+15 °С
Ясно
Тарих һәм шәхес
13 Мая 2025, 16:17

Күҙ бәйләүсе Йәмлих

Оҙон-оҙон юлдар үткән, ир уртаһы йәшен артылған һыбайлы, арбаға баҫыраулап тейәлгән бесән өҫтөндә ултырып килгән һаҡалтай ҡарттың да үҙе кеүек үк әүлиә икәнен һиҙенеп, уның көсөн һанап ҡарарға була. Юлдан ситкә сығып юл бирә лә, ҡарттың арбаһындағы бесәнгә кирәмәт көсө менән ут тоҡандырып, нимә булырын ҡыҙығып күҙәтә башлай. Ҡарт артына боролоп та ҡарамай, атын юрттырып барыуын белә, ә бесән йөгө өҫтөндә яҫтыҡтай ғына ҡара болот барлыҡҡа килеп, бесәндең яна башлаған еренә генә ямғыр булып яуып, һүндереп китә. Шунан һуң һыбайлынан йөк өҫтөндәге ҡартҡа тиклем оҙаҡ ҡына ваҡыт йәйғор таҫмаһы һуҙылып барған тиҙәр. Был уларҙың бер-береһен сәләмләп, танышып, изге ғәмәлдәр тураһында гәпләшеп барыуҙарының бер мөғжизәһе булғандыр…

Күҙ бәйләүсе ЙәмлихКүҙ бәйләүсе Йәмлих
Күҙ бәйләүсе Йәмлих

Белорет районындағы Үрге Әүжән дауаханаһында эшләгән осорҙа, шул ауылда тыуып-үҫкән бик көслө күҙ бәйләүсе (гипнотизер) тураһында хәбәрҙар инем (1980-1982 йылдар). Уның ҡайҙа, кем булып эшләп йөрөгәнен дә белмәйҙәр ине. Ялға ҡайтҡан саҡтарында халыҡты клубҡа йыйып, төрлө күҙ бәйләү кирәмәттәре күрһәтә торған булған. Әммә миңә, бик теләһәм дә, уның менән осрашыу мөмкинлеге тура килмәне.
Унан һуң, Ишембай районының Ҡолғона дауаханаһына күскәс тә, Яңы Һәйет ауылында һуғышҡа тиклемге осорҙа йәшәгән күҙ бәйләүсе Йәмлих исемле кеше тураһында ишетергә тура килгәйне. Күңеле килгәндә ул да ауылдаштарына төрлө мәҙәк кирәмәттәр күрһәткән. Һөйләгәндәренән минең хәтерҙә шул һаҡланған. Яҙ ваҡыты була. Йылғаға яҡын ултырғас, ҡайһы бер йылдарҙа ташҡын һыу быларҙың өйҙәренә тиклем үк яҡынлаша. Бер яҙҙы Йәмлихтең әсәһе күрше-тирә ҡатын-ҡыҙҙарын "Ҡунаҡ күрһәтеү сәйе"нә саҡыра. Ҡунаҡтары төш ваҡыты ауышҡас, йыйылышып, өйгә килеп тулалар. Кейеп килгән ҡаталарын соланда түгел, өйгә үк индереп, ишек төбөндәге иҙәнгә теҙеп ултырталар. Үҙ эше менән инеп-сығып йөрөгән Йәмлих шул ҡаталарға эләгеп абынып китә. Етмәһә, тегеләр унан көлөп хихылдашалар икән. Йәмлих табын аҙағында быларҙы аҡылға ултыртырға була. Таралышырға ваҡыт еткәс, кинәт солан аша өйгә ташҡын һыу тула башлай. Ҡатындар бөтәһе лә ҡабаттан урындыҡ өҫтөнә һикерешеп менеп бөтәләр. Һыу урындыҡтың өҫтөнә үк күтәрелә. Етмәһә, һыуҙа эре-эре бәрҙе, ажау балыҡтары йөҙә икән. Һыу ни тиклем тиҙ килеп баҫһа, шулай уҡ кире кәмей, иҙән асыла. Тупһа аша йөҙөп сыға алмаған теге эре балыҡтар иҙәндә тулышып ятып ҡалалар, ти. Йәмлих быларға: "Ана, көлдөксәлә ятҡан бысаҡтарҙы алып, балыҡтарҙы тотоп салығыҙ. Алып ҡайтырһығыҙ!" - ти икән (йола буйынса эре балыҡтарҙы ла салалар һәм был эш ҡатын-ҡыҙға ла рөхсәт ителә). Былар тотоналар балыҡтарҙы йыйып салырға. Өйҙәренә ҡайтҡас, ни күрәләр: йыйған балыҡтары юҡ булған, ә ҡаталарының морондары ҡырҡылып бөткән... Еңгәләрен, йәшерәк апайҙарҙы йә үгеҙҙән, йә айыуҙан, йыландан, һағыҙаҡтан, уҫал ата ҡаҙҙарҙан баҫтыртып шаяртырға ла яратҡан, тиҙәр уны.
Элек Әүжән мәрйәләре ҡайҙа барһалар ҙа күмәкләшеп йөрөгәндәр. Стәрлегә, Петровскийға барһалар, ҡайтыр юлдары Яңы Һәйет аша үтә. Кискә табан ҡапҡа төптәрендә йыйылышып ултырған Һәйет ирҙәренә Йәмлих, хәҙергесә әйткәндә, эротика ла күрһәткеләгән. Мәрйәләр ауыл урамына килеп инеү менән ҡапыл ғына юлды һыу баҫа башлай. Тегеләргә итәктәрен билдәренә тиклем күтәреп тотоп барыуҙан башҡа сара ҡалмай. Ошондай ҡылыҡтары өсөн Йәмлихте төрмәгә лә ултыртҡандары билдәле…

Рәдис ДУСАЛИН,
Ишембай районы Маҡар ауылы участка дауаханаһы табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, һәүәҫкәр тарихсы, шағир.

Автор:
Читайте нас