-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
18 Февраль , 12:06

Яҡты һыны мәңге хәтерҙә.

Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәре” серияһында “Һәҙиә Дәүләтшина. Ижади мираҫы. Хәтирәләр. Документтар” китабы донъя күрҙе.Хеҙмәт филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡасҡынованың “Һәҙиә Дәүләтшинаның ижади мираҫының аҙ билдәле биттәре” исемле инеш мәҡәләһе менән асыла. Автор билдәләүенсә, яҙыусының ижади мираҫы ҙур түгел, әммә тос һәм йөкмәткеле. Шәхси архивындағы материалдарға нигеҙләнеп, Һәҙиә Дәүләтшинаның тәүге әҫәрҙәре (шиғырҙары) 1921 йылда яҙылған, тигән һығымта яһай ул.Күреүебеҙсә, халҡыбыҙ тарафынан билдәле яҙыусыбыҙға иғтибар, уның шәхесе һәм ижады менән ҡыҙыҡһыныу ваҡыт үтеү менән бер ҙә кәмемәй, киреһенсә, арта бара. Был китап мәртәбәле серияла донъя күреүе – әҙибәнең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә йәнә етди аҙым, ижади мираҫын барлауҙа, уны уҡыусыға еткереүҙә аныҡ бер эш, башҡорт халҡының һөйөклө ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшинаға тоғролоҡ билдәһе ул.

