

Бер мәл Хәйҙәр еҙнәм баянда бейеү көйөн уйнап ебәргәйне, Ғафия еңгәм: "Хөрмәтулла ҡәйнеш, әйҙә, төш бейергә!" - тимәһенме! “Бейе” тигәстәр ни, инәлтеп торманым, төштөм бейергә. Уға тиклем кеше алдында, сәхнәлә лә бейегәнем булмағандыр. Шуға башымды баҫып өй уртаһында ҡыйыуһыҙ ғына ата ҡаҙ кеүек тыпырҙайым. Ҡунаҡтар геүләп ҡул сапҡас, ҡыйыулана төштөм. Бер заман арҡамдан һөйөп, бүрегемә, кеҫәмә аҡса ҡыҫтыра башлағастар, түңәрәк буйлап бейергә тотондом. Ҡунаҡтар һамаҡлап, иҙәнгә аҡса һибәләр.
Апайҙарым аҙаҡ көлөп һөйләне: "Был Хөрмәтулла бейеүҙән ҡасан туҡтар икән тип уйлайбыҙ, ә ул башын баҫып алған да бейеүен белә" - тиҙәр. Ә мин нимә инде - көй туҡтамағас, мин дә туҡтаманым. Бейегән һайын аҡса һибәләр, шулай булғас, нисек туҡтамаҡ кәрәк?! Бейеп “эшләп алған” аҡсам ун дүрт һум самаһы булды. Был тәүге гонорарымды шунда уҡ әсәйемә тапшырҙым...”
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтең “Таштуғайҙың ике батыры” китабынан алынды.