шуға Бәҙиға апай менән бынан тура барғанда егерме саҡрымда ятҡан урыҫ ауылына эшкә китергә ҡарар иттеләр. Бәҙиға апай ҙа бер өйҙә килендәше менән һыйышмайҙар икән. Барлыҡ яраштырһа ла, юҡлыҡ талаштыра шул.
Урыҫтарҙа картуф ашап булһа ла ҡыш сығырбыҙ, тинеләр. Юл аҙабы – гүр ғазабы. Бәләкәй балалар менән урман аша йәйәү барыуы, ай-һай, ауыр булғандыр әсәйемдәргә. Бәлә-ҡазаға осрауҙары ла бар ине бит. Йылғаның текә ярында ҡырын ерҙән атлағанда Бәҙиға апайҙың:
– Уф-ф!.. Инде былай барыр хәлем ҡалманы. Ҡулдарым өҙөлөп төшә инде, – тигән тауышы ишетелде.
– Әйҙә, әҙерәк ял итеп алайыҡ һуң, – тине әсәйем.
– Бала – бауыр ите, тиһәләр ҙә, кеше күпме балаһын юғалтты? Был балалар ашыңды ла ашар, торараҡ башыңды ла ашар!
– Ҡуй, улай тимә, Бәҙиға, сабыр ит. Бына һуғыш бөтөр, Вәлиуллаң да ҡайтыр.
– Әллә инде! Тере ҡалып булырмы, юҡмы...
– Әйҙә, ҡуҙғалайыҡ. Юлдағыларҙың юлда булыуы хәйерле. Әле байтаҡ ҡына бараһы бар. Яҡты күҙҙә барып етһәк, арыу булыр.
Әсәйем ҡустымды күтәреп, алға атланы. Мин төйөнсөктәр тотоп, артынан эйәрҙем. Бәҙиға апай ҙа урынынан торҙо. Барыуы ауыр, шырлыҡ араһында аяҡ аҫтындағы ботаҡтарҙы, йығылып ятҡан ағастарҙы туҡтауһыҙ аша атлап сығыуы еңел түгел. Тау битләүендә аяҡ тайып ыҙалата. Бер туҡтауһыҙ үрмәксе ауы биткә һырый... Бәҙиға апайҙың Сәхиуллаһы бер өҙлөкһөҙ мыжый башланы.
Әсәйҙәр һөйләшмәйерәк алға барыуҙарын белә. Бер аҙҙан арттараҡ барған Бәҙиға апай тағы ла:
– Еңгә, әллә бынау Сәхиулланы ошонда ҡалдырайым да китәйем микән?.. Кешегә, юлда үлде, тип әйтербеҙ... Тәҡәтем ҡалманы! Арыным! Йонсоном! Исмаһам, әҙерәк атламай ҙа! Ҡалдырам! Ғәлиулламды ҡотҡарып ҡалһам да бик хуш! Ә былай ул да үләсәк! Һиңә рәхәт, һинең өлкәне ҡыҙ бала! Малайҙар ашамһаҡ! Ашарға күп кәрәк! Ҡалһын әйҙә!..
Әсәйемдең былай ҙа матур ҙур күҙҙәре тағы ла нығыраҡ асылды. Ул ҡулындағы ҡустымды, беләгенә элгән төргәктәрен ергә ҡуйҙы ла:
– Ауыҙыңдан ел алһын! Тәүбә, тиң, Бәҙиға! Ауыҙың ни һөйләгәнде ҡолағың ишетәме һинең? Шундай ауыр йөк менән нисек йәшәмәк булаһың? Гонаһынан ҡурҡ! Ниндәй үлемгә дусар итәсәкһең балаңды? Күҙ алдына килтерәһеңме? – тип илап ебәрҙе.
Әсәйем илағанға, хәүеф тойоп, ҡустымдың, уларға ҡушылып, минең күҙҙәрем шәмәрҙе. Бәҙиға апай һаман үҙ һүҙен һөйләй ине...
– Анау йылға буйында, һөҙәгерәк ерҙә, туҡтап хәл йыйырбыҙ. Мә, етәклә ҡустыңды, Мөнирә! – тип миңә өндәште әсәйем. Үҙе: – Ҡана, күтәреп барайым Сәхиуллаңды! – тип һаман шыңшыған баланы ҡулына алды. – Барып етербеҙ, Аллаһы бирһә! Сабыр итәйек! Бер бала ла өлөшһөҙ тыумай! Өлөшө бөтмәгән әле Сәхиулланың!