Яҡты һыны мәңге хәтерҙә.
Яҡты һыны мәңге хәтерҙә.
Халҡыбыҙҙың һөйөклө ҡыҙы
 
Күренекле башҡорт әҙибәһе, Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Һәҙиә Дәүләтшинаның яҡты исеме нисәмә быуын әҙәбиәт һөйөүселәренең күңел түрҙәренә уйылған. Ә инде яҙыусының шәхсән үҙен яҡындан күреп белгән, аралашып йәшәгән кешеләр бармаҡ менән генә һанарлыҡ бөгөнгө көндә. 
Башҡорт ҡатын-ҡыҙының эталоны булырлыҡ сибәр, һөйкөмлө, күркәм холоҡло әҙибәбеҙҙе яҡшы белеү генә түгел, хатта бер нисә йыл әсәле-ҡыҙлы булып бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән ханым менән танышыу бәхете тейҙе күптән түгел. Быға тиклем Рәйсә Зәйнулла ҡыҙы Сафина-Мөхәмәтова тураһында 1983 йылда филология фәндәре кандидаты Мәҙинә Хәмиҙуллина әҙерләп сығарған “Һәҙиә Дәүләтшина тураһында иҫтәлектәр” китабынан ғына уҡып белә инем Унда Рәйсә апайҙың әҙибә тураһындағы йылы хәтирәләре “Әсәм дә ул, әхирәтем дә” тигән баш аҫтында бирелгәйне. 
Яҙыусының тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған “Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады” исемле китап-альбомды төҙөү-туплау эшенә тотонғас, апайҙы күреп һөйләшеү теләге тағы ла көсәйҙе. Оҙаҡ ваҡыт эҙләнгәндән һуң, ҡулыма Мөхәмәтовтар ғаиләһенең телефон номеры килеп эләкте. 
Рәйсә Зәйнулла ҡыҙы зирәк аҡыллы, яҡты зиһенле, һөйкөмлө һәм итәғәтле ханым булып сыҡты. 81 йәшлек апайҙың хәтере яҡшы, йөрөш-торошо  йәштәрсә теремек.  
– Һәҙиә Дәүләтшина – инәйем (әсәйем – Г.Ҡ.) яғынан яҡын ғына апайым, ә Ғөбәй Дәүләтшин – еҙнәм ине. Улар беҙгә, беҙ уларға йыш ҡунаҡҡа йөрөшә инек. Һәҙиә апайҙарҙың миңә Өфөнән әтәс, тейен формаһындағы еҫле һабындар алып ҡайтып бүләк иткәне иҫемдә ҡалған. Театр донъяһы менән тәүге тапҡыр танышыуым да уларҙың ғаиләһе менән бәйләнгән. Ғөбәй еҙнәм беҙҙе Башҡорт дәүләт академия драма театрына Сәғит Мифтаховтың “Һаҡмар” драмаһын ҡарарға алып барғайны. 
1937 йылдағы репрессия ваҡиғалары, күп тә үтмәй тоҡанып киткән Бөйөк Ватан һуғышы Дәүләтшиндар ғаиләһе менән бәйләнеште байтаҡҡа өҙөп торҙо. Ғөбәй еҙнәм фажиғәле яҙмышҡа дусар булды, Һәҙиә апайға ла төрмә ғазаптарын кисерергә тура килде. 
Атайым фронтҡа киткәс, инәйем (уның исеме Миңлебикә ине) ныҡ сирләй башланы. Беҙҙең ғаиләлә тәрбиәләнгән Фәтиха исемле ике туған апайым Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы егетенә кейәүгә сыҡҡайны. Ул Раевкала тора, һуғыш осоронда беҙ ҙә уның янына күсендек. Атайымдың фронттан имен-һау ҡайтыуына шатланып та өлгөрмәнек, уны ғына көткәнме ни – инәйем бер ай ғына йәшәп, яҡты донъянан китеп тә барҙы. 
Ҡайғырып йөрөгән был мәлдәремдә Һәҙиә апай күңелемде күрергә теләпме, үҙенең бер фотоһын бүләк иткәйне. Йән иретерлек йылы һүҙҙәр яҙып биргән ул фотоһүрәттең артына. 
Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң Һәҙиә апай менән атайым бер ғаилә булып йәшәй башланы, Гөлйәүһәр инәй ҙә беҙгә күсенде. 
1945 йылдың октябрь аҙаҡтарында Силәбе өлкәһенең Сулея станцияһына күсеп килдек. Ике ҡатлы ағас өйҙөң икенсе ҡатынан фатир бирҙеләр. Яҡты, матур ине был өйөбөҙ. “Ағас йортта тын алыуҙары ла ниндәй рәхәт”, – тип ҡыуана Һәҙиә апай. 
Тик урындағы мәктәп ете йыллыҡ ҡына булып сыҡты. Ә мин һигеҙенсе класты тамамлағанмын. Һәҙиә апай күрше-күләндән балаларын ҡайҙа уҡытыуҙары тураһында һорашып сыҡты: Бирҙәүештә, Һатҡыла һәм Златоуст ҡалаһында ятып уҡыйҙар икән улар. Был мәктәптәрҙең интернаттары юҡ, уҡыусылар туғандарында, таныш-тоноштарында фатирҙа торалар. Ә беҙҙең бындай мөмкинлегебеҙ юҡ. 
Мин Сулея ете йыллыҡ мәктәбенә иҫәпкә алындым. Уҡымаһам да, бында үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнашып йөрөйөм. 7 ноябрь көнө концертта йырларға әҙерләнәм. “Концерт булаһы көндө күкәй эсеп сыҡһаң, тауышың ҡеүәтлерәк тә, моңлораҡ та яңғырар”, – ти Һәҙиә апай. 
