Мәрхүм дуҫымды иҫкә төшөрҙөм. Шаяртыуҙарын хәтерләп йылмайҙым, тын ғына көйләүҙәрен һағынып болоҡһоп алдым. Ул, хәбәр араһында тынлыҡ килеп сыҡһа, танау аҫтынан мөңгөрләгән һымаҡ итеп, боронғо матур көйҙәрҙе йырларға ярата ине. Тауышы йөрәккә үтерлек, бәрхәттәй йомшаҡ, йырҙары ла һәр ваҡыт мәленә тура килеп кенә тора. Ғәфү үтенгән һымаҡ итеп йылмайыуы ла ныҡ иҫтә ҡалған. Уның менән саф һауала йөрөргә сыҡһам, эштәрем бүленә, тип уйлай торғайны. Һуңғы биш йыл ғүмерендә көн һайын тиерлек бергәләп урамда йөрөнөк. Хәҙер инде һирәк сығам. Иптәш юҡ.
Был юлы йәш парҙар күпләп осраны. Ҡасандыр Ғәзимдең таныштары – рәссамдар, музыканттар, яҙыусылар – йәшәгән йорттар янынан да үттем. Билдәле исемдәр. Дуҫым уларҙы йыш иҫкә ала торғайны. Уның ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ минең өсөн яңылыҡ ине. Ғәзим ағай аша үҙебеҙҙең классиктар тураһында байтаҡ нәмә белдем. Һәм улар хаҡында ғына ла түгел. Күп кенә элекке дуҫтары уны бәләһе менән яңғыҙ ҡалдырған. Шылтыратмаған, аралашмаған, осрашҡанда хатта урамдың икенсе яғына сығыусылар ҙа булған. Ул тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәгән, башҡаларҙы рухландырған кеше, көтөлмәгән ваккумды ауыр кисерә ине.
Моңһоу уй-хәтирәләргә бирелеп килә торғас, ҡапыл уңайһыҙ булып китте, күңелемде ниндәйҙер ғәйеп тойғоһо биләп алды. Әллә ниндәй ҡурҡыныс хис – ул юҡ, ә мин китеп барам…
Эстән генә аҡлана башланым. Мин унан тиҫтә йылға йәшерәк бит. Эх, Ғәзим ағай! Ҡурҡыныс сиргә дусар булыуың һине тормоштан төңөлдөрҙө, хатта донъянан үҙ теләгең менән китергә теләнең, маңлайға яҙылғанды аҙағына тиклем кисерергә кәрәк, тип ары йәшәргә өгөтләнем, ләкин төнөн тағы ошо уйға әйләнеп ҡайта инең. Ҡайһы ваҡыт, үҙ теләгең менән китмәнеңме икән, тигән уй ҙа тыуып ҡуя. Әгәр ҙә шулай икән, тимәк, һуңғы осрашыу көнөндә кәрәкле һүҙҙәр таба алмағанмын. Йөрәгемде йәнә үкенес, ғәйеп тойғоһо биләне.
Ә янымдан парҙар үтә. Бына бер йөклө ҡатын ғорур атлап уҙҙы. Ерҙә тормош дауам итә, Ғәзим ағай. Һәм әлегә уны ташлап китке килмәй. Хәйер, беләм, һин көтәһеңдер, минең кеүек һағынаһыңдыр…
P.S. Бер хәл иҫкә килеп төштө. Яҙыусылар союзына яҙған күрһәтмәһендә ул: “Имярек уны маҡтай, тимәк, Флорид союзда булырға лайыҡлы”, – тип яҙғайны. Ә Денис ағай мәрхүм тағы ла ҡыҙығыраҡ итеп әйтте. “Инде ҡырҡ йәшкә еттем бит, биш пьесам сәхнәгә ҡуйылған, ә мин һаман йәштәр исемлегендә! Ҡасан союзға алаһың?” тиеүемә “Союз һиңә нимәгә, һин былай ҙа яҙыусы!” – тип яуапланы.
Ул да үтә лә матур күңелле кеше ине!
Флорид Бүләков. Иҫтәлектәр.