-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
24 Февраль , 19:26

Мин нисек кәртсе булдым

Беҙҙең урамда Ҡорманбаева инәй бик оҫта кәрт һала ине. Кәрте фабричный булды. Беҙгә кәрт һала килгәнендә иғтибар менән ниндәй кәрт нимә тураһында әйтеүен иҫләргә тырыша торғайным. Инәйҙең кәртен бер көнгә һорап, акварель буяу менән үҙемә лә эшләп алдым. Хәҙер кәрт булды, тик нисек итеп өйрәнергә? Әсәйгә әйтеп, инәйҙе булған аҙыҡ менән сәйгә саҡырып өйрәнеп аллдым.

Мин нисек кәртсе булдым
Мин нисек кәртсе булдым

Бына кешеләргә кәрт һалам, нисектер «дөрөҫ» була ла ҡуя бит! Миҙхәт дөрөҫ һала ул, тип бигерәк килештерә башланылар. Берәүҙәргә хат-хәбәр киләсәк, берәүҙәргә мал төшәсәк, бер ҡара ир боҙоҡлоҡ уйлай, ҡарт ҡатын-дошманы бар, тип төшкән кәрт буйынса һөйләп сығам. Әлбиттә, кәрт буйынса ғына һөйләһәң ярлыраҡ килеп сыға, теге инәй кеүек ҡайһы урындарҙа матур һүҙҙәр, фантазиялар кәрәк була. Ҡара-ҡайғы кәрт килеп сыҡһа, йөрәк шыу итеп ҡала: ул үлем хәбәре, тип өйрәткән ине инәй. Ундай кәртте үткәреп ебәрәм, әйтеп булмай торғайны.

Кәрт һалған өсөн бер аҙ аҡса, май киҫәге, ҡорот бирерҙәр ине. Урлыҡ түгел, үҙенә күрә хеҙмәт. Шулай итеп, бер көндө икенсеһенә ялғап һуғышты үткәреп ебәрҙек.

"Һуғыш балалары һөйләй". Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Миҙхәт Әсфәндиәр улы БАЙРАМҒОЛОВ. 1928 йылдың 1 майында Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда 13 йәштә була.

Автор:
Читайте нас: