

Студент сағында уҡ диктор вазифаһына талапсан һайлау конкурсы үтә. Өс йөҙ претендент араһынан Рәсимәнең бер үҙен генә һайлап алғандар. Рәсимә Кәримова республика телевидение эфирының символына әйләнә. Ул саҡта тапшырыуҙарҙы алдан яҙҙырыу булмаған, һәм 13 йыл дауамында дикторҙар тура эфирҙа ғына эшләгән.
Радио һәм телевидениеға Рәсимә Кәримова 40 йыл ғүмерен арнай. Рәсимә Сәғит ҡыҙы жанры һәм тематикаһы буйынса төрлө тапшырыуҙарҙы ла уңышлы алып барған.
Наҙлы, мәғәнәле баҙыҡ тауышҡа эйә була легендар диктор. Тапшырыуҙарҙы ике телдә: башҡорт һәм урыҫ телдәрендә лә иркен алып бара.
Коллегалары хәтерләүенсә, Рәсимә Кәримова бер кистә 3-4 тапшырыу алып барған саҡтары булған.
Рәсимә Кәримова — республика телевидениеһы тарихында тотош дәүер. Уның яғымлы тауышын һәм йылмайыуын республика халҡы мәңге хәтерендә тота. Ул Өфө ҡалаһында 2017 йылдың 21 июнендә вафат була.
«Тапшырылмаған хаттар» спектакленан
Вилдан Хәсәнов: «Беҙ ошо спектаклдәрҙы ҡарап үҫтек. Тағы "Шомбай", "Тиле йәшлек", "Игеҙәктәр" һ.б. әле булһа хәтеремдә. Беҙ ошо спектаклдәр менән үҫһәк, әсәйемдәр шул спектәклдәр менән ҡартайҙы. "Тиле йәшлек"тәге: "Тарталмайһыңмы?", "Шомбай"ҙың: "Һыу эсеп кенә йәшәйем", "Игеҙәктәр"ҙәге "Төшөрәһеңме, ағай"- тигән кеүек һүҙҙәрҙе әле лә әйтеп ысҡындырабыҙ.
Былар Никулиндың "бамбарбия- кергунду"һына тиңләрлек һүҙҙәр