Шул мәлдәрҙә мәктәптең өлкән пионервожатыйы кейәүгә сығып,  Сулеянан киткәс, мәктәп директоры район мәғариф бүлеге менән һөйләшеп, мине уның урынына эшкә ҡабул итте. 
Һайлауҙа, халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаштым. Һайлау алдынан агитатор итеп тәғәйенләгәстәр, өйҙә шик-шөбһәләрем менән бүлешәм. Эште атҡарып сыға алмаҫмын кеүек. Һәҙиә апай: “Ҡурҡма! Конституциянан башлайбыҙ. Икәү бергә уҡыйыҡ, мин һиңә тормош менән бәйләп аңлата барырмын”, – тип ярҙамын тәҡдим итте. Шулай итеп, был яуаплы эште икәүләп атҡарып сыҡтыҡ. Ә иң ҡыҙығы шул: был осорҙа үҙем агитатор булып йөрөһәм дә, һайлау хоҡуғына эйә түгелмен, йәшем етмәгән. 
Бергә үткәргән кистәр күңелле булып хәтергә уйылған. Тәмле итеп ашарға бешерәбеҙ ҙә, бергәләп өҫтәл артына йыйылабыҙ. Табала бешкән ризыҡты Һәҙиә апай мотлаҡ тәрилкәләргә һалып ашауҙы талап итә – был йәһәттән ул бик тә бөхтә булды. Табаның уртаһына барып етә башлаһаҡ, барыбыҙ ҙа тартынып, тынып ҡалабыҙ. “Йә, Берлинды кем ала?” – тип шаярта ошо саҡта апай. Был һүҙҙәр беҙҙең ғаиләнең ҡанатлы фразаһына ла әйләнеп киткәйне. 
Һәҙиә апайҙың яңы әҫәрҙәренең иң беренсе тыңлаусылары ла, тәнҡитселәре лә атайым менән беҙ була инек. 
Һәҙиә апай үҙе бик ҡаты сирләп, йүткереп яфаланһа ла, тормошҡа өмөтөн юғалтманы. Йор телле булып ҡалды. Сулеяның һауаһы дымлы, эргә-тирәһе һаҙлыҡтарға бай. “Вәәәй, ошо Сулеяла үлеп ҡалһам, ҡәберемдә мәңге йүткереп ятырмын инде”, – тигән була торғайны шаярыу ҡатыш.
Бер саҡ сирләп ятҡанында миңә эргәһенә ятырға ҡушты. Иртәгеһенә көлөп һөйләй: “Төндә йүткереп-йүткереп, “Уф, үлеп китермен инде ошолай итеп”, – тип һөйләнеп ятһам, Рәйсә башын ҡалҡытып: “Үлмә!” – тине лә, йығылып йоҡлап та китте”, – ти. Ә мин йоҡо аралаш был хәлде хәтерләмәйем дә. Йәшлек инде! – тип ҡуя Рәйсә апай.
Һәҙиә Дәүләтшина яҙ Өфөгә барғанында элекке танышын осрата. Жанна Әхмәт ҡыҙы Хәйруллина Күкшик урта мәктәбендә (Боксит руднигы тип тә йөрөтөлгән) директор булып эшләй икән. Ҡыҙҙы ошо мәктәпкә туғыҙынсы класҡа урынлаштырыу тураһында һөйләшеп килешәләр.
Рәйсә апайҙың был мәктәптә уҡығанда төшкән фотолары ла һаҡланған. Ҡалын оҙон толомло сибәр ҡыҙ Һәҙиә апаһының бүләген –  яғаларына көҙгө япраҡтар сигелгән блузка кейгән. “Мине матур кейендерәләр ине”, – тип хәтерләй Рәйсә апай. 
Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Сулеяға күскәнсе, Өфөлә ауыл хужалығы тәжрибә станцияһында эшләгән саҡта Миникамал Хисаметдинова исемле аспирант ҡыҙ менән яҡшы таныш була. Уның һөйгән егете Ғата Мөхәмәтов менән дә фронттан хат алышып торалар. Яҙыусы яңы әҫәр яҙырға әҙерләнә, Ғатанан бик ентекләп фронтта булған хәл-ваҡиғалар тураһында белешә. Һуғыштан ҡайтҡас, егет 1946 йылда Мәскәү вузына уҡырға инә. Һәҙиә апай уларҙы Камал менән икеһен Сулеяға саҡыра. Өс көн буйы булалар унда йәштәр.
– Ғата ағай, Камал, Фәтиха апайым (кейәүе үлеп, беҙҙең ғаиләгә ҡабат әйләнеп ҡайтҡайны) зыҡ ҡубып “дух” саҡыралар. Пушкиндың йәне үҙен борсоған өсөн быларҙы тоҙло-боросло итеп һүгеп ташланы. Мин был осорҙа туғыҙынсы класты бөткәнмен, улар эргәһендә уралам. Киләсәктә кейәүемдең кем  булырын белергә теләйем. Ҡыҙҙар миңә  рөхсәт итмәй, ҡамасаулап йөрөмәҫкә ҡушалар. Быны ишеткәс, Ғата ағай: “Минең Германияла хеҙмәт иткән энем бар, һине уның менән таныштырырмын”, – тип оялтып ҡуйҙы. Исемен дә әйткәндер инде. 
Германия тигәс, ҡыҙыҡ та булып китте – Гөлйәүһәр инәй ҙә бит миңә: “Кейәүгә сығырға ашыҡма! Һиңә тигән кейәүҙәр Берлинға тиклем теҙелеп тора”, – тип ҡабатлай йыш ҡына. 
Һәҙиә апай Ғата менән Камалды бик яратты, мөхәббәттәренә һоҡлана торғайны. Ә йәштәр өйләнешә алмаһа ла, бер-береһенә булған яҡты хистәрен ғүмер буйы тап төшөрмәй һаҡланылар.
Йәштәрҙе оҙатыр алдынан түбәндәге шиғыр юлдарын яҙып, фотоһүрәтен бүләк итте Һәҙиә апай:
 
