-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ил инәһенең васыяты

Башҡортостандың тәүге халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның яҡты иҫтәлегенә бағышланған байтаҡ ҡына хеҙмәт баҫылып сыҡты. Улар араһында “Китап” нәшриәтендә 2008 йылда донъя күргән “Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева” (төҙөүсеһе Ирек Кинйәбулатов), 2009 йылда сыҡҡан “Зәйнәб Биишева. Тормошо һәм ижады” китап-альбомы (төҙөүселәре Ҡәҙим Аралбаев, Ғәлиә Ғәлимова, Ирек Кинйәбулатов), 2017 йылда баҫылған “Зәйнәб Биишева. Мәҡәләләр, ижади портреттар, иҫтәлектәр, ҡәләмдәштәренең һәм яҡындарының хәтирәләре” (төҙөүсеһе Ҡәҙим Аралбаев) исемле хеҙмәттәрҙе, әҙибәнең оло улы Тельман Әминевтың “Намыҫ менән үттең юлыңды”, яҙыусы, тележурналист Сәрүәр Суринаның “Илаһи ихласлыҡ” тип аталған хәтирәләрен билдәләп үтеү кәрәк. Был хеҙмәттәрҙе әҙәбиәт һөйөүселәр яҙыусының тырыш, емешле хеҙмәт менән үткән ғүмеренең йылъяҙмаһы итеп ҡабул итте.

