-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
10 Октябрь 2025, 09:59

Тарихи фото

Асы ауылындағы Арыҫлан Мөбәрәков музейында бына шундай тарихи фото һаҡлана.

Тарихи фото
Тарихи фото

Һулдан уңға: ҡурайсы һәм актер Йомабай Иҫәнбаев, композитор һәм драматург Хәбибулла Ибраһимов, ҡурайсы һәм бейеүсе Ғиниәт Ушанов, ҡурайсы Хәмит Әхмәтов.

 

Ә был хәл һаман да телдән телгә тапшырыла килә.

1925 йылда Францияла Йомабай Иҫәнбаев менән булған:

Ҡурайсы бер төркөм артистар менән Парижға барған. Үҙе менән тамыры, һабағы булған ҡурай үләнен дә алған. Сығыш яһарға сираты еткәс, музыкант, сәхнәгә сығып, тамашасылар алдында ҡурай яһаған һәм башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнап ебәргән. «Байыҡ» көйөн уйнай башлағас, бер ханым ҡулындағы алтын балдағын сисеп, ҡурайсының бармағына кейҙергән.

Автор:
Читайте нас