Ғата менән Камалға
 
Ҡайсаҡ, дуҫҡайҙарым, альбом алып,
Рәсемдәргә күҙҙәр һалырһыҙ,
Һәҙиә апаның да йәш ваҡытын
Икәүләшеп иҫкә алырһыҙ.
 
Сулея буйҙарында еләк йыйып,
Йөрөгәндәрҙе һөйләп ҡуйырһыҙ,
Ҡабатланмаҫ сәскә – йәш ғүмерҙең
Ике килмәҫлеген уйларһыҙ.
 
Сулея, 27/VII – 1946 йыл.
Мәктәпте тамамлағас, К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт уҡытыусылар институтына уҡырға индем. Атайымдар мине фатирға Фатима Мостафиналарға урынлаштырҙы. Фатима апайҙың мединститутта уҡыған һеңлеһе Майгөл – бик аралашыусан, дәртле ҡыҙ. Бергә-бергә күңелле итеп йәшәй инек. Бер көн дәрестән ҡайтһам, өйҙә ҡунаҡтар йыйылған.  Араларында Назар Нәжми ҙә бар. Раевкала бергә уҡыған класташым Әхтәм Суфиянов Әсғәт исемле райондашын алып килгән. Әсғәт Әлшәй районы Торонтайыш ауылынан, Өфө дәүләт нефть институты студенты икән. Һөйләшә торғас, уның Ғата ағай Мөхәмәтовтың Германияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан бер туған ҡустыһы булыуы асыҡланды. “Ғата ағайға сәләм әйтегеҙ, үҙенең вәғәҙәһен үтәмәне”, – тием мин. 
Егет мине бик оҡшатып ҡайтҡан икән, икенсе аҙнала тағы ла килеп етте. Йыш ҡына эргәмә килеп йөрөй башланы. Хистәребеҙҙең етди икәнлегенә инанғас, өйләнешергә ҡарар иттек. Әсғәт атайымдарға рөхсәттәрен һорап, хат яҙып ебәрҙе. Был көтөлмәгән хәбәрҙе алғас, атайым менән Һәҙиә апай араһында етди һөйләшеү була. “Ҡыҙ баланы нисек итеп күрмәгән-белмәгән кешегә тоттороп ебәрәһең”, – тип борсола улар. Үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң, Һәҙиә апай Өфөгә килеп буласаҡ кейәү менән танышырға ҡарар итә.
Апайҙы ҡаршылағас, өсәүләшеп бер ашханаға индек. Мин  ниндәйҙер йомош менән ситкәрәк китеп торған арала, Һәҙиә апай Әсғәт менән һөйләшеп, аңлашып та өлгөргән. Егетемдең етди, аҡыллы, ышаныслы кеше икәненә инанып, фатихаһын биреп  ҡайтып  китте ул. 
Туйыбыҙ алдынан Үрге Ҡыйғыға (ғаиләбеҙ Сулеянан ошонда күскәйне) ҡайтыуыма, Һәҙиә апай аҡ етен туҡыманан туй күлдәге тегеп, яға-еңдәренә, кеҫәләренә күк сәскәләр сигеп әҙерләп тә ҡуйған ине. 1950 йылдың 14 июлендә өйләнештек. 
Әсғәтемде Ишембайға эшкә ебәрҙеләр. Улыбыҙ Марат тыуғас, Һәҙиә апай менән атайым бәпес күрергә килделәр. Марат Һәҙиә апайҙы “нәнәй” тип йөрөттө. “Нәнәй, һин мине яратаһыңмы?”, – тип һорағайны бер саҡ бала. “Эйе, балаҡайым, мин һине бик яратам”, – тип яуап бирә апайым. “Ә яратҡас, ниңә мине үпмәйһең?” – тип ныҡыша улым. Һәҙиә апай үпкә туберкулезы менән ауырығас, баланы ҡурсалап, үбеүҙән тыйыла ине. (Был ваҡиғаны һөйләгәндә Рәйсә апайҙың күҙҙәре йәшкәҙәп китә. – Г. Ҡ.). 
Әсғәт менән 55 йыл татыу ғүмер кисерҙек, бик матур йәшәнек. Марат улыбыҙҙы, Светлана ҡыҙыбыҙҙы үҫтерҙек, олатай-өләсәй булып ҡыуандыҡ. Һуңғы йылдарҙа ғына һаулығы ҡаҡшай төштө ҡәҙерлемдең: 4 инсульт үткәрҙе. Больницала ятҡан сағында: “Әсғәт, бөгөн беҙҙең өйләнешеүебеҙгә 55 йыл бит”, – тинем. “Уйлап ҡараһаң, үткән ғүмер әллә ни күп тә түгел кеүек ине, ә шулай ҙа 55 йыл байтаҡ икән”, – ти ул. “Һине һаман да һөйәм. 65 йыл йәшәгәндән һуң да, шул һүҙҙәрҙе әйтермен”, – тине Әсғәтем. Яҙмаған икән, яҡты донъянан китеп тә барҙы үҙе, – ти Рәйсә апай.
Никахтарына Һәҙиә Дәүләтшина үҙе фатиха биргән Мөхәмәтовтар ғаиләһендә һәр саҡ мөхәббәт, ихтирам хөкөм һөрә. Эшендә талапсан етәксе булып танылған Әсғәт Шәрәфетдин улы өйөндә һиҙгер күңелле, иғтибарлы ғаилә башлығы була. “Беҙ уны сикһеҙ ярата инек. Абруйы ҙур булды атайыбыҙҙың”, – ти ҡыҙҙары Светлана апай. 
Бына шулай ғүмере буйы күркәм холоҡло, юғары әҙәп-әхлаҡлы кешеләр генә оҙатып килә итәғәтле, ихтирамлы Рәйсә Зәйнулла ҡыҙын. Бәхет тәүфиҡлыны ярата, ти бит халыҡ мәҡәле лә. 
Хеҙмәт юлын Үрге Ҡыйғы мәктәбендә башлай, Салауат индустриаль техникумында методист вазифаһын башҡара, “Главбашстрой” ҡарамағындағы “Оргтехстрой” проект-технология тресының техник индустрия һәм пропаганда бүлегендә үтә лә етди техник баҫмалар сығарыуға яуаплы була Рәйсә апай. Матбуғат эшенең яуаплылығын яҡшы аңлаған грамоталы ханым әле лә гәзит-журналдарҙы бик иғтибарлы уҡый. 
– Хаталар күрһәм, кәйефем ҡырыла. Гәзиттәргә шылтыратып, хаталары тураһында хәбәр итәм. “Компьютер үҙе ебәрә бит уларҙы”, – тип аҡланырға ярата редакторҙары”, –  ти ул. 
Хушлашҡан саҡта Мөхәмәтовтар ғаиләһенә Ғәзим Шафиҡов менән Ренат Нуруллин тарафынан төшөрөлгән “Һәҙиә” фильмын бүләк иттем. 
– Рәхмәт. Балаларыма, ейәндәремә булыр. Үҙем мин был фильмды тулыһынса бер ҙә ҡарай алғаным юҡ әле, шул тиклем күңелем тула, күҙ йәштәре ҡамасаулай, – тине Рәйсә апай. 
Һәҙиә апайҙың әсәйҙәрсә йылы наҙ менән үҙенә төбәлгән моңло ҡара күҙҙәре, мөләйем йөҙө, күгәрсен гөрөлдәүен хәтерләткән яғымлы тауышы Рәйсә Зәйнулла ҡыҙының күңелендә мәңге тере килеш һаҡланһын әйҙә! 

ҺӘҘИӘ ДӘҮЛӘТШИНА
ҺАМАР БАШҠОРТТАРЫ ХӘТЕРЕНДӘ

2014 йылда Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусылары һәм студенттарының Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районына фольклор экспедицияһы мәлендә Һәҙиә Дәүләтшинаның ауылдаштары менән күрешеү, уларҙың яҙыусы тураһындағы иҫтәлектәрен яҙып алыу бәхете тейҙе беҙгә. Ауылдың иң оло кешеләренең береһе Хөббихужина Фәрихә Ғабдрахман ҡыҙы ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән ихлас бүлеште.
"1930 – 1932 йылдар тирәһе булғандыр. Сәмсеҡәмәр исемле ҡыҙ менән уйнап йөрөйбөҙ. Бер ваҡыт уларға ирле-ҡатынлы ҡунаҡтар килеп төштө. Матур ине ҡатыны: билдәре өҙөлөп тора, ҡаштары ҡыйылып киткән, ап-аҡ йөҙлө. Килешле костюм-күлдәк кейгән. Капрон яулығын матур итеп бәйләп, суҡлап ҡуйған.
– Инәй, Сәмсеҡәмәрҙәргә бер матур ҡыҙ килгән. Ире менән, – тип һөйләйем, өйгә ҡайтып.
– Ул Һәҙиә Дәүләтшина, Исмәғил бабайҙың яҡын туғаны, – тине инәйем.
Һәҙиә апайҙың яңғыҙы ғына килеп киткәне лә хәтерҙә ҡалған.
1955 йылдар тирәһендә яҙыусының әсәһе Гөлйәүһәр әбей килеп китте. Мин был ваҡытта уларҙың ҡәрҙәше Исмәғил улы Ильясҡа кейәүгә сыҡҡан инем инде. "Һәҙиә үлгәс, аптырап сығып киттем. Ағай-энемде күреп, бәләкәс (әҙерәк. – Г. Ҡ.) күңел күтәреп киләйем, тинем", – тип һөйләгәйне Гөлйәүһәр инәй.
Өс көн булды ул беҙҙә. Күберәк ҡәйнәм менән һөйләшеп ултырҙылар. Гөлйәүһәр әбей һәйбәт кенә ине. Ҡәйнәм минең турала ниндәйҙер бер һүҙ әйткәс, әбей әрләп тә ташланы уны: "Һыңар балаңдан рәхәт күреп ултыраһың: намаҙ уҡыйым тиһәң, ҡомғаныңа һыу ҡойолған. Сәйең ҡайнаған. Ашайһың да ҡыйшаяһың. Һин миңә киленде яманлама. Мин бит күреп, һынап ултырам. Килен яҡшы, үҙең яманһың. Тик ултыр". Минең ҡәйнәм уның еңгәһе ине бит.
Аҙаҡ әбей Диңгеҙбай, Ташбулат ауылдарына барырға булып, хушлашып беҙҙән китеп барҙы.
Янғол байҙың ("Ырғыҙ" романындағы Ныязғол бай образының прототибы. – Г. Ҡ.) өйөндә бәләкәй генә сағымда бер тапҡыр булдым. Өсөнсө бисәһе инәйемдәрҙе ҡунаҡҡа саҡырған ине. Урта буйлы, матур ғына бер ҡатын ине Мәхүбә әбей. Мишәр икән, тигәндәре хәтерҙә ҡалған. Бер малайы кәмит күрһәтәм, тигән булып, ҡағыҙ алып, күҙ, танау, ауыҙ урындарын тишеп мәрәкәләп йөрөгәне, минең унан ҡурҡып илауым иҫтә ҡалған". Бына шундай хәтирәләр һаҡлай күңелендә туғыҙ бала әсәһе, 89 йәшлек Фәрихә инәй.
Фәрихә инәйҙең бикәме Сәмсеҡәмәр Исмәғил ҡыҙы Хәтипова Имеләй (Ҡыпсаҡ) ауылында йәшәй. Ул 1922 йылдың 29 сентябрендә  Хәсән ауылында тыуған. Янғол байҙың кесе ҡатыны Мәхүбә Сәмсеҡәмәр Исмәғил ҡыҙының кендек әбейе булған.
– Һәҙиә апай – атайым яғынан беҙгә туған. Минең атайым Хөббихужин булып йөрөһә лә, Аралбаев фамилиялы булырға тейеш булған (Гөлйәүһәр инәйҙең дә ҡыҙ фамилияһы Аралбаева. – Г. Ҡ.). Һәҙиә Дәүләтшина 1935 йылда Һәҙиәт исемле бер туған ҡустыһы менән килгәйне. Бер 10 көн торҙолар беҙҙә. Аҙаҡ Өфөгә ҡайтып киттеләр. Күпмелер ваҡыттан ҡустыһы зым-зыя юғалған. Һәҙиә апай: "Ҡустым юҡ булды. Әллә һеҙгә барҙымы?” тип, борсолоп хат яҙғайны беҙгә.
Ғөбәй еҙнәм Ташбулаттыҡы ине. 1934 йылда, мин бишенсе класта уҡығанда, уның менән хат алыша торғайныҡ. Көлә-көлә яуап яҙған була торғайны еҙнәм. "Һин үҫеп етһәң, үҙем кейәүгә бирәм", – тип тә яҙғайны. Апайым ҡайҙалыр киткәнендә, "Ул ҡайтмаһа, балдыҙ, һине алам да ҡуям", – тип шаярып яҙғаны иҫтә ҡалған.
1948 йылда Һәҙиә апай икенсе ире Зәйнулла менән Хөббөниса әбейҙәргә ҡунаҡҡа килделәр. Мин Ҡыпсаҡ ауылына кейәүгә сыҡҡан инем. Һәҙиә апайҙарҙы саҡырып ҡунаҡ иттек. Ул замандың һыйы ла әллә ни түгел инде: күкәй ҙә ҡоймаҡ. Шулай ҙа матур, күңелле итеп ҡунаҡ булыштыҡ.
Гөлйәүһәр апайҙы 1952 йылда Диңгеҙбайҙың Йомағужа тигән кешеһе бортлы машинаға ултыртып алып килгәйне. Кис төшкән ине. Электр уты ла юҡ, бер шәм генә. Гөлйәүһәр апай өйгә кергәс, артынан мин дә керҙем. "Эй, туғаным, кил әле! Исмәғил ағайыма ғына оҡшаған бер кеше икәнһең", – тип, алдына ултыртып, яратып-яратып алды ул мине.
Апайым еңгәләре менән күрешергә теләгәс, биш-алты әбейҙе ҡунаҡҡа саҡырып алдым иртәгеһенә. Аҙаҡ Тольяттиҙа торған Мәрйәм ҡыҙым барып күрҙе уны Өфөгә, 10 класты бөткәс. Гөлйәүһәр апайым: "Һин Исмәғилдең бер затымы әллә?" – тип сырамытҡан уны шунда уҡ.
Һәҙиә апайҙы миңә оҡшаған тип әйтә торғандар ине. Минең бабай ҙа, Зәйнулла еҙнәм дә: "Был тиклем бер-берегеҙгә оҡшарһығыҙ икән?!” – тип аптырашҡандар ине 1948 йылда ҡунаҡ булышҡанда (Ысынлап та, ап-аҡ йөҙлө, һөйкөмлө Сәмсеҡәмәр инәйҙе күргәс тә, "Һәҙиә апай ҡартайғансы йәшәһә, тап ошондай әбей булыр ине" тигән фекер тыуа. – Г. Ҡ.). Бына ошоларҙы бәйән итте беҙгә Сәмсеҡәмәр Исмәғил ҡыҙы берсә көлөмһөрәп, берсә һағышланып.


ҺӘҘИӘНЕҢ ЯРАТҠАН ЙЫРЫ

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Аткина (ҡыҙ фамилияһы Аралбаева) Миңнур Әбелхәким ҡыҙы – танылған яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның яҡын ғына туғаны. Яҙыусының әсәһе яҡлап ҡартатаһы Арыҫлан һәм Миңнур апайҙың ҡартатаһы Сәйетбаттал бер туған ағалы-ҡустылы булғандар. Сығыштары Һамар өлкәһенең Ҡыпсаҡ ауылынан.
Миңнур апай – ата-әсәһе Башҡортостанға күсеп килгәс тыуған бала. Әммә яҡташтары нигеҙ һалған Үҙән ауылында түгел, ә ошо уҡ Баймаҡ районы Аҡморон ауылында 1938 йылда донъяға килгән. Атаһы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозынан раскулачиваниенан ҡасып ошонда төйәкләнгән була.
– 1958 йылдың август айында уҡырға инергә тип, Өфөгә килдем. Фатирға Гөлйәүһәр апайға (Һәҙиә Дәүләтшинаның әсәһе) төштөм. Ул был осорҙа Фрунзе урамында яҙыусы Бәшәр Хәсәндең ҡатыны Рәхилә апай янында йәшәп ята ине.
Имтихандарҙың һөҙөмтәләрен көткән арала ваҡытты нисек үткәрергә белмәй интегәм. “Ырғыҙ” романы был ваҡытта китап булып баҫылып сыҡҡайны инде, уны йотлоғоп уҡып сыҡтым. Романдың прототиптары тураһында ла һөйләштек Гөлйәүһәр апай менән. Гөлйөҙөм ысынбарлыҡта Зөһрә исемле ҡатын булған икән, уны ҡаҙаҡ далаларына алып китәләр, аҙаҡ эҙһеҙ юғала. Ә Аралбаева Диләфрүз – ул Һәҙиә үҙе (Гөлйәүһәр апайҙың да, минең дә ҡыҙ фамилиябыҙ Аралбаева бит). Айбулат менән Гөлйөҙөмдөң балалары һуңынан ҙур кешеләр булып китә, Ленинградта йәшәйҙәр. Әйткәндәй, романдағы Ниязғол байҙың (Янғол Йомағолов) Ғизелбанат исемле ҡыҙын да күрҙем мин Гөлйәүһәр апайым янында.
Тағы ла нимә уҡырға тип аптыранғанымды күреп, апай: “Һәҙиәнең тағы бер китабы бар”, – тине. Яҙмалар тултырылған әҙәм көсө еткеһеҙ тоҡто аҡтарып, эҙләнә башланы. Китап тиһә лә, ул ҡулъяҙма икән. Ғәрәп графикаһында яҙылған, “Ат ҡарағы” тип атала ине. Был графиканы насар белгәс, уҡый алманым. Шунда бер генә битен булһа ла һалып алһамсы! – тип әсенә Миңнур апай.
Йылдар үткәс, “Мораҙым” повесының авторын билдәләү буйынса үткәрелгән суд ултырышына Миңнур апай бара алмай. “Балаларым бәләкәй булды, белемем дә етерлек түгел ине, апайымды яҡлаша алманым”, – ти ул. Был хәл – апайҙың бәғерен әлеге көнгә тиклем әсетеп торған бер яра.
– Мин уҡырға инә алманым. Ауылға ҡайтып китергә йыйындым. Гөлйәүһәр апай: “Тиҙҙән миңә фатир бирәсәктәр, яныма йәшәргә килерһең. Мин һиңә хат аша хәбәр итермен”, – тип саҡырып тороп ҡалды.
Йыл аҙағында апайға Крупская урамындағы бер йортта 4 бүлмәле фатирҙың бер бәләкәй генә йоҡо бүлмәһен бирҙеләр. Декабрь айында мин дә бында килеп урынлаштым. Хәҙер миңә эшкә төшөргә, пропискаға торорға кәрәк. Ошо мәшәҡәттәр менән йүгергеләй башланым.
Гөлйәүһәр апайҙың эргәһенә ҡыҙының таныштары хәл белергә йыш ҡына инеп сығалар ине. Бер көн ап-аҡ сәсле матур бер ҡатын килеп инде, мунсанан ҡайтып килә икән. Мин туҡмас ҡырҡып тора инем. Ул минең эшемә ҡарап торҙо ла, “Ҡайһылай, ҡыҙым, матур киҫәһең туҡмасты!” – тип маҡтап та ҡуйҙы. Ултыра торғас үҙенең кемлеген дә танытты: Дауыт Юлтыйҙың ҡатыны Фатима апай икән. “Һәҙиә апайың менән күп ауырлыҡтарҙы бергә үткәрҙек,” – тине ул. Мин Дауыт Юлтыйҙың “Ҡан” романын уҡығанлығым хаҡында әйттем.
Гөлйәүһәр апай менән Минһажев урамында торған танышына барҙыҡ бер көн. Ямал исемле был ҡатын (ул ниндәйҙер институтта уҡыта ине) апайымдан ҡыҙына пианино һатып алыр өсөн бурысҡа аҡса алып торған булған. Ул беҙҙе бик ҡыуанып ҡаршы алды, матур итеп ҡунаҡ итте. “Тик әлегә ҡулымда аҡсам юҡ, иртәгә өйөгөҙгә үҙем индерермен”, – тине. Беҙгә килгәнендә Ямал апай: “Һәҙиәнең гонорарын үҙеңә яҙҙыр, юҡһа, аҡсаһын инәйҙән алдап алып бөтөрәләр”, – тип иҫкәртте. Был һүҙҙәр ерлекһеҙ түгел ине, сөнки бер яҙыусы һәм Мәскәүҙән килгән тарихсы Гөлйәүһәр апайҙың күпмелер аҡсаһын алып киткән булалар быға тиклем.
Ямал апай Яҙыусылар союзында Һәҙиә апайҙы күреүе тураһында ла һөйләне. “Хәлһеҙ ине үҙе, бер баҫҡыс менә лә ял итә, бер баҫҡыс менә лә туҡтай”, – ти.
Ул осорҙа йәш кенә ҡыҙ булған Миңнур апай Гөлйәүһәр инәйҙән байтаҡ мәғлүмәттәр белә. Инәй үҙенең тыуған ауылы Ҡыпсаҡта күршелә генә Сурин фамилиялы егете булыуын, әммә уның менән ҡауыша алмауҙарын, Ильясов Лотфуллаға кейәүгә бирелеүен дә хикәйә итә.
– Ғөбәй кейәүенең үҙен, улдары Сибәғәт менән Һәҙиәтте Мәскәүгә алып барыуы тураһында ла әйтте апай. Япа-яңғыҙы тороп ҡалыуына әсенеп ултыра торғас, көлөп ҡайһы бер нәмәләрҙе иҫләп ҡуя ине: “Һәҙиәнең Йылайыр совхозында сыҡҡан гәзит редакцияһында эшләгән сағы. Балам яурынына шәл һалып, көнө-төнө кәкрәйеп яҙышып ултыра. “Ҡуйсы-ҡуйсы! Нимә яҙаһың шул тиклем?” – тип һораһам, көлөп кенә: “Ғәйбәт!” – тип яуап биргән була”.
Ғөбәй еҙнәйҙе һәм Һәҙиә апайҙы 1937 йылда кем ошағы буйынса ҡулға алыуҙары тураһында йыш ҡына һөйләр ине Гөлйәүһәр апай. Һәҙиә Дәүләтшина 5 йыл төрмәлә йөрөп ҡайтҡандан һуң, теге кешене осрата.

Хәл белергә килгән тиһәм,
Ҡыҙыҡһынып килгән шпион, –

тигәнерәк мәғәнәлә шиғыр ҙа яҙа ул был хәл тураһында.
Һәҙиә апайҙың яратҡан йырҙары “Тәфтиләү” менән “Зәлифәкәй” була. Рәшит Ниғмәти ҙә үҙҙәренең тыуған яғында сыҡҡан “Зәлифәкәй”ҙе бик яратҡан. Йырҙың тарихы ошолай: Диңгеҙбай ауылында Әбделкәрим тигән кешенең Зәлифә исемле ҡыҙы була. Зәлифә менән Алламорат атлы егет бер-береһен яратыша, ләкин улар араһына Яҡуп исемле егет төшә. Яҡуп мал биреп, Зәлифәнең ағаларын һатып ала һәм ағалары һеңлеләрен Яҡупҡа ҡушалар. Яҡуп үҙенең теләген тормошҡа ашырғас, ҡыҙға әйләнеп тә ҡарамай. Алламорат та унан баш тарта. Зәлифәне йәлләп, халыҡ ошо йырҙы сығара.
Был йырҙы Гөлйәүһәр апай ҙа йыш ҡына йырлай ине.
Өфөлә эшкә инергә ниәтләгән Миңнур апай пропискаға тора алмай. Сәбәбе: Ахун исемле комендант Гөлйәүһәр инәй менән бер фатирҙа торған мәрйәнең яҡын дуҫы булып сыға. Улар йәш ҡыҙҙан инәйҙең аҡсаһын, бүлмәһен ҡыҙғаналар икән. “Пропискаға торор өсөн министрлыҡтан рөхсәт кәрәк” тигән һылтау менән Миңнур апайҙы кире боралар. Тамам аптыранған ҡыҙ менән Гөлйәүһәр инәй Фатима Мостафинаға мөрәжәғәт итәләр. “Ахун пропискаға ҡуйһын”, – тигән күрһәтмә лә ярҙам итмәгәс, Миңнур апай 1959 йылдың февраль айында ауылға ҡайтып китергә мәжбүр була.
– Гөлйәүһәр апайҙың бар байлығы боронғо, өс йоҙаҡ менән бикләнмәле һандыҡ ине. Ҡалайҙан эшләнгән бал һауыттарында ул замандың тимер һумлыҡтарын һаҡлай торғайны. Һандыҡтың яртыһын Һәҙиә апайҙың ҡулъяҙмалары биләй ине. Унда ниндәй яҙыуҙар ятҡаны менән ҡыҙыҡһынған булһамсы! Ҡуй инде, йәшлек менән бер нәмә лә аңламағанмын.
Апайымдың бер тиненә лә теймәнем. Ҡайтыр өсөн билет алырға тип 50 һум урынына 100 һум биргәс, артығын ҡайтарып бирҙем. “Башҡа берәү булһа, шуны әйтмәҫ ине”, – тип көлдө аҙаҡ Гөлйәүһәр апай. “Һәҙиә апайыңдың иҫтәлеге булһын”, – тип ҡул сәғәте алып бирҙе ул миңә. Ул осорҙа сәғәтте бик һирәк кешеләр генә таға ине.
Миңнур Әбелхәким ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшинаның яратҡан “Зәлифәкәй” йырын үҙе лә бик оҫта башҡара. Был моңло йырҙы йырлағанда Һәҙиә апаһының да әсе яҙмышын күңеленән үткәрә, өҙөлөп ҡалған моңдо әҙибәбеҙ өсөн дә дауам итә ул.

Гөлнур Ҡасҡынова.

Фотоһүрәттә: Һәҙиә Дәүләтшинаның әсәһе - Ильясова Гөлйәүһәр Арыҫлан ҡыҙы. "Гөлйәүһәр инәй – оҙон буйлы, аҡ йөҙлө, таҙа ғына кәүҙәле, йор һүҙле әбей ине. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн мул татыған, 12 балаға ғүмер биргән, әммә Һәҙиәһе менән Һәҙиәтен генә имен-һау үҫтереп буй еткертә алған.
Инәйҙең һөйләгәне һәр саҡ ҡыҙы – “күҙ нуры” тураһында булыр ине", - тип хәтерләй ине Мәрғүбә Дәүләтшина (яҙыусының әсәһен 15 йыл ҡараған һәм һуңғы юлға оҙатҡан кеше).

Яҡты һыны мәңге хәтерҙә.
Яҡты һыны мәңге хәтерҙә.
Автор:
Читайте нас: