-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
11 Март , 15:15

Фән Вәлиәхмәтов: “Йәш саҡта бармаҡтар булмауҙан ояла инем...”

Легендар йырсыбыҙ, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев ордены кавалеры Фән Ғафис улы Вәлиәхмәтовты иҫкә алайыҡ. Уның бер интервьюһынан өҙөк:

Фән Вәлиәхмәтов: “Йәш саҡта бармаҡтар булмауҙан ояла инем...”
Фән Вәлиәхмәтов: “Йәш саҡта бармаҡтар булмауҙан ояла инем...”

50 йылдан ашыу ижад менән йәшәгән Фән Ғафис улы, оло йәштә булыуына һәм сәләмәтлек йәһәтенән проблемалар кисереүгә ҡарамаҫтан, һоҡланғыс сығыш яһаны. Ултырғысҡа ултырып булһа ла, тамашасыларына матур йырҙар бүләк итте.

“Сығыш яһарға саҡыралар, шуныһы бик күңелле. Тальянда уйнарға бармаҡтар хәҙер элеккесә түгел инде, әммә барыбер бирешмәйем! Йәшерәк саҡта башҡаларҙы уҙҙырып та уйнай инем!

Бармаҡ булмауҙың физик эш башҡарыуға тәьҫире булды – әйбер ҡыҫып булмай ине. Эйе, йәш саҡта оялдыра ла ине, ҡыҙҙар ҡарамаҫ тип, ҡулды кеҫәгә тығып йөрөй инем. Тик ни эшләйһең, Хоҙай мине шулай яралтҡан. Бармаҡтар тыумыштан шулай. Әсәйем миңә йөклө булғанда, ҡулын комбайн барабанына ҡыҫтырған, үҙенә бер нимә лә булмаған, ә ҡарынындағы бала зәғифләнгән. Элек бит баҫыуҙа ҡалған көлтәләрҙе ҡыш та һуҡҡандар. Күҙ алдына килтерегеҙ инде: әсе һалҡын, сикһеҙ баҫыу һәм унда ауырлы ҡатын-ҡыҙ... “16 йәштә комбайн йөрөтөүсе булып эшләй инем, хәҙерге ҡыҙ бала сәй эскән һауытын да йыуа белмәй”, - тип һөйләй ине мәрхүмә. Ысынлап та, шулай. Ҡыҙғаныс”, - тип һөйләгән ул әңгәмә барышында.

Автор:
Читайте нас: