Ғәбит сәсәндән "Урал батыр" эпосын яҙып алғас, ул сәсәнгә үҙе атланып килгән берҙән-бер атын бүләк итеп, йәйәү ҡайтып китә.
Мөхәмәтша Буранғолов мәшһүр "Урал батыр" эпосын мәңгеләштергән шәхес. Ул фольклор йыйыу, яҙып алыу менән шөғөлләнә һәм Баймаҡ районында Ғәбит сәсән Арғынбаев менән осрашып, эпосты яҙып ала. Шуның өсөн генә лә беҙ, башҡорт халыҡ сәсәнебеҙ алдында мәңге бурыслыбыҙ. Сөнки хәҙер башҡорт милләтен донъя кимәлендә тап ошо эпос менән беләләр ҙә инде!
Б. Хәй. ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ ҒИЛЕМЛЕ ИР-АЗАМАТТАРЫ: МӨХӘМӘТША БУРАНҒОЛОВ
(1888-1966)
Мөхәмәтша Абдрахман улы Буранғолов башҡорттарҙың рухи донъяһында XX быуат шәхестәренең күренеклеһе. Башҡорт әҙәбиәтенең классигы, шағир, драматург, фольклорсы, халыҡ сәсәне 1888 йылдың декабрь уртаһында Һамар губернаһының Быҙаулыҡ өйәҙе, Йомран-Табын олоҫо Үрге Ильяс ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Туғыҙы тулғанда атаһыҙ, ә тағы өс йылдан һуң әсәһеҙ ҡалған малай ағалары тәрбиәһендә үҫә. Күрше ятҡан Юлдаш ауылында земство мәктәбен тамалай һәм Ҡарғалының мәҙрәсәһендә уҡыуын дауам итә. Йәйҙәрен тамаҡ хаҡына байҙарға ялланып эшләргә мәжбүр була. Ҡаҙаҡстандың Аҡтүбә ҡалаһында бер байҙың сәйханаһында ташыусы-официант булып эшләй, икенсе байҙың тирмәнендә ҡабул итеүсе булып эшләп ала, Һуңыраҡ, 1906 йылдың йәйендә ҡаҙаҡ балаларын уҡытыуға күсә. Башҡортостанға күсеп тәржемәсе булып йөрөй. Урал аръяғында булған сағында атаҡлы сәсән һәм ҡурайсы Ғәбит Арғынбаев менән таныша. Хәмит сәсән Әлмөхәмәтов менән Ғәбит сәсәндән ул мәшһүр “Урал батыр” эпосын яҙып ала. Был ваҡиға 1910 йылда була. 1911 йылда фольклорсы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен тамамлай һәм тыуған яғы - Туҡ буйы башҡорт ауылдарында уҡытыусы булып эшләп ала. Беренсе донъя һуғышы башланыу менән Ҡәйепҡол ауылы халҡы, уҡытыусыларын мобилизациянан ҡотҡарыр өсөн, мулла итеп һайлайҙар. Ул ваҡыттағы уҡытыусы менән мулла араһында айырма әллә ни күп тә булмаған. Һуңынан уның мулла булыуын дошмандар файҙаланалар һәм совет власына ҡаршы кеше ул тигән уйҙырманы үткәрергә тырышалар.
1916 йылда фольклорсы -драматург Быҙаулыҡ ҡалаһына күсеп бара һәм халыҡ мәғарифы бүлегенә инспектор булып эшкә урынлаша. Бер йыл үткәс, 1917 йылдың декабрендә Ырымбурҙа үткән бөтөн Башҡорт халыҡ ҡоролтайында ҡатнаша, шунда Туҡ-Соран кантоны ағзаһы итеп һайлана һәм кантон башҡарма комитетының мәғариф бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. 1919 йылдың февраленән ул Туҡ-Соран кантоны башҡарма комитеты рәйесе итеп раҫлана. Һуңыраҡ төрлө мәктәптәрҙә, техникумдарҙа уҡытыусы булып эшләй. Шул арала ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый башлай. 1937 йылда, булмаған ғәйепте тағып уҡыуҙан сығарылғанға тиклем, дүрт курсты тамамлап өлгөрә.
1938 йылда Өфөгә күсеп килә, бер-нисә йыл дауамында Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт (хәҙер Тарих, тел һәм әҙәбиәт) ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр, унан һуң Башҡорт дәүләт драма театрында әҙәби консультант булып эшләй. Был осорҙа фольклорсы-ғалим булараҡ та һәм шағир-драматург булараҡ та байтаҡ эштәр башҡара: йыйып килгән фольклор материалдарын барлап, бер сылбырға теҙеп йыйынтыҡтар туплай, либретталар, пьесалар яҙа, ҙур ғына күләмле поэтик әҫәрҙәр ижад итә. Уның тырышлығы бушҡа китмәй, 1944 йылда М. Буранғоловҡа Башҡортостандың халыҡ сәсәне тигән маҡтаулы исем бирелә. Әммә дошмандары уның уңыштарын күрә алмайҙар, төрлө уйҙырмалар табып ялыу яҙа башлайҙар. 1945 йылдың ғинуарында нахаҡтан буржуаз милләтселектә ғәйепләнә һәм уның эшмәкәрлеге быуыла.
Үҙ ғүмерендә Мөхәмәтша Буранғолов биш тапҡыр ҡулға алынып, биш тапҡыр төрмә һауаһын һулай. Ҡыҙылдар яҡлы булғаны өсөн беренсе тапҡыр 1918 йылда аҡтар тарафынан ҡулға алына, ләкин эш атыуға тиклем барып етмәй - ҡыҙыл партизандар һәм тимер юл дружинниктары уны үлемдән ҡотҡара.
1920 йылда валидовсы тип Мәскәүҙең Бутырка төрмәһенә ябалар. Уның менән бергә Ильяс Алкин, Хәлим Әмиров, Ғариф Хужаев ҡулға алына һәм ябыла. Дүртәүләшеп В. И. Ленинға хат яҙғандан һуң ғына уларҙы шунда уҡ сығаралар. Тағы 1929 йылда ҡулға алына, был юлы ғәйеп таба алмағанға күрә генә сығаралар. Артабан, 1937 йылда ҡулға алынып, ете ай буйына Өфө төрмәһендә ултырып сыға. Һуғыш алдынан һәм Ватан һуғышы осоронда уны бер аҙға тыныс ҡалдырып торалар. Ләкин 1946 йылда киренән уны “фашлау” башлана, октябрь айында Яҙыусылар союзы идараһы үҙенең ултырышында Мөхәмәтша Буранғоловтоң ижадын тикшереп, ялған ғәйептәр тағып, союздан сығарыуға, халыҡ сәсәне исеменән мәхрүм итергә, төрмәгә ултыртыуға өлгәшә. Махсус кәңәшмәнең ҡарары менән ун йылға Тайшет лагерына оҙатыла, китаптары юҡ ителә, пьесаларын сәхнәгә ҡуйыу тыйыла.
1956 йылда ул иреккә сығарыла, киренән уны, теләмәһәләр ҙә, Яҙыусылар союзына алалар, Башҡортостандың халыҡ сәсәне исемен ҡайтаралар. Ләкин дошмандары уны артабан да ҡыҫыу менән шөғөлләнәләр, шуға күрә сәсәнгә ғүмеренең аҙағына тиклем көрәшергә тура килә.
Халыҡ яҙыусыһы һәм сәсәне 78 йәшкә етеп, 1966 йылдың мартында Өфө ҡалаһында вафат була.