- Үҫәргән ырыуынанмын, һыулаған һыуым - Һаҡмар. Һүҙҙе тыуған яғымдан башлайым әле. Иҫ китмәле, ожмахҡа тиң гүзәл бит ул беҙҙең яҡтар: бихисап төрлө ағастар һылашҡан ташлы ҡаялар, сәскәле болон-туғайҙар, өҫкә осоп ҡалҡҡан ҡара урман, әле әйтеп үткән суйын ҡаяларҙы урталай ярып, иретеп Һаҡмар ағып ятыр булыр. Шуғалыр ҙа Йылайыр яҡтарын юҡҡа ғына "икенсе Швейцария" тип атамағандарҙыр. Бына ошо хозур тәбиғәттә тыуып та яҙыусы, шағир булмау, ғәйеп һыналыр ине! Ауылдаштарым да йор һүҙлеләр, киң күңеллеләр, мәрәкәселдәр, йыр-моңға, ижадҡа әүәҫтәр. Ауыл мәктәбен тамамлаусылар араһында бер фән кандидаты, ике фән докторы бар, бихисап атҡаҙанғандар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Атым-затыма килгәндә... Ғаиләлә ике апайым һәм мин әсәйем тәрбиәһендә үҫтек. Ҡатын-ҡыҙ мөхите минең ҡылыҡ-фиғелгә лә ыңғай йоғонто яһаған, әйләнә-тирәмә күп осраҡта гүзәл, хисле зат күҙе менән ҡарайым, ҡырыҫ йәшәйеште ҡабул итеүем дә башҡасараҡ, мәрхәмәтлерәк, миһырбанлыраҡ, тип әйтәйем микән. Әсәйем участка дауаханаһында ашнаҡсы булып эшләне, иртә таңдан эшенә китеп, ҡараңғы төшкәс кенә арып-талып ҡайтып инде гелән. Шуға хужалыҡ мәшәҡәттәренә бик иртә егелдем, өй тирәһен ҡарау, малды бағыу шәхсән минең өҫтә ине. Ун йәшем тулыр-тулмаҫтан бесән эшләргә төштөм, маҡтанып әйтмәйем, өйрөлтә һелтәп, ыҙанды киң итеп алып ҡырып саптым бесәнде, күбә тарттырыуға, күбәләүгә, кәбән ҡойоуға иң әүәл оҫталыҡ, таһыллыҡ кәрәклеген дә бик иртә үҙләштерҙем. Мал бағыу, бесән сабыу, трактор менән һөйрәтеп килтерелгән утынды ҡырҡып-ярыу, яҙғы сәсеү осоронда туҙанға батып сәскес артына баҫыу, йәй көндәре өмәләрҙән ҡалмай бүлексә бесәнен әҙерләү, күлдәк-ыштаның йәшел һутҡа ҡатҡансы силос һалыу, көҙ етте иһә, төн уртаһына ҡәҙәр ырҙын табағында ашлыҡ таҙартыу, комбайнер ярҙамсыһы булыу... Теҙеп хисаплай китһәң эшләмәгән эштәрем дә ҡалманы шикелле. Тағы ла бер тормош хәлемде ситләтеп үтеү мөмкин түгел - атайһыҙ, ярты етем үҫтем. Атайым, Ниғәмәт Яппар улының өс ауылда өс ҡатыны булды. Әсәйем шуларҙың уртансыһы. Һис кемде ғәйепләмәйем, заманы шулай булған, ҡәһәрле һуғыш касафаты. Атайымдың белеме дүрт класс ҡына булһа ла, һуғыш ветераны, яҡшы ойоштороусы, оҫта оратор булараҡ, ғүмере буйы етәксе эштәрендә, атап әйткәндә, колхоз рәйесе, ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаларында эшләне, өҫтөнә һәр саҡ орденлы китель, гәләфи салбар, аяҡтарына хром итектәр кейҙе, егеп йөрөгән ажар айғырының дуғаһына зеңгер ҡыңғырау тағылған, шул ҡыңғырау сыңлап китһә: "Ана, Ниғәмәт-түрә килә ята!" - тип халыҡ шундуҡ клубҡа йыйылған, йәнәһе лә. Хәреф танып гәзит-журналдар уҡыһа ла, яҙыу-һыҙыуҙы белмәгәс, ике-өс сәғәткә һуҙылған докладын һәммәһен ауыҙына ҡаратып, аптыратып, һоҡландырып сығыш яһаған.
Ә өс әсәйемә килгәндә, улар өс әхирәт ише татыу йәшәнеләр, тупһаға саң ҡундырмай береһе икенсеһенең хәлен белешеп, ҡунаҡҡа йөрөштөләр, һис ҡасан мир алдында көндәштәренең ғәйбәтен һатманылар, йөҙөн йыртманылар. Тар күңелле уҫал яңы быуат ҡатындары көндәштәренә хәҙер ниндәйерәк мөнәсәбәттә, ҡарашта булырҙар ине икән, әйтә алмайым, ауыр, сетерекле һорау. Әсәйем үлем түшәгенә ятҡас, кесе әсәйем һуңғы мәлгә тиклем уның янында ултырып күҙҙәрен йомдорҙо. Бик күп ағайҙарым-апайҙарым араһында мин иң кесеһе һәм иң иркәһе инем, ҡулдарынан төшөрмәй яраттылар, әпәүләнеләр. Әле лә мин уларға шул сифатта ҡалдым һәм ҡалам. Мостай Кәрим Сибайға ҡунаҡҡа килгәс, миңә уның менән бер өҫтәл артында ултырырға тура килде. Шунда, әңгәмә мәлендә, әйтә ҡуйҙым: "Мостафа Сафич, һеҙҙең ике әсәйегеҙ булған, ә минеке бит өсәү ине!" Ул һәр ваҡыттағыса мәрхәмәтле йылмайҙы ла былай тине: "Тимәк, Хәйҙәр, һин миңә ҡарағанда өс тапҡырға бәхетлерәк булғанһың!"
Хәйҙәр Ниғәмәт улы ТАПАҠОВтың тормошо һәм ижады тураһында интервьюнан өҙөк.
Тулыһынса уҡырға: https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=7192