Ил инәһенең васыяты
Ил инәһенең васыяты

Ошо абруйлы исемлеккә тағы ла бер лайыҡлы хеҙмәт өҫтәлде. Ҡулымда – яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның 2017 йылда Магнитогорск ҡалаһында донъя күргән “Оло Эйек ҡыҙы. Яҙыусы Зәйнәб Биишева тураһында хәтирәләрем” исемле китабы. Уны ҡулға алыу менән тышлыҡтың ғәҙәти булмаған биҙәлеше иғтибарҙы йәлеп итә. Тыуған яҡ болондарында ирәүәнләнеп ял итеүсе әҙибә. Йөҙөндә – тыйнаҡ ҡына йылмайыу, ҡулында – ялан сәскәләре. Фотоһүрәт яҙыусының машинкала баҫылған, Бура – ҡаевтар ғаиләһенә адресланған хаты фонында бирелгән. Хаттағы һүҙҙәр араһында яҙыусының үҙ булмышын ҡылыҡһырларҙай “батырлыҡ”, “ихтыярлыҡ”, “тәрбиә” тигән һүҙҙәр иғтибарҙы тарта. Гүйә был төшөнсәләрҙе әҙибә китап уҡыусыға, “З. Биишева” тип ҡултамғаһын ҡуйып, үҙе васыят итеп тапшыра. Яҙыусының үткер ҡарашлы, сая булмышын һынландырған фотола- рын йышыраҡ күрергә күнеккәнгәме, был китаптың йөкмәткеһе башҡасараҡ юҫыҡта булырын тышлыҡтан уҡ тойомлайһың. Форзацты асҡас, фотоһүрәттең тулы вариантын күрәбеҙ. Баҡһаң, Зәйнәб Абдулла ҡыҙы бында үҙе генә түгел, янында йәш ҡәләмдәше, ошо китаптың авторы Мәрйәм Бураҡаева ла бар. Яҙыусы йөҙөндәге ихласлыҡтың иң яҡын, үҙе ышанған кешеләр янында ғына була торған халәте икәненә лә төшөнәһең. Оло Эйек буйында 1980 йылда төшөрөлгән был фотоны китаптың рәссамы Таңсулпан Бураҡаева уңышлы ҡулланған. Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева оҙаҡ йылдар бөйөк әҙибәбеҙ Зәйнәб Биишева менән тығыҙ аралашып йәшәй, хаттар яҙыша. “Халыҡ яҙыусыһының башҡорт әҙәбиәте, туған телебеҙ яҙмышы тураһындағы ҡиммәтле фекерҙәре менән китап уҡыусыларҙы ла таныштырғы килеү маҡсатынан яҙылды был хәтирәләр”, – ти Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы. Ғәҙәттә, баҡыйлыҡҡа күскәндәр тураһында үтә изгеләштереп һүрәтләү киң таралған. “Оло Эйек ҡыҙы”ның тәүге биттәренән үк күнегелгән стереотиптарҙың емерелеүен күрәбеҙ. “Берәй нәмәгә яңылыш үпкәләп, үҙе әйткәнсә, ҡыҙыулығы менән самаһыҙыраҡ һүҙ ысҡындырып ебәргән саҡтарында тыныс ҡына тыңлап торам да аҙаҡ, ул тынысланғас, асыҡлыҡ индерә торғайным. …Шуға ла беҙҙең дуҫлыҡ оҙаҡҡа һуҙылды”, – тип яҙа автор. Йәғни Зәйнәб Абдулла ҡыҙы хаҡлыҡ-хаталары менән ҡәҙерле яҙыусыға. Зәйнәб Биишева менән Күгәрсен, Ейәнсура райондарын- да 1978, 1980 йылдарҙа – берәр көнлөк, 1979, 1981 йылдарҙа өс- дүрт көнлөк сәйәхәттә бергә булған, ул саҡтарҙа 35 – 37 йәштәр ҙәге автор хәтирәләрен хәҙер оло әҙибәбеҙҙең йәштәше, тиңдәше булып үҙ йөрәге аша үткәреп яҙа. Ул саҡта сәйерерәк күренгән ваҡиғаларҙы барлай, асылына төшөнә һәм китап уҡыусыға ла шуны тәҡдим итә. Мәрйәм Бураҡаева яҙыусының серҙәрен тулайым асып һалырға йыйынмай. Әммә уның әҙәбиәттә генә түгел, ә көндәлек тормошта, көнкүрештә лә батыр, ығы-зығыларҙан “күҙ күреме юғарылыҡта” өҫтөн булыуын күрһәтерлек ваҡиғаларға иғтибарҙы йәлеп иттерә. “Зәйнәб Биишева уҫал булған” тигән киң таралған ҡараштың ҡайҙан килеп сыҡҡаны тураһында уйлана. Уҫаллыҡ бер таянысы булмаған яҙыусының үҙен-үҙе һаҡлап-ҡурсалап йөрөтөү ысулы – ҡалҡаны булған, баҡтиһәң. Был фекергә дәлилдәр китап биттәрен асҡан һайын арта бара: һиҙгер күңелле, аҙ ғына яһалмалылыҡты ла тойоп алған яҙыусыбыҙ ҙа үҙ йөрәген өйкәп торған уй-тойғоларын һөйләү мохтажлығын кисергән. “Йөрәген һары алмаһын өсөн”, ауыл инәйҙәре әйтмешләй, сер бүлешер кеше итеп үҙенән 35 йәшкә кесе Мәрйәм Бураҡаеваны һайлаған. “Оло Эйек ҡыҙы” китабы тос, тәрән йөкмәткеле 13 хәтирәнән ғибәрәт. Уларҙың һәр береһе яҙыу сының күркәм сифаттарын барлай, Зәйнәб Биишеваның рухи портретын тыуҙыра. “Үткәндәргә ҡайтҡы килә” хәтирәһе еткергән хәҡиҡәт: яҙыусы гәзит-журналдар ҙағы мәҡәләләргә, әҙәби әҫәр ҙәргә үҙ фекерен һәр саҡ бел- дерә барған, тотош анализ биргән, йәштәр ижадын иғтибарһыҙ ҡалдырмаған. Бына ниндәй булырға тейеш халҡын һөйгән халыҡ яҙыусыһы! Зәйнәб Биишеваның ҡайһы бер хаттарының төп нөсхәләре лә тәҡ- дим ителә китапта. Улар көндәлек хәлдәрҙе һөйләүҙән түгел, ә башҡорт әҙәбиәте, тел мәсьәләһе, 70-се йылдарҙа башҡорт ауылдарының аяныслы хәле тураһындағы уйланыуҙарҙан, йәғни ил хәстәренән ғибәрәт. “Байрастың прототибы Хисмәтулланы эҙләү” һәм “Туйымбәт инәйҙәре менән” бүлектәре “аҫыл томдар, улдар инәһе” (шағирә Рәмзилә