-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
31 Ғинуар , 21:05

Түңәрәк йорт

Өфөнөң Вологда урамындағы был түңәрәк йорт 1980 йылда архитектор Рудольф Кирайдт тарафынан проектланған.

Түңәрәк йорт
Түңәрәк йорт

Өфөлә берҙән бер үҙенсәлекле йорт. Фатирҙарҙың бүлмәләре трапеция формаһында. Был урында ҙур ғәҙәти йорт төҙөргә мөмкин булмағас, бәләкәй генә биләмәлә торлаҡ булһын өсөн төҙөүселәр уны целиндр формаһында эшләп ҡарарға ҡарар иткән. 12 ҡатлы түңәрәк йорт фатирҙары Черниковка биҫтәһендәге завод эшселәренә бирелгән.

 

Кирайдт Рудольф Иванович - 1939 йылдың 1 ғинуарында Псков өлкәһенең Опочка ҡалаһында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бөтә ғаилә Өфөгә эвакуациялана. 1968 йылда Мәскәү архитектура институтын тамамлай. Борис Григорьевич Бархидың уҡыусыһы.

1961 йылдан «Башкиргражданпроект» институтында эшләй башлай, шулай уҡ бер үк ваҡытта 1977—1984 йылдарҙа — Өфө нефть институты уҡытыусыһы, 1988 йылдан — «Альтернатива», 1989 йылдан — «Коду» проект ойошмаларында эшләй. 1992 йылда «КИРСС» проекты оҫтаханаһына нигеҙ һалыусы һәм директоры[7] ә 1999 йылдан — директор урынбаҫары, һәм бер үк ваҡытта, 2004 йылдан — архитектор-реставратор.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт төҙөлөшө комитетының Почет грамотаһы, «Башҡортостан Республикаһының архитектураһында ҡаҙаныштары өсөн» Архитекторҙар союзының миҙалы менән бүләкләнә.

Башҡортостанда 200-ҙән ашыу торлаҡ һәм йәмәғәт биналары проекттары, реконструкциялау һәм реставрациялау авторы.

Өфөлә, 1976 йылда, 35-се урта мәктәп бинаһы, 1980 йылда — Өфө авиация техникумының яңы бинаһы, 1981 йылда — Черниковканың Төньяҡ биҫтәһендә (Вологда урамы, 23) 12-ҡатлы «түңәрәк» торлаҡ йорто (индивидуаль проект буйынса) проекттарын[8], 1982 йылда — Телеүҙәк биҫтәһендә 12 ҡатлы йорттар, 1991 йылда Яңауыл биҫтәһендә терраса тибында беренсе торлаҡ йорттар проекттарын эшләй.

1989-1998 йылда Черниковкала «Ләлә-Тюльпан» мәсет бинаһы проектының авторҙашы. 2002 йылда, ҡыҙы Анна менән берлектә, «Ассы» дауалау‑һауыҡтырыу шифаханаһы корпус проектын эшләй. 2003 йылда Воскресение Христова соборын проектлай[9], ул 1932 йылда юҡ ителгән Өфөнөң Воскресенский соборы образында төҙөлә, әммә уның теүәл реконструкцияһы түгел.

1980-1985 йылдарҙа реставрация һәм реконструкциялау проекттары авторы — Александр сиркәүе урынында Профсоюздар һарайы (Киров урамы, 1; хәҙер — архитектура ҡомартҡыһы[10]) Рудоль Авсахов менән берлектә [11], Килем мәсетен һәм Килем һарайын[12] «Президент-Отель» ҡунаҡханаһы, Стәрлетамаҡ ҡала Мәҙәниәт һарайы, Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры фасады.

https://ba.ruwiki.ru/wiki/Кирайдт_Рудольф_Иванович

 

Түңәрәк йорт
Түңәрәк йорт
Автор:
Читайте нас: