Өс ҡыҙҙан һуң тыуған малайына атайым атҡа менгәндәй булып ҡыуанған. Әсәйем уның шул нишләргә белмәй ыуаланып йөрөгәндәрен ғүмере буйына матур хәтирә итеп һөйләне. Унан икенсе йылына тағын шул йәйләүгә сыҡҡандар һәм әсәйемдең: “Былтыр ошонда улыбыҙ тыуҙы бит” тигәненән “ҡылт” итеп, мине бер ерҙә лә һан итеп теркәтмәгәндәре иҫтәренә төшкән. Атайым һыбай ауылға киткән. Барһа, унда “Инде бер йыл үткән, быйылғы йыл менән яҙҙырабыҙ” тип, 31-се йылғы итеп теркәгәндәр. Шулайтып мин бер йәшкә “кесерәйеп” ҡалғанмын.
Ике йәштә атайымды юғалттыҡ. Урманда имән бағаналар ҡырҡып-тейәп ҡайтҡандан йығылған да шул ҡазаланыуынан китеп тә барған. Уның атаһы – олатайым: “Үҙәге генә өҙөлөп әрәм булды улым”, – тип иланы. Сәләмәт кеше булған ул, көрәшсе булған. Утыҙ бер йәшендә генә гүр эйәһе булып, әсәйем ғүмере буйы уның рухына тоғролоҡ һаҡлап, миңә бауырын баҫты. Көслө рухлы, Ҡөръәнде яттан белгән уҡымышлы, йүнсел ҡатын ине һөйөклө әсәйем мәрхүмә.
Апайҙарым тәрбиәһендә үҫеп, улар уҡығанды тыңлап, улар ҡулынан алып ҡарап, алты йәштә шатырлатып китап уҡып ултыра инем. Ә былай бәләкәйҙән ниндәйҙер илһам килде, һәләтем беленде тип әйтә алмайым. Ғәҙәти ауыл балаһы булдым.
Беҙҙә һуғыштан алда ғына ете класлы мәктәп асылды. Йәштәр шуны тамамлай ҙа артабан бер ҡайҙа ла бармай ҡала ине. 1945 йыл мин етенсе класты ослағайным. Артабан уҡығы килә хәҙер. Әсәйемә ипләп кенә өндәшәм. Ул уйланып ултырҙы ла, атайың үлем түшәгендә ятҡанда “Улымды уҡыт, Вәсилә” тип әйткәйне, ти. Миңә тиклем утыҙ саҡрым ятҡан Маҡарға барып уҡыған кеше лә булманы. Хатта атайлылар ҙа улай ҡыйыулыҡ итмәне. Беренсе булып бындайға мин йөрьәт иттем. Иң ауыр ваҡытта, аслыҡ өҫтөндә, әсәйем, билен һығыбыраҡ быуып, берҙән бер улын белемле итергә булды. Өҫ-башта юҡ, булғанын ямап-тегеп, төндә йыуып-киптереп, булған ғына ризығын төрөп һалып сығарып ебәрә. Һәәй... шулай булды инде.
Унынсыны тамамлағас ауыл мәктәбенә уҡытыусы итеп алдылар. Улай-былай ғына ла түгел, физика-математиканы уҡытам. Сентябрь айында уҡ директор саҡырып алды ла: “Ҡоҙаш ауылындағы уҡытыусы Фәғилә сирләган, атаһы уны арбаға тейәп Маҡар бальнисына алып киткән, һин шунда барып эшләп тор”, – тине. Барҙым. Барһам, унда өс класс, өс класта ете бала. Уйлап ҡара, ете-һигеҙ генә өйлөк ауылда ла мәктәп бар! Ниндәй ауыр йылдарҙа ла шул белем усағын яптырманылар.
Барып инһәм, мәктәптең класс таҡтаһы ла юҡ, журнал да юҡ, ә иң ҡыйыны – сәғәт юҡ. Беренсе кластың китаптары юҡ... Үҙемдең тәжрибә юҡ. Ауылымдағы уҡытыусым Әминә апайҙан китаптар алып, дәрес пландарын күсереп, уҡыта башланым. Мәктәп тигәнем, ҙур булмаған өйҙөң бер яғы таҡта менән бүленгән бүлмә. Мин был яҡта уҡытам, теге яҡта Нәфисә тигән апай йәшәй, самауырын ҡуйып ебәрә, ҡыҙы Рәшиҙә минең яҡтағы тимер мейес плитәһендә картуф өтә. Беҙҙең сәғәт булмағас, балалар ялҡып китә лә: “Ағай, беҙ уйнап киләйек әле” йәки асыҡһалар: “Әйҙә ҡайтайыҡ – ашағы килә”, – тиҙәр. Шулай сама менән йөрөп уҡыу йылының апрель айына сығып, мин кире ауылыма ҡайттым. Бәләкәс мәктәптең хужаһы ла, уҡытыусыһы ла булғанмын икән һәм миңә, оло ҡыуанысыма, мул итеп эш хаҡы сыҡты. Өҫ-башты бөтәйтеп алдым. Унан бесән тамамланғас, әсәйемә артабан уҡырға теләүемде әйттем. “Нимәгә тағы, былай ҙа уҡытаһың бит”, – ти әсәйем. “Юҡ, – мин әйтәм, – хәҙер фронтовик уҡытыусылар ҡайтты, белемһеҙ көйө йөрөү оят.”
Әлбиттә, Өфөгә уҡырға барғы килгәйне. Авиация техникумы тигәнде эстән генә уйлайым да ул, тел менән әйтергә батырсылыҡ етмәй. Әсәйем: “Ул Өфөгә китһәң, ҡайталмайһың бит, мин ҡалайтып унда һине ебәрәйем, дүрт йыл буйына нисек итеп көтөп ултырам”, – тип илауланы. Был ваҡытта апайҙар кейәүгә китеп бөтөп, әсәй менән икәү генә ҡалған инек. Шулайтып, Өфө хаҡындағы хыялдарҙы тыйып тороп, Стәрлеләге ике йыллыҡ уҡыуға индем.
Стәрлелә уҡығанда Баязитов Абдулла Нәбиуллович тигән бик шәп башҡорт теле уҡытыусы булды. Уның менән осрашҡанға һәм һабаҡтарын алғанға тиклем мин тел тураһында бөтөнләй уйланмағанмын да икән. Шул йылдарҙа туған телемә ҡарата бөтөнләй икенсе төрлө ҡараш барлыҡҡа килде. Ауылда бит башҡортса һөйләшеп йөрөйһөң-йөрөйһөң, уның ҡәҙере булырға тейеш икән тип башыңа ла килтермәйһең. Ә ул телдең нескәлектәрен, байлығын, тарихын өйрәнеү ҙә кәрәк һәм мөһим икән, баҡтиһәң.
Унан әҙәбиәт уҡытыусыбыҙ Хәким Ғиләжев ине. Егерме алты ғына йәштә, пединститутты тамамлап ҡына килгән. Фронтовик! Сатан аяғында аҡһаҡлай биреп таяҡ менән йөрөй. Һәр дәресе бер тамаша инде. Шиғырҙары гәзиттәрҙә баҫылған билдәле шағир уҡыта тип, ауыҙҙы ла ябырға онотоп тыңлайбыҙ. Бына шул шәхес килеп институтта бығаса булмаған эштәрҙе башлап ебәрҙе: әҙәбиәт түңәрәге ойошторҙо, әҙәби гәзит сығарҙы, ижадҡа ылыҡтырҙы. Үҙе рәссам ине, гәзиттәргә һүрәттәрҙе ҡойоп ҡуя. Тәүге шиғырымды ла ул яҙҙырҙы. Ә уға тиклем мин шиғыр яҙып ҡарау тураһында уйламай ҙа инем. Гәзиткә кәрәк, барығыҙ ҙа яҙаһығыҙ, тип ҡушты ла арабыҙҙан ҡайһыларыбыҙҙыҡын һайлап алды. Шулар араһына мин дә эләктем. Артабан ҡырҡынсы йылда бер шиғырымды “Башҡортостан” гәзитендә баҫтырып, түбәмде күккә тейҙерҙе. Ошоларҙан сығып, мин шағир булырға ла, яҙыусы булырға ла хыял да итмәй инем, тип әйтмәксемен. Әлеге остаздарым ҡулында, оҫта ҡулындағы балсыҡ кеүек әүәләнеп, формаға ултырҙым, төҫ-биҙәктәр алдым. Тимәк, һиңә ышаныусы, илһамландырыусы ла кәрәк ижадсыға.