– Һөйләшеүҙе тарихтан башлайыҡ: башҡорт ҡоролтайҙары ҡасан үткәрелә башлаған? Улар халҡыбыҙ яҙмышына ниндәй үҙгәрештәр индергән?
– Башҡортттоң йолаһы шулай, борон-борондан халҡыбыҙ йыйын үткәреп, мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткән, милләтте һәм телде һаҡлаған. Әйткәндәй, тәүге башҡорт ҡоролтайҙары 1917 – 1918 йылдарҙа үткәрелгән. Тап ошондай рухта 90-сы йылдарҙа «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең эшмәкәрлеге йәнләнеп китте. 1995 йылда «Нефтяник» мәҙәниәт һарайында (хәҙерге «Башҡортостан» концерт залы) яңы тормошобоҙҙоң I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарылды. Иҫ киткес рух тантанаһы булды, беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың сығышын халыҡ күтәренке рух менән ҡаршы алды. Атаҡлы ғалим, археолог Нияз Мәжитов етәкселегендә эшләп алып киткән ҡоролтай туған телебеҙҙең дәүләт статусын нығытыу, уны һаҡлау һәм даирәһен киңәйтеү буйынса мөһим эштәр башҡарҙы. Тап шул йылдарҙа башҡорттарҙың аҫаба ерен һаҡлау, уны һатыуҙы тыйыу буйынса мөһим закондар ҡабул ителде. Онотолоп барған тарихыбыҙ тергеҙелде, был юҫыҡта бер генә сараны иҫкә төшөрөү етә: XVIII быуатта булған Һөйәнтүҙ фажиғәһе урынында Асҡын һәм Ҡариҙел райондары ҡоролтайҙары кәңәшмәһе уҙғарылды.
Күпләп башҡорттар йәшәгән төбәктәр менән хеҙмәттәшлек нығынды, уларҙың һәр ҡайһыһында ҡоролтайҙар үткәрелде. Ул йылдарҙа сит төбәктәрҙә милләтебеҙ өсөн ең һыҙғанып эшләгән замандаштарымды атап китмәһәм, яҙыҡ булыр: Силәбелә – Рәфҡәт Камалов, Ырымбурҙа – Миңнулла Ғәбитов, Һамарҙа – Сафиулла Вилданов, Пермдә – Рәсил Мөхәмәтйәнов, Ханты-Мансы автономиялы округында – Рәүҙәт Ҡолмәмбәтов, Екатеринбургта Нәфисә Тюменцева һ.б. башҡорт ҡоролтайҙарының эшен уңышлы ойошторҙо.
Ысынлап та, тәүге һәм икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халҡыбыҙ яҙмышына шаҡтай үҙгәрештәр индерҙе. Улар ойоштороу йәһәтенән дә, тикшерелгән көн тәртибе, мәсьәләләр буйынса ла иң уңышлыларҙан һанала. Тәүгеһендә мөһим бурыстар ҡуйылһа, икенсеһендә уларҙың үтәлеше тикшерелде. Һөҙөмтә булараҡ, демография яҡшырҙы, мәғариф һәм мәҙәниәт уңыштарға өлгәште, ғилми эҙләнеүҙәр алып барылды.
– Һеҙгә лә ҡоролтайҙа етәксе урындарҙың береһендә эшләргә тура килгән. Атап әйткәндә, ул йылдарҙа ниндәй мөһим проекттар тормошҡа ашырылды?
– Ревизия яҙмалары (халыҡтың иҫәбен алыу) буйынса республикабыҙҙың һәр ауылында халыҡтың милли составын билдәләнек һәм 54 райондың һәр береһенең китабын баҫтырҙыҡ. Тағы ҙур проекттарҙың береһе – бөтә ил буйынса шәжәрә байрамдары ойоштора башланыҡ. Халыҡҡа шәжәрәне төҙөү буйынса ҡулланмалар тараттыҡ. Көнбайыш һәм төньяҡ райондарҙа үҙен татарға һанап йөрөгән күп милләттәштәребеҙ үҙ асылына ҡайтты. «Без – башкортлар, атай-олатайлар әйтә торғайны шул», – тип мөрәжәғәт итеүселәр күп булды осрашыуҙар ваҡытында. Әйткәндәй, бөгөн һәр йортта тиерлек шәжәрә һүрәттәре эленеп тора.
2003 йылда ҡоролтайҙың Башҡарма комитетында «Ҡоролтай тауышы» гәзитен булдырҙыҡ. Был баҫманы уҡып республикабыҙҙа һәм күрше төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттарҙың тын алышын тойорға мөмкин ине. Ул бик күп мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итте. Мәҫәлән, Силәбе, Ырымбур, Һарытау һәм Һамар өлкәләрендә башҡорт телен уҡытыуҙы көсәйттек. Ул йылдарҙа хатта Силәбе өлкәһендә юғары уҡыу йортонда башҡорт теле уҡытылды. Ситтә йәшәгән миләттәштәребеҙгә автобустар менән тирмәләр, милли кейемдәр, сувенирҙар һәм китаптар алып барып тапшырылды.
Иң иҫтә ҡалған ваҡиғаларҙың береһе – дүрт мең башҡорт йәшәгән Иркутск өлкәһендә башҡорт-татар ойошмаһының эшмәкәрлеге менән таныштыҡ. Ҡурайсы, йырсы Рәсүл Ҡарабулатов менән Черемхово ҡалаһында һөргөнгә оҙатылған башҡорттар менән осраштыҡ. Минең олатайҙарымдың береһе Шәмсетдин шунда йәшәй ине, туғандарым менән күрешеү насип булды. Апай-инәйҙәр башҡорт йыр-моңон тыңлап, күҙ йәштәрен түкте. Эш сәфәре һөҙөмтәһе булараҡ, унда туған телде уҡытыу маҡсатында йәкшәмбе мәктәбе булдырылды.
Һуңыраҡ Владивосток, Чита, Омск, Томск һәм башҡа ҡалаларҙа ҡоролтайҙар асылды. Иң мөһиме – бөгөн сит төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттар менән бәйләнеш көслө.
– Ҡоролтай инде утыҙ йылға яҡын эшләй. Был ваҡытта донъя ла, дәүләт тә үҙгәрҙе. Бөгөн Баймаҡтағы һәм башҡа сәйәси ваҡиғалар ҡоролтайҙың эшмәкәрлегенә күп кенә яңы йүнәлештәр өҫтәне, айырыуса халыҡты берләштереү йәһәтенән, һеҙҙеңсә, ниндәй йүнәлештәр ул?
– Ысынлап та, был проблема буйынса республика Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында, башҡорт милләтен тарҡатырға маташалар, тип әйтте. Был мәсьәлә мине лә бик борсой. Төрлө юлдар менән ситтән халыҡтың аңына йоғонто яһайҙар, интернетта мәғлүмәти һуғыш бара. Йәшерен-батырыны юҡ, бөгөн республикала йәшәүселәрҙең күбеһе файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыу мәсьәләләре тураһында борсолоп үҙ фекерен белдерә. Был йәһәттән Радий Хәбиров республикаға килеү менән ойошмаларҙың лицензияһын тикшереү һәм контролләү буйынса эштәрҙе яйға һалды. Минеңсә, ҡоролтай, йәмәғәт ойошмаһы булараҡ, власть менән бер төптән булырға, бер йүнәлештә эшләргә тейеш. Иң мөһиме, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу фарыз. Шулай эшләнһә, Баймаҡ ваҡиғалары килеп тә сыҡмаҫ ине, бәлки...
– Билдәле «Аҡ тирмә» поэмаһында, Башҡортостан – аҡ тирмәләр иле, тиелә. Һеҙҙең ошондай халҡыбыҙға оло һөйөү менән ижад иткән шиғырҙарығыҙ күп кенә. Киләһе ҡоролтайға шиғыр яҙаһығыҙмы?
– Ҡоролтайҙа эшләгән йылдарҙа халыҡ шиғырҙарҙы һорап яҙҙыра торғайны. «Беҙҙең хаҡта ла яҙығыҙ, фәлән китабығыҙҙағы шиғырығыҙҙы уҡығыҙ», – тип мөрәжәғәт итәләр ине. Сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә, тотош Рәсәй төбәктәренә бағышланған шиғырҙарым бар. Улар ҡобайырҙарса үҙенән-үҙе халыҡты уята, рухландыра, асылына ҡайтара. Шиғырҙар сәфәргә сыҡҡанда, халыҡ менән аралашҡан саҡта яҙыла ине. Мәҫәлән, 1995 йылда беренсе ҡоролтайға арнап «Башҡорт ҡоролтайына» тигән шиғыр яҙҙым. Ул йылда Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев һәм башҡа шағирҙар ҙа йыйынға бағышлап шиғырҙар ижад итте.
– Киләһе ҡоролтайға ниндәй өмөттәр бағлайһығыҙ?
– Заман үҙгәрә, яңы быуын килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәрҙе милли телдең киләсәге артыҡ борсомай. Шуға күрә был тәңгәлдә эштәр ҡыҫыла һәм тарая бара. Ҡоролтай хәрәкәте тергеҙелгән йылдарҙа донъяға килгән быуын вәкилдәре хәҙер инде үҙ балаларын үҫтерә. Әлбиттә, ошондай ғаиләләргә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк. Ата-әсәләр, уларҙың балалары башҡортса һөйләшәме? Тарихын, шәжәрәһен беләме? Хәҙер уларҙы берләштерергә, милли рух һеңдерергә кәрәк. Был мәсьәлә дәүләт кимәлендә хәл ителһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине, мәҫәлән, мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре һанын арттырырға кәрәк.
Иң ҙур теләгем: башҡорт милләте артабан да бөгөнгө кеүек башҡа халыҡтар менән бер тигеҙ йәшәһен ине! Ул бер милләттән дә кәм түгел. Ҡоролтай, йәмәғәт ойошмаһы булараҡ, телебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡлау өсөн көрәшә. Ул – халыҡҡа иң яҡын булған ойошма, уның рухи терәге. Башҡорттар йәшәгән һәр ерҙә ҡоролтайҙар эшләп килә, ул милләттәштәребеҙҙең кәйефен дә, йәшәйешен дә белә, теге-йәки мәсьәләләрҙе етәкселеккә еткереп тора. Был йәһәттән республика хөкүмәтенең ярҙамы ҙур, бөгөн ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты айырым бинала эшләй, финанслау ҡаралған. Ең һыҙғанып планлы рәүештә эшләргә, мөмкин тиклем телде нығыраҡ һаҡларға һәм милләтте үҫтерергә ҡала. Беҙҙең бөтә мөмкинлектәребеҙ бар, профессиональ сәнғәтебеҙ, театрыбыҙ, әҙәбиәтебеҙ йәшәй һәм уның киләсәге ышаныслы.
Урал тауҙары – беҙҙең төп йортобоҙ, унда беҙҙең данлы ла, шанлы тарихыбыҙ яҙылған. Шүлгәнташ мәмерйәһе һүрәттәре лә шуны раҫлағандай. Тарихыбыҙға таянып, артабан да меңәр йылдар ошонда ғүмер итергә яҙһын халҡыбыҙға...
Инсаф Хужабирганов.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-12-07/oroltay-bash-ort-hal-yny-ter-ge-4042658