+18 °С
Ясно
Тарих һәм шәхес
12 Июня 2025, 07:42

Өфө тураһында 10 ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Ҡала көнө уңайынан Өфө тураһында 10 ҡыҙыҡ мәғлүмәт тәҡдим итәбеҙ:

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө тураһында 10 ҡыҙыҡ мәғлүмәтӨфө тураһында 10 ҡыҙыҡ мәғлүмәт
Өфө тураһында 10 ҡыҙыҡ мәғлүмәт

1. Тәүге сериялы совет баҫма машинкаларын 1920 йылдарҙа Өфө заводында сығара башлайҙар һәм улар “Башкирия” йәки “Башкурдистан” тип аталған. Баҫма машинканың был моделе бөтә СССР буйлап ярты быуат дауамында тарала. Уның тураһында: “Максим” пулеметы кеүек ышаныслы”, - тип яҙалар.

2. 1950 йылдарҙа Өфөлә ҡаты серлелек шарттарында махсус хеҙмәттәр өсөн тәғәйенләнгән беренсе совет бәләкәй фотоаппараты сығарыла. Миникамерала пальто, пинжәк йәки йылы куртка төймәһенә беркетелә һәм йәшерен генә төшөрөү алып барып була.

3. Өфө ҡалаһының 40-сы заводында “Ағиҙел-1К” тигән махсус саң һурҙырғыслы электр бритваһы сығаралар. Ул космонавтарға тәғәйенләнгән була.

4. Өфөлә Нобель премияһына нигеҙ һалыусы ағалы-ҡустылыларҙың кеҫәһенә миллиондар һала. XIX-XX быуаттар сигендә улар Өфөлә сауҙа контораһы аса һәм кәрәсин, нфть, мазут һаҡлағыстар өсөн ҡуртымға ер ала. “Братья Нобель” хәҙерге Ҡунаҡһарай тирәһендәге лавкаларҙа кәрәсин һата һәм 1904 йылда өфөләр 1 миллион һумдан ашыу аҡсаға кәрәсин һатып алыуы билдәле.

5. Өфө – Уралда Владимир Ильич Ленин үҙе килеп күргән берҙән-бер ҡала. Ул 1900 йылдың февралендә ҡатыны Надежда Крупская менән килә һәм 3 аҙнаға туҡталып китә.

6. Осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев бала сағында паровоздар йөрөтөргә хыялланған һәм хатта Өфө тимер юл техникумының ике курсын да тамамлап өлгөрә, шунан уны 1940 йылда әрме сафтарына алалар ҙа инде.

7. Хәрәкәттәге һыуһар һүрәте 1856 йылда төҙөлгән Өфө дворяндар собраниеһы бинаһы кәрнизенең өҫтөндәге диуарҙы биҙәп торған. Бында бейеү һәм йыр-моң кисәләре ойошторола, бал, маскарадтар. Хәҙер был йортта Өфө сәнғәт институтының уҡыу корпустарының береһе урынлашҡан, ә Өфө губернаһындағы һыуһар Башҡортостандың баш ҡалаһы символына әүерелгән.

8. Өфөлә сармат алтыны һаҡлана. Уны 1988 йылда Ырымбур эргәһендәге Филипповка ауылында Батша ҡурғанында табалар.

9. Федор Шаляпиндың иң тәүге фотоһы Өфөлә төшөрөлгән. 1891 йылдың 13 февралендә 18 йәшлек йырсы Федор Анисимовтың Ҡаҙан урамындағы (хәҙерге Октябрь революцияһы урамы) ательеһында “кәртишкәгә” төшә.

10. Өфө - аэропорттың өс хәрефтән торған коды тулыһынса ҡала исеме менән тап килгән донъялағы берҙән-бер ҡала.

Беҙҙең йөрәктәрҙәге берҙән-бер ҡала ла Өфө, шулаймы?

Автор:
Читайте нас