+21 °С
Облачно
Тарих һәм шәхес
14 Апреля 2025, 16:16

Ҡуян күстәнәсе

Бала саҡтың татлы хәтирәһе —

Ҡуян күстәнәсеҠуян күстәнәсе
Ҡуян күстәнәсе

Бала саҡтың татлы хәтирәһе —
Ҡуян күстәнәсен һағынам:
Күпме тәмлекәстәр сыға ине
Атайымдың урман тоғонан!..

Әкиәттән сәләм: имеш, тағы
Таныш ҡуяныбыҙ осраған...
Һәр кемгә лә өлөш тейһен тиеп,
Беҙҙең нисәүлекте һораған.

Баш тартмайҙар хатта өлкәндәр ҙә,
Ҡуяндыҡын маҡтап тәмләйҙәр...
Берәй баҙар кәштәһендә бөгөн
Юҡмы икән ошо мәмәйҙәр?

Ғәмһеҙ бала саҡҡа аҙға ғына
Ҡайтарһындар ине яңынан!
...Атайымдың эштән алып ҡайтҡан
Ҡуян күстәнәсен һағынам.

Атайымдың яҡты донъяны ҡалдырыуына тиҙҙән сирек быуат була... Әммә һаман да атайым менән булған хәтирәләр бала сағыма алып ҡайта. 40 йылдан ашыу тракторист булып эшләгән атайымды һирәк тә күргәнмендер, сөнки колхоз эшен алға ҡуйып йәшәгән быуын вәкиле булараҡ, иртә таңдан кискә тиклем, хатта яҙлы-көҙлө көндө төнгә ялғап эшләй ине. Бала саҡта зәңгәр төҫлө "Беларусь" - иң яратып төшөргән һүрәтем булды, тиһәм дә яңылышмам. Һәр детален ысынбарлыҡҡа тура килтереп эшләй инем. Атайымдың "Беларусының" тауышын әллә ҡайҙан ишетеп ҡаршы йүгерәм. Күрше Ильяс ағайҙың,Таштимер апаның "Беларустары" икенсерәк тауыш сығара))) Күрше Сара дуҫым менән тиҫтәләгән тракторҙарҙың тауышын айырабыҙ шулай. Атайым тракторҙан һикереп төшөп, ҡосаҡлап яратып ала, ҡулыма ҡуян күстәнәсен тоттора. Их, уның тәмлелеге! Гәзиткә йә сепрәккә төрөлгән, йә юл сумкаһының төбөнә һалынған ҡуян күстәнәсенән "атайым еҫе" сығып тора: мазут, солярка, ҡыр, ел еҫе. Елһенгән икмәк, тышы онталған, хатта ялпашҡан йомортҡа, гәзит тәме һеңгән ит киҫәктәре... Ә инде урман-тау һыйы - йыуа, ер еләге ҡуҙағы, энәлек, ҡымыҙлыҡ алып ҡайтһа - байрам! Миңә ул ҡуян магазинда ултырған апай кеүек күренә ине - атайыма йәйен дә ҡышын да мотлаҡ ҙур аҡ ҡуян күстәнәстәрен төрөп биреп тора тип күҙ алдына баҫтыра инем. Атайымды яратып, күстәнәстәрен биреп ебәргән ҡуянға ла күстәнәс һалып ебәрергә уйлайым, тик өлгөрмәйем дә ҡуям, мин йоҡонан тороуға атайым эшкә киткән була... "Ниңә башҡа йәнлектәр күстәнәс ебәрмәй, тик ҡуян ғына ебәрә?", тип һорағаным да булды атайымдан. "Өйҙә аҡыллы, матур ҡыҙым бар, тип һөйләгәйнем бер ҡуянға, шунан бирле йүгертеп килтерә күстәнәсен", тигәнерәк яуап менән ҡотола ине шикелле. Ныҡ
ышана инем ҡырҙа шундай йомарт ҡуян булыуына!
"Ҡуян"дың үҙемдең атайым булыуына үҙемдән ике йәшкә бәләкәй (!) Сара дуҫым төшөндөрҙө: "Әминә инәй Мөк апаға иртәнсәк ашарға һалып ебәрә лә, атайың ашап бөтмәгәнен алып ҡайта!", тип.
"Юҡ, әсәйем бешергән икмәк тәме түгел шул, ҡуян икмәгенең тәме лә икенсе", тип уйлайым үҙем бала аҡылы менән. "Атайым бит шундай һәйбәт, уны бөтәһе лә ярата, хатта ҡуяндар ҙа", тип еңешке килә))) Ҡыш бабайға бер ҙә ышанғаным булманы, ә "йомарт һәм ихлас ҡуян" образы оҙаҡ йәшәне бала күңелемдә... Әле лә бит атайымды иҫләгәндә "ҡуян күстәнәсе"нең еҫе танауға бәрелгәндәй - тап атайым еҫе - мазут, солярка, ҡыр еҫе, ел еҫе, урман еҫе...

Гөлсөм Мөбәрәковна - https://vk.com/wall50929565_6276

 

 

Ҡуян күстәнәсе
Ҡуян күстәнәсе
Автор:
Читайте нас