+10 °С
Ясно
Тарих һәм шәхес
8 Апреля 2025, 15:58

ПЛАГИАТ

Рәшит Солтангәрәев мираҫынан:

ПЛАГИАТПЛАГИАТ
ПЛАГИАТ

Бер ваҡыт Күмертауҙан туғыҙ йәшлек һеңлем Әлмирә килеп инде. Яңы пальто кейгән, тик уныһы шул тиклем ҙур, оҙон – иҙәнгә тейеп тора.

– Ниңә улай ҙурҙы алдығыҙ? – тинем, кергәс тә.

– Әсәйем, алты йыл буйы кейерлек булһын, тине. – Бер ҡатлы бала хәйләһеҙ. Әсәй кеше баланың ҙурайыуын иҫәпкә алғандыр. Фәҡирлек.

1978 йыл, йәғни быға 15 йыл үткән. Беҙгә партия өлкә комитетында Салауат Юлаев премияһын тапшырырға тейештәр. Өлкә комитеттың культура бүлеге инструкторы Фәрит Ғәбитов: «Арағыҙҙан рәхмәт һүҙен һин генә әйтәсәкһең, ныҡлап уйла. Беҙгә лә, үҙеңә лә оят булмаһын», – тине.

Тантана башланыр алдынан ул мине кабинетына алып инеп репетиция яһатты. Ни әйтеремде һөйләне. Шунан, раҫлатыр өсөн, бүлек мөдире Клара Төхвәтуллинаға алып инде. Һөйләнем. Ул да оҡшатты. Ниһайәт, өлкә комитет секретары Т. И. Ахуньянов етәкселегендә йыйылған ғәм халыҡ алдында һөйләнем. Шулай тип һөйләнем:

– Мин бәләкәй саҡта, әсәйем бишмәт тектергәйне. Бишмәте миңә бик ҙур, оҙон, йәпһеҙ ине. Күңелһеҙләнгәнемде күргәс, әсәйем: «Ярар, ҙурайғас тап-таман булыр», – тине. Мин Салауат Юлаев премияһын да шулай ҡабул итәм: бер ваҡыт үҙемә тап-таман булыр…

Хупланылар, ҡул саптылар, ҡулды ҡыҫтылар. Был хәбәрҙе үҙе уйлап сығарған, тигәндәрҙер. Плагиатлығымды бына 23 йыл үткәс кенә фашлап ултырам.

Автор:
Читайте нас