Тауышында тимер сыңдары яңғыраған Бәҙиға апай ҙа ҡапыл туҡтап, сеңләп илап ебәрҙе:
– Аптырағандан әйтәм инде, еңгә!.. Һинең үҙеңдең балаларың бар... Ашарға бөтөп бара... Әле көртмәле, балан, миләш ашайбыҙ ҙа... Эсебеҙҙә күптән бүреләр олой... Ней һарына ла йүнләп осрамай. Бар кеше һарынаға сыға бит. Ә урыҫтар беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алып торамы? Миләш ныҡ уңһа, ҡыш та ҡаты була. Быйыл миләш күп... Ҡасан дөмөгә был Гитлеры? Ҡәһәр һуҡһын был һуғышты! Алла юҡтыр! Булһа, балаларҙы ҡыҙғаныр ине! Бер сараһын күрер ине...
Бәҙиға апайҙың былай ҙа аҡ һылыу йөҙөндә ҡан әҫәре күренмәй ине шул мәлдә. Әсәйҙәрҙең бөгөлөп төшөүенә ҡарап, һуғыш ҡурҡынысы тағы ла нығыраҡ башыма барып етте.
...Машинаның тәгәрмәсе
Ниңә һигеҙ булмаған?
Был донъяның рәхәттәре
Ниңә тигеҙ булмаған?..
Әле ҡасан ғына дәртле шаян таҡмаҡтар яуҙырып, тигеҙ генә баҫып, ойотоп бейегән Бәҙиға апайҙың меҫкен хәленә ҡалыуы, шундай аяуһыҙ уйға килеүе тетрәндерҙе. Таҡмаҡтың һүҙҙәре иҫемә төшөп, бер туҡтауһыҙ мейемде сүкеп торған һымаҡ булды. Сәхиулланы ташлап китһәк, уның ҡалай итеп тороп ҡалыуын күҙ алдыма килтерергә тырышам. Шул уйҙарҙан тәндәрем эҫеле-һыуыҡлы булып китә.
–Тор, Бәҙиға, балаларҙы ҡурҡытмайыҡ. Бөтәһе лә һәйбәт булыр. Хоҙайға ла тел тейҙермә! Кешене ашар ризыҡ, эсәр һыу йөрөтә. Яҙған ризығыбыҙ бөтмәһә, йәшәрбеҙ, – тине әсәйем, тамам тынысланып.
Ул ҡышты беҙ урыҫ ауылында сыҡтыҡ. Әсәйем менән Бәҙиға апай урманда әрҙәнә лә ҡырҡтылар, аҙаҡ фермала һыйыр ҙа һауҙылар. Эштән һуң тамаҡ хаҡына Баҙиға апай хәллерәк урыҫтарҙың солан- күтәрмәһен йыуҙы, әсәйем утын ярҙы. Беҙ тере ҡалдыҡ!
Яҙын, ер һыуға туйынып, тирә-яҡ йәшеллеккә күмелгәс, ауылға ҡайттыҡ. Был Еңеү яҙы ине! Бик ҡиммәткә төштө ул Бөйөк Еңеү... Бик күп ир-егеттәр яу ҡырында ятып ҡалды. Ауылда тотош ғаиләләр юҡҡа сыҡҡайны... Еңеүҙе илай-һыҡтай ҡаршы алдыҡ. Ул берсә, әлбиттә, шатлыҡ, берсә, ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙарҙан әрнеүле әсе күҙ йәше ине.
Бәҙиға апайға ғына Оло Еңеү шатлығын оҙаҡ татып йәшәргә яҙманы. Һуғыштан һуң да байтаҡ ҡына ир-егеттәрҙең ауыр эше ҡатын-ҡыҙҙар иңендә булды. Бәҙиға апай шахтаға эшкә төштө. Шунда вагонетка ысҡынып китеп һәләк булған, тинеләр. Ә Сәхиулла ағайығыҙ ҙур кеше булып китте. Профессор Вәлиуллин Сәхи Вәлиевич ул хәҙер!»
Өләсәйемдең һөйләгәндәрен тын да алмай тиерлек тыңланыҡ. Мин мәктәп эргәһендә тыуған ауылымдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға ҡуйылған обелискылағы бик күп матур фамилияларҙың ауылда осрамауының төп сәбәбен аңланым. Ҡәҙерле өләсәйемдең: «Мин иң ҙур бүләгемде күптән алғанмын инде!» – тигән хәбәренең төп асылына тик хәҙер генә төшөндөм. Был донъяла утты-һыуҙы күп кискәндәргә, ысынлап та, ғүмер үҙе үк ҙур бүләк булған бит! Ысын күңелдән бүләк өләшеүселәр бүләктәрен йөрәк ҡушыуы буйынса, рәхмәт һүҙҙәренә өмөт итмәй генә тапшыралар икән дәһә!.. Ғүмер бүләк итеүселәр ҙә... Аңлай белгән кешегә юлыңда кәрәкле кешеләрҙең тәғәйен ваҡытта, тейешле урында килеп сығыуы, юлдаш булыуы ла – яҙмыштың оло бүләге. Бына ҡайҙа икән ул мәңгелек тормош фәлсәфәһе!
Гөлсибәр ШАКИРОВА.