

- Ундай парҙар быуатҡа бер тыуа. Һәр ваҡыт тыуып торһалар, халыҡҡа ҡыҙыҡ та булмаҫ ине. Беҙ мөхәббәтте бер төрлө уйнай инек, хәҙерге йәш актерҙар — икенсе төрлө. Ә бит тамашасы элекке саф, юғары мөхәббәт хистәрен күрәһе килә — шул уның серелер, - тип яуап биргәйне. Бик аҡыллы һәм дөрөҫ яуап.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Фидан Ғафаров ҡайһы берҙә БАДТ сәхнәһендә сығыш яһаны, ул Улы Азамат менән бергә концерттар менән әүҙем гастролдәрҙә йөрөнө.
Бәхел бул, Бөйөк артисыбыҙ, тыныс йоҡла Фидан ағай.