Хисаметдинова һүҙҙәре менән әйткәндә) Зәйнәб Биишеваның күңел түрендәге иң мөҡәддәс хәтирәләрен барлай: тоғро тормош юлдашы Ғәзиз Әминевты йәш сағынан һөйөүе, ул Бөйөк Ватан һуғышынан инвалид булып ҡайтып, күҙҙәренә генә мөлдөрәп ҡарап тороуын күргәс, йәлләп тә яратыуы, олоғайған көнөндә алыҫтағы йәшлек мөхәббәте – “яҡты күңелле саф йән” Хисмәтулланың күңелдәрен һыҙландырып иҫенә төшөүе… “Мөһөрлө” ауылдар тарихы”, “Ауылға, ауылға” исемле хәтирә- ләр яҙыусыларыбыҙ Зәйнәб Биишеваның һәм Мәрйәм Бураҡаеваның Туйымбәт, Кинйә-абыҙ ауылдарын һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшен һынландыра, китапта Мәрйәм Бураҡаеваның “Совет Башҡор тостаны” гәзитендә 1979 йылдың 6 декабрендә баҫылып сыҡҡан “Бөгөнгөбөҙ һәм иртәгәһе көнөбөҙ хаҡына” исемле хәл иткес мәҡәләһе тулыһынса килтерелгән. Мәҡәләлә күтәрелгән проблема һаман да көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала килә, ҡыҙ – ғаныс ҡа ҡаршы. “Ауылға, ауыл ға” бүлегендәге Айһай-Мөрсәләй ауылы уҙаманы, Советтар Союзы Геройы Суфиғәли Хажиғәли улы Суфияновтың фронт хәтирәләре башҡорт өсөн тыуған ауылдан да ғәзизерәк ер юҡлығы, бәхетле башҡорттоң ерле башҡорт булыуы тураһындағы хәҡиҡәтте еткерә. “Зәйнәб апайҙың ауылды һағыныуы” хәтирәһе лә алда әйтеп үтелгән фекерҙе тәрәнәйтә. “Ни генә тимә, Зәйнәб апай үҙе иҫән саҡта өй, артабан музей асҡысы тоттороу, ишектәрен шар асып ебәреп әйҙүкләп өйөнә индереү, өҫтәлгә самауыр шажлатып ултыртып ҡуйыу, мейесенә ут яғып ебәреү, мейескә терәтеп кенә боронғоса урындыҡ һалыу уны сикһеҙ бәхетле итер ине”, – тип яҙа Мәрйәм Бураҡаева. Шәреҡ ҡатын-ҡыҙ яҙыусылары араһында беренсе булып трилогия ижад иткән, шиғырҙар йыйынтығы сығар ған, драма әҫәрҙәре яҙған яҙыусыбыҙҙың үҙе иҫән саҡта ошо ҡәҙерҙе күрмәүе ни тиклем үкенесле! “Аңлашылмаған мөнәсәбәт” бүлегендә яҙыусының яҙмышында әленән-әле ҡабатланып торған ҡаршылыҡтар, уларҙың сәбәбе, халыҡтың әҙибәне үҙенеке итеп яратыуы, етәкселәрҙең халыҡ һөйөүен быуып ҡуя алмауы тураһында хикәйәләнә. “Ихласлыҡ” хәтирәһендә халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, ырымдары, юрауҙарын – бар ынйы-мәрйенен күңеленә һеңдереп йөрөгән яҙыусының уларҙы артабан үҙ әҫәрҙәрендә йәнле итеп биреүгә өлгәшеүе, “геройҙарының күҙ алдында тупырлашып йөрөп ятыуы, һөйләшеүҙәренең үҙ тауыштары менән генә ҡолаҡ төбөндә сыңлап тороуы” тураһында фекер йөрөтөлә. “Ни эшләһә лә бик сымыры ине” бүлеге тәү ҡарашҡа Зәйнәб Биишеваның тормошон көнкүреш йәһәтенән яҡтыртҡан кеүек тойолһа ла, власть әһелдәре, ҡайһы бер ҡәләмдәштәре һәм яҙыусы араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр, уның һәләтле, әммә бала кеүек бер ҡатлы ижад кешеләренең ҡармаҡҡа эләгеп, юҡҡа сығыуы тураһындағы әсенеүле уйланыҙары тулы хаттары нигеҙендә яҙылған. “Әҫәрҙәренең ҡатмарлы яҙмышы”, “Зәйнәб апайҙың борсолоуҙары” исемле хәтирәләрҙә яҙыусының күңелендәге хафа-борсолоуҙар, икеләнеүҙәр урын алған. Әхирәт ҡәләмдәше Мәрйәм Бураҡаеваның: “Һин бит, Зәйнәб апай, һандуғас моңон ғына түгел, төҫтәр моңон, еҫтәр моңон, төнгө тынлыҡ моңон аңлатҡан әҙибә”, – тигән хаҡлы баһаһы, яҙыусыны тынысландыра белеү маһирлығы уҡыусы күңеленә хуш килә. “Оло яҙыусының һабаҡтары” мәҡәләһе автор тарафынан әҙәбиәт донъяһына аяҡ баҫыусы һәр кемгә, ғөмүмән, һәр башҡортҡа ҡиммәтле фекерҙәрҙе еткерә. “Яҙмышымда Зәйнәб апайҙың осрауына ихлас ҡыуанам”, – тип яҙа Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы. Ә беҙ иһә яҙыусының юлында сабыр аҡыллы, итәғәтле, тәрбиәле Мәрйәм апайҙың осрауына, уның кинәнеп, тәмләп уҡырҙай “Оло Эйек ҡыҙы” китабын ижад итеүенә, ошо китапты ҡулыбыҙға алып уҡыу мөмкинлегенә эйә булыуыбыҙға ҡыуанабыҙ. Был абруйлы хеҙмәттең тышлығында уҡ иғтибарҙы йәлеп иткән һүҙҙәр китаптың йөкмәткеһендә аныҡ сағылыш тапҡан. Батыр, ихтыярлы башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тәрбиә дәрестәре ул – Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҙыусы, ошо көндәрҙә 75 йәшлек оло юбилейын билдәләүсе Мәрйәм Бураҡаеваның “Оло Эйек ҡыҙы. Яҙыусы Зәйнәб Биишева тураһында хәтирәләрем” китабы.

Г. ҠАСҠЫНОВА, филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Бөрө филиалы доценты.

2017 йылғы яҙма - https://deputat.bashkortostan.ru/articles/88757/

 

Автор:
Читайте нас: