Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры республикабыҙҙа бай тарихлы, бай традициялы, үҙ йөҙө, үҙ тамашасыһы булған милли, үҙенсәлекле театрҙарҙың береһе.
Ул күк Ирәндек буйында матурлыҡ, нәфислек донъяһы ҡороп, тамашасы күңеленә рухи байлыҡ өләшеүсе, мәҙәниәтебеҙҙе яҡтыртыусы йәнле усаҡ булып тора.
Оло тәжрибәле, абруйлы театр тарихында шатлыҡлы ваҡиға – ул 90 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләй. Ошо ваҡыт арауығында театр Башҡортостандың төрлө төбәктәрен урап сыҡты, сит өлкәләрҙә лә уңышлы сығыш яһаны һәм меңәрләгән тамашасының һөйөүен яулап, киң танылыу тапты.
1931 йылдың июнь айында күренекле режиссер – педагог Мәкәрим Мәһәҙиевтың уҡыусылары, Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлаусы туғыҙ йәш артист: Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйнәп Ниғмәтуллина, Хәнифә Искәндәрова, Сания Йәнбухтина, Сынтимер Баҡыев, Сәхи Сәйетов, Шәғәле Һөйәрғолов, Мөхәммәт Ишҡаболов, Ғәшиә Абыҙгилдиналар Стәрлетамаҡ ҡалаһына башҡорт театры ойоштороу өсөн эшкә ебәрелә. Баш режиссер вазифаһына исеме һуңғараҡ Рәсәйҙә генә түгел, хатта бөтә донъя күләмендә билдәлелек яулаған мәшһүр артисыбыҙ, ысын мәғәнәһендә сәхнә арыҫланы, йәш, дәрт-дарманы ташып торған Арыҫлан Мөбәрәков тәғәйенләнә. Администратор итеп Шәғәле Һөйәрғолов билдәләнә. Шулай итеп, республикабыҙҙың Икенсе башҡорт профессиональ театрына нигеҙ һалына.
Ижади төркөмдө нығытыу маҡсатында шул уҡ йылды театрға тағы ла унлаған һәләтле егет һәм ҡыҙ өҫтәлә. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булған Бикташ Кәлимуллин, оҫта гармунсы Фәйзулла Ғәйфуллин, ҡурайсы Хәмит әхмәтов, талантлы артистар Ниғмәт Хәсәнов, Кәли Ғилметдинов, һ.б. була. Улар тиҙ арала коллективта үҙ урындарын табып, ең һыҙғанып эшкә тотона.
Йәшлек дәрте урғылып, күңелдәрендә сәнғәткә сикһеҙ һөйөү усағы дөрләгән йәш коллективтың тәүге сәхнә эше – күренекле урыҫ драматургы А. Глебовтың «Дау» исемле спектакле була. Был спектаклдә уйнаған артистар Бикташ Кәлимуллин, Сания Йәнбухтина, Хәнифә Искәндәрова, Сәхи Сәйетов, Зәйнәб Ниғмәтуллина һәм башҡалар театрҙың гастролгә сығыуының тәүге көндәренән үк тамашасыларҙың оло ихтирамын яулай. Һис шикһеҙ, тәүге уңыш йәш коллективҡа ҡанат ҡуя, үҙ мөмкинлектәренә ышанысты нығыта.
«Дау» спектаклен ҡараған һәр ауыл халҡы үҙҙәренең ысын сәнғәт донъяһына юлығыуын, профессиональ артистар менән осрашыуын тоя. Артабан инде театрҙы һәр ауылда ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алалар, артистар менән осрашыу халыҡ күңелендә оло байрамға әүерелә.
«Дау» спектакленән һуң кешеләрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүсе «Гудок», «Дауыл», «Үҙ юлынан», «Яҙ йыры» кеүек әҫәрҙәр сәхнәләштерелә. Шулай уҡ яңы сәхнә әҫәрҙәре менән бергә төрлө концерттар, тамашалар ҙа ҡуйыла.
1932 йылда Урал аръяғы райондары халҡының мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында, республика хөкүмәтенең махсус ҡарары менән театр Баймаҡ ҡалаһына күсерелә һәм «Баймаҡ колхоз–совхоз театры» тип атала башлай.